+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
12 Апрель , 16:08

Балалар өсөн шиғырҙар

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН ижады.

Балалар өсөн шиғырҙар
Балалар өсөн шиғырҙар

Мин – һаҡсы!
Әсәйем ҡушҡас, яланға
Сыҡтым бәпкә һаҡларға.
Ә ата ҡаҙ тынғы бирмәй,
Мөмкин түгел атларға.

Ыҫылдай ҙа килеп етә –
Суҡымаҡсы аяҡтан.
Йүгерһәң дә ҡыуып етә,
Эләктерә арт яҡтан.

Мин дә төшөп ҡалмағанмын,
Тал сыбығы һындырҙым.
Ыҫылдаған ата ҡаҙға
Шуның менән ҡундырҙым.

Ауыртҡандыр! Юғиһә, ул
Кирегә сапмаҫ ине.
Ғорур башын түбән эйеп,
Буйһоноп ятмаҫ ине.

Юҡ, мин яуыз малай түгел,
(Һанаһын мине дуҫҡа!)
Таныһын хужа малайын –
Ыҫылдамаһын юҡҡа.

Бына шулай тал сыбығы
Ата ҡаҙҙы «йомшартты».
Ошо хәлдән һуң, бахырҡай,
Миндә яҡлаусы тапты.

Бәпкәләр ҙә тынысланды,
Мин – һаҡсы – баҫып торғас.
Төйлөгән, ҡарға ла килмәй,
Ҡулымда сыбыҡ булғас.

Тейенгә кейем
Кем тегеп бирер икән
Тейенгә кейем?
Теккәс, матур кейемен
Кейерме тейен?

Ҡойроғона нисек итеп
Яйлар кейемен?
Әллә кеймәйсә йөрөрмө
Тейен кейемен?

Уның үҙенең туны ла
Йәмһеҙ түгел дә,
Шулай булғас, ниңә кәрәк
Кейем тейенгә?

Ҡарға бутҡаһы
Ҡарҙар иреп ер кипкәс,
Йәше, ҡарты – барыһы ла
«Ҡарға бутҡаһы»на сыҡтыҡ
Түңәрәк күл артына.

Алып барҙыҡ тары, май,
Яланда усаҡ яҡтыҡ.
Күңелле булһын тип байрам,
Тальян, ҡурай уйнаттыҡ.

Өлкәндәр бутҡа бешерҙе,
Йәштәр бейене йырлап.
Беҙ, балалар, һай, һоҡландыҡ
Апайҙар йырын тыңлап.

Бутҡа беште, вәт, ашаныҡ,
Телде саҡ йотмай ҡалдыҡ.
Суйын төбөндә ашалмай
Саҡ ҡына бутҡа ҡалды.

«Был ҡарғаларға! – тине
Өлкән апай Гөлзифа. –
«Ҡарға бутҡаһы» йолаһы –
Уның мәғәнәһе шунда».

Ҡояш һүрелә башланы,
Беҙ ҡайтырға йыйындыҡ.
Ҡарғалар өсөн бутҡаны
Яланға ергә ҡуйҙыҡ.

Игендәр һәйбәт үҫһен, тип
Атай теләне теләк.
Балаларҙың һәр береһенә
Таратып бирҙе бүләк.

«Яҙғы сәсеүгә! – ти атай, –
Ваҡыт етте, күрегеҙ!
Ҡарға бутҡаһын бешерҙек –
Ашлыҡ уңыр, белегеҙ!»

Ҡоштар йыйылды яланға –
Ниһайәт, бутҡа бөттө.
Суйындағы тәмле ризыҡ
Барыбыҙға ла етте.


Оя
Сыйырсыҡтар ояһына
Сәпсектәр ояланы.
Сыйырсыҡтар ул ҡоштарҙы
Оянан ҡыуаланы.

Ҡысҡырҙылар сәрелдәшеп,
Ҡанаттар ҡағыштылар.
Аҫта бесәй мыраулағас,
Ҡайынлыҡҡа ҡастылар.

Таҡта киҫтем, ҡаҙаҡ ҡаҡтым –
Төшмәне бик ҡыйынға.
Яңы ояны мендереп
Бәйләнем аҡ ҡайынға.

Сыйырсыҡтар тиҙ килделәр –
Ояны үҙ иттеләр.
Ә сәпсектәр көнләшеүҙән
Кире осоп киттеләр.

Көнбағыш
Баҡсалағы көнбағыш
Һап-һары сәскә атҡан.
Күктәге ҡояштың нурын,
Гүйә, үҙенә тартҡан.

Сәпсектәр килеп соҡойҙар,
Сыйырсыҡ осоп ҡуна.
Көнбағыш төбөндә үлән
Ҡабыҡтар менән тула.

«Сүпләһендәр, – тимен үҙем, –
Ашаһаң, тамаҡ туя.
Көнбағыштың емеше күп –
Ул уны ҡайҙа ҡуя?

Әле ашарға бар ҙа ул,
Һалҡында нишләр ҡоштар?
Йылы яҡҡа китмәгәндәр
Был яҡта нисек ҡышлар?»

Сүпләһендәр... Ҡалғандарын
Бер һауытҡа йыйырмын.
Һалҡын ҡышта ағастарға
Тағараҡтар ҡуйырмын.

Әгәр улар тулы торһа,
Ҡоштарым еңел ҡышлар.
Дуҫтарым да ярҙам итһә,
Рәхмәтле булыр ҡоштар.

 

Байрамда

 “Байрам булғас, байрам булһын!” –

Тиеп әсәй байрамда

Төҫлө шарҙар һатып алды

Байрам барған майҙанда.

Алдым ҡулға шарҙарымды:

“Булһын, –тинем, – ҙур байрам!”

Кинәт ыскынды ла китте

Шарҙар ҡулдағы бәйҙән.

Остолар улар бейеккә –

Майҙанда гөрләй байрам.

Әсәй тағы шарҙар алды:

“Улыма булһын байрам!”

 

Борсаҡ баҫыуында

Борсаҡ баҫыуына киттек,

Ҡуҙаҡтың еткән мәле:

Йәм-йәшел, һыуһыл һәм тәмле,

Туйғансы ашайыҡ әле.

Инде баҫыуҙың ситенә

Килеп еттеп туҡтаныҡ.

Барыбыҙ ҙа ашарға тип

Ҡуҙаҡтарға уҡталдыҡ.

Кемдер ашай, кемдер йыя,

Ә Айвар тапай борсаҡ.

Күреп ҡалдым да түҙмәнем,

Әйтеп ҡуйҙым мин шул саҡ:

«Инмәгеҙ баҫыуға, – тимен, –

Тапамағыҙ борсаҡты.

Баҫыу ҡараусыһы күрһә,

Ҡыйын булыр шул саҡлы”.

Ысынлап та, нәк шул миҙгел

(Һис көтмәгән кешебеҙ)

Атына атланып килде,

Яныбыҙға “күршебеҙ”.

Өндәшмәне, йылмайҙы ла

Үҙ юлын дауам итте.

Уның башҡа эштәре күп –

Ауыл яғына китте.

Баҫыу ҡараусыһы минең

Олатайым – белегеҙ!

Борсаҡ ашағығыҙ килһә,

(Тик баҫыуҙы тапамайса!)

Минең менән килегеҙ!

 

Гөлйемеш

“Сәскәләре, ай, бик матур,

Инәһе яман осло.

– Дарыу яһарға, –ти әсәй, –

Гөлйемеше, һай, көслө...”

Сәскәләре матур булғас,

Емеше лә файҙалы,

Ағасҡа үткер инәләр

Ник кәрәк булды әле?

Барҙыр инде: инәләр ҙә

Үҙен-үҙе аҡлайҙыр!

Ботаҡтарын, емештәрен

Мал-тыуарҙан һаклайҙыр.

Баҡсабыҙға ултыртырға

Ағасын алып ҡайттыҡ.

Емешенән дарыу яһап,

Ғүмеребеҙҙе оҙайттыҡ.

 

Ҡаҙыныҡ та, һөрҙөк тә

Бәрәңге ерен былтыр яҙ

Атай менән ҡаҙыныҡ.

Көнө буйы эшләй торғас,

Кискә бигерәк арыныҡ.

Яҙ еткәс,быйыл атайым

Көрәктәр һапламаны.

Ҡарҙар иреп ер кипһә лә,

Ҡаҙырға ашыҡманы.

Баҡһаң, ул һөйләшкән икән

Бригадир ағай менән.

Трактор менән һөрөргә

Баҡсабыҙҙы яҙ менән.

Рәхәт булып ҡалды, киткәс

Трактор ерҙе һөрөп.

– Тракторсы булам!– тинем,

Үҙ-үҙемә һүҙ биреп.

 

Ҡарғалар

Ике ҡарға

Осоп бара:

Береһе – ала,

Береһе – ҡара.

Икеһе лә

Улар – ҡарға!

Ниңә улай,

Аңлап ҡара?

 

Кәзә менән һарыҡ

(Ейәнем Таһирға Ғабдулла Туҡайҙың “Кәзә менән һарыҡ” әкиәтен уҡығас.)

Ихатала кәзә йөрөй,

Һарыҡ бә-ә-әэлдәп тора.

Уларҙы күҙәтеп, Таһир

Күтәрмәлә ултыра.

Аптырай ул, ғәжәпләнә,

Бер көлә, бер йылмая.

Китабын аҡтарғас ҡат-ҡат,

Һығымта яһап ҡуя:

“Ҡарурманда улар шулай

Ҡурҡмайса йөрөгәнме?

Ошо кәзә менән һарыҡ

Бүреләрҙе еңгәнме?..”

Бындай хәлдәр ҡарурманда

Булғандыр – булмаҫ ялған!

Туҡай бабай, һай, маладис,

Бик шәп әкиәт яҙған!

 

Кәзә тәкәһе Шаян

 “Шаҡ та шоҡ” һөҙә кәртәне

Кәзә тәкәһе Шаян.

Йүгереп килә лә бәрә

Ғайрәтен ала ҡайҙан?

“Һөҙмә! – тимен, – маңлайыңды

Ауырттыраһың тиккә...”

Ә ул киреһенсә эшләй,

Тиҫкәре шаян тәкә!

Үҙе ҡарай минең яҡҡа,

Әйткәндәй кеүек күҙе:

“Мин бит шулай ҡойма һөҙөп

Нығытам мөгөҙөмдө!”

 

Ҡушаматсы малай

Нимә күрһә, исем ҡуша

Күрше малайы Айдар.

Ата ҡаҙҙы “атаҡай”, ти,

Илдар куҫтыһы – “алдар”.

Бесәй – “мыр-мыр”, эт – “ырылдыҡ”,

Өйрәк – “морон”, ат – “ишәк”.

Кәзә – “һаҡал”, һарайҙағы

Көрәктәр уға – “ишкәк”.

Һыйыр – “туҡал”, маңлайында

Юк бит уның мөгөҙө.

“Ҡурҡаҡ” тигән исем алды

Янындағы үгеҙе.

Күрше ҡыҙы – “һипкелбикә”,

Уның һеңлеһе – “убыр”.

Әлдә әле дуҫ-иштәре

Булдылар артыҡ сабыр.

Айдар үҙе ҡушаматһыҙ,

Кем уға исем табар?

Бөгөн үҙен һөҙөп йыҡты

Тәкә – мөгөҙлө януар.

Түҙемлектең дә сиге бар –

Ниһайәт, уйлап таптыҡ:

“Ҡушаматсы малай” тиеп

Уға ла исем таҡтыҡ.

 

Малай һәм кесерткән

Кесерткәндәр араһында

Бер үлән сәскә атҡан.        

Малай күреп, өҙөргә тип

Сәскәне тотоп тартҡан.

“Теймә, – тип ҡарышҡан сәскә, –

Ниңә мине өҙәһең?

Орлоҡтарым етешә бит,

Әллә шуны күрмәйһең?

Туҡта, туҡта! Ҡабаланма,

Бәльки, кире уйларһың?

Матур үҫкән сәскәләргә

Башҡаса ҡул һуҙмаҫһың?..”

Шул саҡта көслө ел иҫкән,

Үләндәрҙе һелкеткән.

Бер кесерткән тейеп китеп

Малайҙың ҡулын өткән.

Ауыртыуҙан теге бахыр

Ҡысҡырып уҡ ебәргән.

Аҙаҡтан сәскәгә килеп

Йылмайып былай тигән:

“Ярай әле дуҫтарың бар –

Һине һаҡлай беләләр:

Хатта уҫал кесерткәндәр

Матурлыҡты күрәләр!..”

 

 

 

 

 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: