+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Апрель , 20:26

Рәхмәтлемен

Беҙ мәктәп уҡыусыларынан ғына түгел, студенттарҙан да шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр алып торабыҙ. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алыусы Ейәнсура районы Үтәғол ауылы егете Фәһим Әхмәровтың ижад емешенән ауыҙ итегеҙ әле.

Рәхмәтлемен
Рәхмәтлемен

Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Үткәндәргә, яҡты бөгөнгә.
Һүҙ ҡалмаһа, рәхмәт әйтермен
Барыһына, көнгә һәм төнгә.
Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Сит ерҙәргә, тыуған өйөмә.
Тәбиғәткә, ҡояшҡа, айға ла,
Һалҡын ҡышҡа, эҫе йәйенә.
Йылы һүҙегеҙгә рәхмәтлемен,
Кем йәнәшә йылдар буйына.
Туғаныма, тоғро дуҫыма ла,
Әсәйемә һәм атайыма.
«Ғәфү ит», – тип әйтеүселәргә лә,
Хәлгенәмә кергән кешемә.
Рәхмәт, кемдәр мине онотоп та,
Ҡунаҡ булып килә төшөмә.
Өҫтәлемдә аҙыҡ булған өсөн,
Эҫе генә сәйгә, икмәккә.
Рәхмәтлемен бала сағымдан уҡ
Ижадҡынам тулған йөрәккә.
Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Ҡабатлармын, бер ҙә арымам.
Өмөтөмә, ышанысыма ла,
Мәңгелеккә ҡалыр йырыма.
Мин бит барыһына рәхмәтлемен,
Барыһына, әйткән һүҙемә.
Барыһына... белмәйем, һуң мин бит
Рәхмәтлемен хатта үҙемә.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: