+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Апрель , 15:43

Ярҙамсы ҡошсоҡ

Бөрйән районының Мораҙым ауылынан Илзирә ВӘЛИЕВА шиғыры.

Ярҙамсы ҡошсоҡ
Ярҙамсы ҡошсоҡ

Ҡуйы урман уртаһында

Туҡтап ҡалдым бик арып.

Оноттом бит кире юлды –

Ҡояш та килә байып!

 

Ҡайҙа ҡарама – ағастар,

Ҡарағай һәм аҡ ҡайын.

Ә аҫта кипкән япраҡтар

Шыбырлай баҫҡан һайын.

 

Бейек ағас тамырында

Соҡона һуҡыр сысҡан.

Кипкән япраҡтың аҫтына

Бәшмәк теҙелеп сыҡҡан.

 

Башымды өҫкә күтәргәс,

Күренде аҡ болоттар.

Улар, яйлап ҡына йөҙөп,

Килеп сыға офоҡтан.

 

Шул саҡ яңғыҙ бер ботаҡҡа

Шаярып ҡунды ҡошсоҡ.

Бик моңло йырын һуҙҙы ул,

Тыңланым мин бойоғоп.

 

Тик тиҙҙән был матур йырҙан

Бар ҡайғымды оноттом.

Ҡара урман уртаһында

Үҙ тәнемде ойоттом.

 

Ҡошсоҡ, мине күреп ҡалып,

Килеп ҡунды яурынға.

Йөҙөмә текләп алды ла

Сутылдап, осто алға.

 

Әҙ генә ара үткәс,

Әйләнде ул артына.

Мине оҙаҡ күҙәтте,

Саҡырғандай янына.

 

Ҡошсоҡ артынан ҡалманым,

Тырыштым ҡоламаҫҡа.

Ағас ботаҡтары ғына

Тейеп ҡалалар башҡа.

 

Байтаҡ ҡына ара үтеп,

Урмандан килеп сыҡтым.

Өйҙәрҙе күреп ҡыуандым –

Әйтерһең, алтын таптым!

 

Шулай итеп, сәйәхәтем

Бик тә күңелле булды.

Ҡошсоҡҡа рәхмәт әйтеп,

Тамамлайым шиғырҙы.

Фото: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: