+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
25 Апрель 2024, 07:39

Вирта

Йәш дуҫтарыбыҙ, һеҙҙең өсөн өр-яңы заманса повесть бирә башлайбыҙ. Екатерина Каретникованан Факил Мырҙаҡаев тәржемәһе. Екатерина Каретникова (1976) Ленинградта тыуған. Санкт-Петербург машиналар эшләү институтын тамамлаған. Инженер-конструктор булып эшләгән. 2011 йылда балалар өсөн яҙған беренсе китабын сығарған. Владимир Крапивин исемендәге Халыҡ-ара балалар әҙәбиәте, Сергей Михалков исемендәге әҙәби конкурстың дәртләндереү премияһы лауреаты, «Книгуру» әҙәби конкурсының күп тапҡыр финалисы.

ВиртаВирта
Вирта

1-се бүлек


Ҡулымдан килмәҫен белә инем. Ике ҡатлы тимер ишек стенаға ныҡ беркетелгән, ярыҡ-маҙар ҙа күренмәй, яҡтылыҡ та төшмәй. Ишекте асырлыҡ түгел, хатта уның аша тауышыңды бер кем дә ишетмәҫ.
Бер кем дә тигәнем – кеҫәрткеләр менән ҡырмыҫҡалар. Бында башҡа бер ни ҙә күрмәнем. Төш етте – береһе лә юҡ. Бәләкәй генә кеҫәртке яныма стеналағы ярыҡ аша ҡыҫылып урамдан инде, бетон иҙәндән йүгереп уҙҙы, үҙенә файҙалы бер нәмә лә күҙенә салынмағас, нисек еңел килеп инһә, шулай күҙҙән юғалды. Уның юлын ҡабатларға – күҙгә күренер-күренмәҫ ярыҡтан үтергә ҡөҙрәтемдән килһә, мин дә урамда булыр инем!
Ләкин мин эскәмйәлә генә ултыра йәки кескәй тәҙрәнән ишек­кә тиклем йөрөй алам. Ятырға ла мөмкин, әммә быны үҙемә иң һуңынан рөхсәт итәсәкмен. Иң һуңынан һәм ҡулымдан килерҙәй берҙән-бер эш. Башҡа рөхсәт итерлек нәмә юҡ.
Смартфонымды тартып сығар­ҙым, уның үле экранына йөҙ ҙә бер мәртәбә ҡараным. Эйе. Акку­мулятор ултырған – ул нисек яҡтыртырға тейеш? Мөғжизәләр булмай, шулай уҡ үҙенән-үҙе зарядланыусы телефондар ҙа. Уның ҡарауы, минең шикелле миңрәү бер ҡатлы ҡыҙҙар бар.
Был ҡәбәхәт смартфон бер ай элек тонсоҡһон ине – етмәһә, башҡа бер ҡасан да көс йыймаҫлыҡ итеп. Йә миңә уны үткән тыуған көнөмә бүләк итмәһендәр, киреһенсә, атайым теләгәнсә, яңы швейцар сәғәте алып бир­һендәр ине. Йә әсәйем уйлағанса, йәш ҡыҙҙар өсөн француз косметикаһы.
Тик мин атайым менән әсәйемә үҙҙәре теләгән нәмәне бүләк итергә юл ҡуяммы һуң? Ун йыл инде мөмкин түгел был. Хәҙер бындай нәмә кәрәкмәйәсәк. Ихтимал, бер ваҡытта ла. Хәҙер бер ниндәй бүләк тә талап ителмәҫ. Сөнки мин булмаясаҡмын.
Был хаҡта беренсе тапҡыр асыҡтан-асыҡ уйланым. Уйҙың үҙен дә ҡыуманым, хатта йөрәкте өшөткән ҡот осҡос нәмәнән һаңғырауланманым да, һуҡырайманым да.
Мин донъянан китәсәкмен, ә тормош элеккесә дауам итәсәк. Хатта бында, ҡалҡыулыҡтарға һәм урман араларына таралып ултырған ҡасабала, бер күршенән икенсеһенә атларға ла атларға, аҙашмаҫһың. Хатта ҡайғынан сәстәре ағарған әсәйем менән атайым өйҙә, был – ҡурҡыныс аңлашылмаусанлыҡ, ул ҡасан да булһа әйләнеп ҡайтыр, тип һуңғы көнгә ҡәҙәр өмөтләнер. Хатта Игорь ҙа. Өҫтәүенә, йән көйҙөргөс «Бәйләнештә». Унда иһә бөтөнләй бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Бынан тыш, мин ғүмерҙә лә булмаған бәхетһеҙ мөхәббәтем ха­ҡында яҙмаясаҡмын. Рысик тура­һында ла – быныһы хәл ителгән. «Бәйләнештә»лә мин юҡ икән, ул да булмаясаҡ – ҡәтғи ҡарар, виртуаль тормош ҡануны.
Ҡыҙҙар тиҙ күреп ҡалыр, мессенджерға яҙырға тотонор, бәлки, шылтыратырҙар ҙа. Игорь таҫма­ны битләр, иңбаштарын йыйырыр – юҡ та юҡ. Ул элек тә шулай ине: минең таҫмала ниндәйҙер яңылыҡ күрһәтә лә – лайк ҡуя. Күрһәтмәй – ярай, тағы ла күргән берәй нәмәһенә лайк ҡуйыр. Ә һуңғы көндәрҙә ул миңә бөтөнләй лайкламаны.
Мин иһә, иҫәр әҙәм кеүек, иртән күҙемде тырнап асам да смартфонға йәбешәм, уның сәхифәһен асам. Унда нимә? Нисек? Бер нәмә лә. Яңы пост йәки ике. Бер йөҙ ун һигеҙ лайк, егерме дүрт аңлатма. Ҡыҙҙарҙан да бар. Дөрөҫөрәге, күбеһе уларҙан.
Ә минең сәхифәлә уның бер лайкы ла юҡ.
Кәйефем ҡырылды. Иҫәр күҙ йәштәремде һөрттөм. Енләндем. Телефонымды ҡулыма тотоп көттөм. Уны ҡулымдан төшөрмәнем. Бәлки, килеп сыҡһа, көтөү режимында йоҡлар инем.
***
Бер нисә аҙна элек Игорҙың лайктары көн дә килде, мин бәхеткә төрөндөм. Дөрөҫ, һуңынан ул уҙып китте, тормош көтөүгә әйләнде. Пост – көтөү – тынлыҡ, тынлыҡ, тынлыҡ – ҡурҡыныс яман төшлө төн, аҙаҡ үҙеңде көҙгөнән күреү оят, йәнә пост – көтөү. Һәм лайк. Уныҡы, Игор­ҙыҡы. Асылда, уның хаҡына «Бәйләнештә»лә нимәлер яҙған өсөн лайк.
Юҡ, әлбиттә, был хаҡта бер кемгә лә бер ҡасан да әйтмәҫ инем. Френдтарым бар ине, хатта яҙылыусыларым да, тарихтарыңды һәм Рысигыңдың фотоһүрәттәрен көтәбеҙ, тине улар. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә уларҙың иғтибары оҡшаны, һүҙҙәре лә. Ләкин барыбер «Бәйләнештә»лә блог алып барырлыҡ дәрәжәлә түгел. Ә Игорь алып барҙы.
Ул – ниндәйҙер китаптар уҡыған һәм ғәҙәти фильмдар ҡараған бөтә таныш малайҙарҙың берҙән-бере ине, шикелле. Иң мөһиме – был хаҡта һөйләне. Беренсе мәртәбә уның сәхифәһенә барып төртөлгәс, шул хәтлем ғәжәпләндем, хатта мине дуҫы итеп ҡабул итһен өсөн ғариза ебәрергә лә оноттом. Ул нух заманындағы фильм хаҡында яҙҙы, етмәһә, ысын күңелдән һәм ябай ғына итеп, әйтерһең, һүҙҙәре иң яҡшы дуҫына төбәлгән. Нисек аңлатырға ла белмәйем, ләкин ҡайһы берҙә шулай килеп сыға – нәмәлер уҡыйһың, уның бөтәһе өсөн дә яҙылғанын шунда уҡ күрәһең, ә ҡайһы берҙә быны теләһә кем уҡый аласағын аңлаһаң да, был кеше һинең өсөн генә яҙған, тип уйлайһың. Игорҙа ла тап бына шулай яҙылғайны. Мин уның ҡармағына эләктем.
Игорь фильм тураһында уҡы­ғас, ныҡ ҡыуандым. Һәм йылы булып китте, гүйә, һалҡын елдә яратҡан кешем ҡосаҡланы.
Әлбиттә, дуҫлыҡ тәҡдим иттем, ул үҙемде өҫтәп ҡуйҙы. Яҙмала­рын уҡый башланым. Унда ҡыҙыҡ нәмәләр күп ине. Китаптар һәм фильмдар хаҡында ғына түгел. Ул көлкөлө ике юллыҡтар ижад итте. Бигүк уңышлы булмағандары ла бар ине, бөтә кешеләрҙәге кеүек: ҡайһы саҡта яҡшы килеп сыға, ә ҡайһы саҡта – хөрт.
Мин уны уҡыным һәм әкренләп күнектем. Ул яҙғандарға. Үҙемдең «Бәйләнештә»геләргә. Теләһәм, уны күрә аласағыма. Ләкин ул мәлдә уны күрергә теләмәй инем. Осрашып һөйләш­һәк, барыһы ла пыран-заран килер, тип ҡурҡтым. Мин унда иҫ китерлек бер нәмә лә юҡлығын аңлармын. Ул да миндә нимәлер тотоп алыр, ә бының һис тә кәрәге юҡ.
Ә аҙаҡ ваҡыт уҙҙы, шулай ғә­ҙәтләндем, уның лайктарын көн-төн көттөм, телефон менән йоҡланым.
Ул һәр саҡ килде, ә бер мәл тотто ла юғалды.
Тыуған көнөмдөң иртәгеһе тәҡәт ҡоротҡос эҫе булды. Иртән мин, хәҙер бөтәһен дә беләм, «Бәйләнештә»лә френдтарым ғына түгел, ысын дуҫтарым да бар, виртуаль булһа ла, мине байрам менән ҡотлайҙар, сәскә бүләк итәләр, тигән пост яҙҙым.
Беҙ, әлбиттә, дачала инек, һыуыҡ һыу менән ҡойондоҡ, ярты көн буйы магазинға туңдырма һәм минералкаға йөрөнөк, ярты кис шымсы апай тураһында алама сериал ҡараным. Аңлауығыҙса, телефонға ла күҙ һалдым. Тәүҙә тыныс ҡына, һуңынан тул­ҡынланып. Төн уртаһы яҡы­най­ғас, Игорҙың күренеүен үтә тә­үәккәллек менән теләнем. Сәхи­фәмдә ни ҙә булһа лайклаһын, мин тыныс ҡына иркен тын алыр инем.
Төн уртаһы етте, ә ул һаман кү­ренмәне. Дөрөҫөрәге, миндә генә, сөнки үҙен селтәрҙә күрҙем.
Төнгө сәғәт икелә генә йоҡла­ным, төшөмә вокзал, поездар, перрон инде, юлдарҙың мәңге бөтмәҫ еҫтәре күкрәгемә тулды, бер аҙ баш әйләнде. Гүйә, поездан төшөп ҡалғанмын да вокзалға йүгерәм. Табло янына бәләкәй төркөм йыйылған ергә. Миңә һауа етмәй, ҡабырғам сәнсә, ләкин бер аҙым да атлай алмайым, ә тәгәрмәсле сумаҙан перрон брусчаткаһында минән һулға һикерә, минән ысҡынып китеп түбәнгә – тимер юлдағы томанға әллә төтөнгә тәгәрәргә теләй.
Шунан йүгерәм, Игорҙың поезы биш минут элек киткәнен күрәм. Мине өмөтһөҙлөк солғап ала, иларлыҡ та көсөм юҡ.
Иртән смартфонды ҡулға ала һалдым, шунда уҡ юҡҡа алғаным­ды күрҙем. Сәхифәмдә бер нәмә лә үҙгәрмәгәйне. Уныҡында ла. Биш минут уйлағас, уртаҡ таныштарымдың сәхифәләре буйлап киттем. Күрәһең, был бөтөн­ләй насар булғандыр, ләкин тикшергем килде. Уның лайктары ара-тирә бар ине. Хатта ике аңлатма ла. Тимәк, уның менән бөтәһе лә ал да гөл. Миндә ҡай­ғыһы юҡ.
Был тынысландырҙы. Бер үк ваҡытта хафаға ла төшөрҙө: түшәктән торғом да, ҡайҙалыр бар­ғым да килмәне. Әлбиттә, торҙом. Өмөт бик самалы ҡалһа ла, көнө буйы смартфондан күҙемде алманым.
Ысынлап та, бик сәйер ине был. Кеше һинең сәхифәгә инмәгән йәки таҫмала һинең аша үтеп киткән. Иҫәрлек, өрәк, виртуаль ысынбарлыҡ. Әммә миңә ныҡ ҡыйын ине, әйтерһең, яратҡан кешем ташлаған.
***
Көндәр уҙҙы. Юҡҡа икәнен аңлаһам да, барыбер көттөм. Күрәһең, ул мине уҡып туйғандыр. Шул ғына. Ғәҙәти хәл.
Һуңғы өмөт тороп ҡалды. Дуҫтарының берәйһе аватаркаһын алыштырһа, Игорь әленән-әле лайклай.
Иң матур ҡыҙыл күлдәгемде кейеп, яһанып-биҙәнгәс, өләсәйемдән мине фотоға төшөрөүен үтендем. Ул һуҡранды, әммә риза­лашты, ә фотоһүрәт ҡарап туя ал­маҫлыҡ ине. Унан аватарка яһап, көтә башланым. Ике минуттан «Бәйләнештә»лә белдереү янды, кемдер нимәлер лайкланы. Һиҫкәнеп киттем, ҡарар өсөн ҡушымтаны һаҡ ҡына астым, кем һәм нимә, ләкин белдереү юғалды. Әллә шулай ғына тойолдо.
Ә Игорь килмәне лә ҡуйҙы. Бөтәһе лә юҡҡа ғына.
Мин элек «Бәйләнештә»лә Игорь арҡаһында яҙыуыма шикләнмәй инем, хәҙер быларҙың барыһын да ташлайһы, хатта ҡушымтаны смартфондан алып ырғытаһы ғына ҡалды. Ләкин ҡулым барманы. Әйтерһең, беҙҙе тоташтырып торған һуңғы епте өҙөргә кәрәк.
Йәйге каникул булмаһа, бәлки, уның мәктәбенә юлланыр инем, ләкин әле мөмкин түгел. Мин виртуаль рәүештә барҙым.
Ике аҙна уҙҙы. Хәҙер бер нәмәгә лә өмөтләнмәнем, шулай ҙа иртән өйрәнелгән ғәҙәт буйынса нимәлер хаҡында яҙҙым, кисен Рысикты фотоға төшөр­ҙөм.
Бер мәл Рысик бигерәк тә һәйбәт килеп сыҡты. Оло-ҡара, тимгелле, ҡолаҡтарында һәм тәпәй­ҙәрендә суҡтар. Уға бөтәһе лә рәттән лайк ҡуйҙы. Лайкланылар, һоҡландылар, ах та ух килделәр. Ә бер яңы френд: «Миндә лә шундай уҡ. Теләйһеңме, күрһәтәм?» – тип яҙҙы хатта.
Һуңғы осорҙа яңы френдтарҙы еңел өҫтәнем. Дөрөҫөн әйткәндә, миңә барыбер ине. Дуҫлашырға теләйҙәрме? Ҡаршы түгелмен. Хисап өсөн өҫтәләләрме? Өҫтәлә бирһендәр, минән бер ниндәй насарлыҡ күрмәҫтәр.
Ят бесәйҙе бик ныҡ күргем кил­де, яуап бирмәү ҙә әҙәпһеҙлек булыр ине. «Күрһәт», – тип яҙ­ҙым.
«Сәхифәңә һалам», – тип яуап бирҙе ул.
Ғәжәпләндем, әммә ҡаршы килмәнем, бер минуттан һәләк матур Себер бесәйе фотоһүрәтен алдым. Дөрөҫ, уныҡын ғына түгел. Бесәй хужаһының ҡулдарында ята ине. Хужа минең йәштәр тирәһендәге яғымлы егет. Ул миңә тағы ла әҙерәк Игорҙы хәтерләтте. Бәлки, йылмайыуы менәндер, сөнки уларҙың йөҙ һыҙаттары бөтөнләй төрлөсә, сәстәренең төҫтәре лә. Оҙон һары бөҙрә сәсе маңлайына төшкән. Һомғол буйлы, шикелле. Ябыҡ, беләктәре нәҙек, яурыны киң, буғай. Әммә фотоһүрәттән тәғәйен белеп буламы ни?
«Һылыу!» – тип яуапланым, хәбәргә бик оҙаҡ мөнәсәбәтемде белдермәүемде уйлап алып. Был һүҙҙе уларҙың икеһенә лә – хужаға ла, бесәйгә лә әйтергә булыр ине.
«Ә ул тағы ла балыҡ тота белә!» – тип яҙҙы бесәйҙең хужаһы.
Элек уға иғтибар итмәнем, хатта үҙемдең ошондай френдым булыуын аңламаным. Хәҙер, әлбиттә, уның сәхифәһен ҡараным. Исеме – Стас, Санкт-Петербургта йәшәй. Минең һымаҡ. Игорь кеүек. Бына ни өсөн йәнә Игорҙы иҫкә төшөрәм? Өҫтәүенә, әле бөтөнләй икенсе кешегә хәбәр яҙғанда ла.
«Туҫтаҡтанмы?» – тип һораным, бигерәк оҙаҡ өндәшмәүемде аңлап алып.
«Йылғала!» – Стас шунда уҡ яуапланы.
«Улай булмай!»
«Бәхәсләшәбеҙме?»
Был көтмәгәндә булды, әммә күңелле. Миңә күптән бындай аралашыу етмәй ине, шуға күрә: «Әлбиттә!» – тип яуап бирҙем.
«Улайһа, шәмбелә Финляндия вокзалына кил!»
Тәүҙә шикләндем. «Бәйләнештә»лә теләһә нәмә һөйләү – бер эш, ысынбарлыҡта осрашыу – бөтөнләй икенсе.
Стас, күрәһең, хәлемде тойғандыр.
«Теләмәһәң – кәрәкмәй, – тип яҙҙы. – Мин һиңә һуңынан фото һалырмын. Иҫбатлау менән».
Баҡтиһәң, Вирта – Вуокса йыл­ғаһының боронғо үҙәне, ә Муссон бесәй икән. Бәләкәй сағында Муся тип йөрөткәндәр, тик бесәй Муся – үҙенсә, ә бесәй Муссон тулыһынса яңғыраған.
Шуның менән әңгәмә бөттө. Яғымлы егеттең мине ҡайҙалыр саҡырыуы күңелемде елкетте, ләкин уның менән бер ҡайҙа ла барырға йыйынманым.
***
Игорь яҙыуҙарыма лайк ҡуйыу­ҙан туҡтағандан һуң хәтһеҙ ваҡыт уҙҙы, ләкин был хаҡта уйлай алмай инем. Артабан бөтә тарих бигүк йәл булмаһын өсөн ҡойроғон киҫәкләп ҡырҡҡан бесәй тураһындағы иҫке көләмәсте нығыраҡ хәтерләтте.
Бәлки, миңә йә смартфондан «Бәйләнештә»не бөтөнләй алып ташларға, йә Игорҙы тәрән банға оҙатырға кәрәккәндер. Ләкин булдыра алманым. Ҡулым күтәрелмәне, ике күҙем уның постарын үҙҙәре эҙләне. Элеккесә көттөм.
Был әүәлге көтөүҙәргә һис оҡшамағайны. Элек көтә һәм көтөп ала инем, хәҙер көтөп ала алмаясағымды алдан уҡ белдем.
Йәй ҡарҙы бөтә тәфсирҙәре, ҡытыршылыҡтары һәм еҫе менән ентекле күҙ алдына килтерһәң дә, барыбер яумай. Һине күптән хәтергә төшөрмәгән кеше хаҡында һәр саҡ уйлаһаң, барыбер иҫкә алмай. Ә һиңә ҡыйын ғына була бара. Сәғәт һайын, көн һайын.
Бер ваҡыт хәл иттем – күпме мөмкин һуң? Эсем бигерәк ныҡ бошто, башым ауыртты, һул күҙ ҡабағым һуҡыр себен тешләгәндән һуң шешеп сыҡты, ирендәрем гел кипте, уларҙы эҫелектән кипкән телем менән яларға тура килде. Игорҙың сәхифәһенә яҙыр­ға булдым. Яҙҙым. Ебәрҙем.
Ҡулдарым ҡалтыранды, ҡаным бөтә ерҙә – ҡайҙа ярай, ҡайҙа ярамай – ҡаҡты, устарым шунда уҡ тирләп сыҡты. Игорҙы селтәрҙә икәнен күрҙем дәһа, хәбәремде уҡығанын да белдем.
Ә шунан уның яуап йыйғанын күргәс, саҡ һуштан яҙманым.
«Сәләм! Барыһы ла һәйбәт. Әллә ни яңылыҡ юҡ», – тип яҙҙы Игорь.
Мыҫҡыл итеүгә оҡшағайны был. Йәки саҡ ҡына әҙәплелек менән биҙәлгән «Бәйләнмә!»гә.
Башҡа бер нәмәгә лә.
Башым эшләмәне, шулай ҙа өндәшмәй ҡалһам – аҡылдан яҙасағымды аңланым, йәһәт кенә һуңғы ваҡытта үҙем менән ни булғанын һөйләүсе пост йыйҙым. Исемемде атамайынса, бар тарышлығымды һалып, мине Игорь ғына аңларлыҡ итеп. Ҡапыл мөғжизә тыуһа, ул мине яңынан уҡырға тотонор.
Яҙып бөткәс, Игорҙың барыбер иғтибар итмәйәсәген аңланым. Сөнки...
Әсе йәш эркелде күҙҙәремә. Күпме илағанымды хәтерләмәйем. Оҙаҡтыр, күрәһең. Ямғыр яуҙы, буғай. Ҡояш сыҡты, буғай. Ел болоттарҙы ҡыйғас киҫәктәргә телгеләне. Смартфонға текәлеп ултырҙым, күҙ йәштәрем яңаҡтар, муйын буйлап аҡты, экранға тамды. Шунан еүешлектән телефондың ватылыу ихтималлығын аңланым. Ватылмағайы. Ҡәҙимге төймәлеһен һатып алырмын, кистәрен дача йәштәре йыйылған ма­газинға йөрөй башлармын, миңә бәхет йылмайыр. Бәхет, аңлайыш­һыҙ асыл – социаль бәйләнеш селтәре түгел. Уларҙың бөтәһен дә бер кем дә бер мәртәбә лә лайк­ламаһын һәм аңлатма яҙмаһын.
Тү-ҙер-мен.
Нимә, үҙемә икенсе ҡәҙимге егет таба алмайыммы ни? Бик еңел! Етмәһә, эҙләргә лә кәрәкмәй. Үҙе эҙләп тапты! Стас! Стас мине тапты!
Тотам да хәҙер үк уға яҙам. Ҡарарбыҙ, нимә әйтер.
***
Стас ҡыуанды. Асыҡтан-асыҡ, ысын күңелдән шатланды, мин дә тартынманым тиерлек. Ул үсекләмәне, маһайманы, хатта бер нәмә хаҡында ла һорашманы. Бары тик ҡасан осраша аласаҡбыҙ, ҡайҙа барыуыбыҙ тураһында аңлайышлы һәм аныҡ итеп һөйләне.
Игорҙы ла бөтөнләй хәтерҙән сығарып ташламаным, әммә еңеллек, бер аҙ еңеллек кисерҙем. Һәр хәлдә, уның менән бер нисек тә бәйләнмәгән уйланыуҙар темаһы барлыҡҡа килде.
Йомала өләсәйем ҡалаға йыйынды, уға табиптан ниндәйҙер рецепт яҙҙырып алырға кәрәк ине. Һаҡ ҡына уны ашыҡмаҫҡа, дачаға шәмбелә тыныс ҡына ҡайтырға күндерә башланым. Иртән түгел – ниңә ҡара таңдан һикереп торорға? Ә кис, буш электричкала, тынлыҡта һәм еләҫтә.
– Ә һин ҡурҡмаҫһыңмы һуң? – тип һораны өләсәйем.
– Нимә?! – Ысынлап асыуландым. –  Ҡурҡмам, сит кешеләрҙе өйгә индермәм, астан да үлмәм. Ысынлап.
Өләсәйем ризалашты.
Ә мин, оятһыҙ, шатлығымдан үрле-ҡырлы һикерҙем, һиҙҙермәй генә юлға йыйынырға тотондом. Биштәргә серәкәйҙәрҙән һаҡланырға крем, бер шешә һыу һәм швейцар бәкеһе һалдым. Беҙ уны әсәйем менән атайыма бүләк иткәйнек, ул бәкене дачала һаҡланы. Алыҫ походтар өсөн. Ә мин тап алыҫ сәфәргә йыйындым.
***
Стасты алыҫтан күрҙем. Ул миңә фотоһүрәттәге һымаҡ күренде, тик бесәй генә етмәй ине.
Артына килеп баҫтым да өндәштем:
– Стас? Сәләм!
Ул артына боролдо, миңә баштан-аяҡ күҙ йүгертеп алғас, көттөрә биреп йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарҙы.
– Сәләм, Кать!
Йылмайыуы сәйер ине. Ирендәре йылмая, ә күҙҙәре битараф ҡалды. Миңә был йылмайыу Игорҙыҡына оҡшағандай тойолдо. Уның хатта фотоһүрәтендә лә йөҙө, күҙҙәре балҡый.
Башымда бер кемгә лә кәрәкмәгән ошо уйҙар өйрөлдө, ләкин үҙемде тиҙ ҡулға алдым, сағыштырыуҙан туҡтаным.
Ул биштәремдең өҫкө тотҡаһынан эләктереп алып еңелсә тартты:
– Бир, үҙем тотам.
– Ул еңел. – Ризалашманым.
Стас биштәрҙе барыбер ысҡындырманы:
– Бир, тим. Тотҡаға тотоноп барабыҙмы ни?
Ул шарҡылдап көлдө, үҙе артынан эйәртеп бер нисә аҙым ситкә атланы. Биштәрҙән һөйрәп.
Үҙемде ахмаҡтарса хис иттем. Шунда уҡ ризалашһам икән:
– Йә, ярай, ал!
Стас биштәрҙе яурынына элгәс, терһәгемдән матҡып тотоп кассаларға алып китте. Ҡулым ауыртты, уның һәр бармағынан эҙ ҡала, тип уйланым. Тирем бигерәк йомшаҡ, унда «һә» тигәнсе күк барлыҡҡа килә. Гел туҡмал­ған кешеләй йөрөйөм. Бигерәк тә йәйгеһен. Йәғни күк йәй көнө ныҡ күҙгә ташлана. Хәҙер бына тағы өҫтәлә, тип-тигеҙ ерҙә.
– Әйҙә, әйҙә, әйҙә! – Стас ашыҡтырҙы, ҡапыл йырлап ебәр­ҙе. – Биш минут! Биш минут!
Электричка әллә ҡасандан бирле тора инде. Ҡиәфәте шундай: әйтерһең, бер урында тороп ялҡҡан, хәҙер туғайҙарға, урмандарға һәм далаларға ашҡына.
Быныһын шыттырам, әлбиттә. Беҙҙең яҡын-тирәлә дала юҡ, бер ниндәй электричка ла барып етмәйәсәк.
Йылмайып Стастан һораным:
– Беҙгә оҙаҡ барырғамы?
Ул шунда уҡ элеп алды:
– Ә һин нисек теләйһең? Алыҫҡамы әллә тиҙерәкме?
Сәстәре маңлайына төштө, күҙҙәре ҡоростай йылтыраны, битенә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
Уға ҡарағас, донъяла иң ныҡ теләгән нәмәмде көтмәгәндә аңланым. Ләкин һуң ине инде.


2-се бүлек


Һеҙ иһаһайлай алаһығыҙ, әммә башта уны үҙем өсөн генә ниңә Ры тип атағанымды аңлатам, һуңынан – ҡалғандарын.
Минең ике туған һеңлем бар ине. Йәғни ул әле лә бар. Ләкин ул хәҙер сәсен буяй, бер нәмә лә аңлармын тимә. Бала саҡта ерән ине. Һәм алама холоҡло. Һәйбәт, әммә алама холоҡло. Эйе, шундай ҡыҙҙар була. Бер тинлек зыяндары теймәһә лә, ҡайһы бер­ҙәре бөтөнләй йүнһеҙ. Уларҙың янында ултырғы ла килмәй. Минең һеңлем кеүектәре лә бар. Ундайҙар менән ҡыйын, тик ул ҡаланан ҡайҙалыр китһә, тәүҙә айға ҡарап олорға әҙер инем. Һуңынан өйрәндем, әлбиттә. Аҙаҡ ул ҡайтты. Һәр саҡ, һуңғыһын иҫәпкә алмағанда. Әсәһе кейәүгә сығып, уны Мәскәүгә яңы иренә алып китте.
Бына шулай, уның исеме Катя ине. Ә мин уны Рыжая Катя – Ерән Катя тип йөрөттөм. Быныһы баштараҡ. Һуңынан ҡыҫҡарттым: Рытя, тора-бара – Ры.
Мине «Бәйләнештә»лә эҙләп тапҡан Катя ла ерән. Холҡо – ой! Ул нимәһе менәндер һеңлемде хәтерләтте. Балалар ҡушаматының яңы хужаһына күскәнен үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Әйткәндәй, ул тап килә. Тик миңә уға шулай тип өндәшергә үҙемде тәртәлә тоторға кәрәк. Ну, «Бәйләнештә»лә яҙмаҫҡа. Тормошта иһә беҙ осрашманыҡ.
Дөрөҫөрәге, бер мәртәбә бер-беребеҙҙе күрҙек, әммә ул ваҡытта кем икәнен белмәй инем. Ры ла минең хаҡта бер нәмә лә белмәне. Был әҙәбиәт буйынса ҡала олимпиадаһы ине. Ры минән ҡыялаш ултырҙы, бер тапҡыр текләп ҡараны. Ләкин уның ҡарағанын, әммә күрмәгәнен һиҙҙем. Бәлки, уға барыберҙер. Ул саҡта миңә лә ике иҫәп – бер хисап ине. Уның буй-һынына ғәжәпләнеп бөтә алманым. Нәфис һымаҡ, шулай ҙа... Ну, быныһы мөһим түгел. Мин хәҙер ни эшләрмен?
Ярты йылдан һуң ул мине «Бәйләнештә»лә эҙләп тапты. Тапманы, уртаҡ таныштар аша килеп юлыҡҡандыр, иҫенә лә төшөрмәгәндер, ләкин уға ҡыҙыҡ булды. Миңә лә ҡыҙыҡ ине.
Ул кино тураһында яҙыуыма һоҡланып бөтә алманы, көн дә яҙғым килде. Көн дә кәрәгенән артыҡ булыуын белә инем. Ялҡасаҡ – шул ғына. 
Аҙнаға бер тапҡыр яҙҙым, йыш түгел. Ә ул ялҡманы.
Ул да сәхифәһендә нәмәлер яҙҙы. Даими рәүештә. Быны ысын­ға алып уҡый алманым, ул ҡәҙәр яманлыҡ та тапманым. Йәғни ахмаҡлыҡтар бар ине, әммә ҡәҙимгесә – ҡыҙҙарса, ғәфү итерлек. Кис һайын бесәйе Рысиктың портретын ҡуйҙы. Уны ла Ры тип атарға булыр ине.
Ул саҡта миңә ҡыҙ оҡшанымы әллә юҡмы икәнен белмәйем, әммә френдтарым араһында Ры барлыҡҡа килгәс, оҡшаны. Миңә яҙғандары ла. Көн дә иртәнән кискәсә элемтәлә тороуы ла.
Һуңынан уның тыуған көнө етте. Бөтәһе лә ҡәнәғәт булһын өсөн үҙен нисек ҡотларға белмәнем. Шулай ҙа тәүәккәлләнем. Ул һалҡын ғына яуапланы: «Рәхмәт». Әйткәндәй, исемемде лә атаманы.
Иртән, хәҙер кемдәрҙең ысын дуҫтар, ә френдтар түгел икәнен беләм, тип яҙҙы. Кемдәр сәскәләр ебәргән – шулар дуҫ.
Шунда мин тилерҙем. Аҙаҡ хәл иттем: йә, ярай. Дуҫ түгел икән, дуҫ түгел. Теләгәнең менән дуҫлаш.
Уны дуҫтарымдан алып ташларға йыйындым, кире уйлағас, былай ғына яҙыштым. Бөтәһе лә элеккесә ҡалды, Ры яҙғандарҙы уҡыманым. Бер көн уҡыманым, ике, өс. Шунан ни өсөндөр түҙмәнем, яңынан башланым. Көнөнә бер тапҡыр, бер юлы.
Ә Ры бер ваҡыт сәхифәмә яҙҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, миңрәүләндем. Яуапҡа ниндәйҙер юҡ-бар ебәрҙем. Көтөлмәгәнлектән, ғөмүмән. Минән нимә көтөргә? Ябай ғына френдмын, дуҫ түгелмен.
Һуңынан яҙыр әле, бәлки, тип уйланым, ләкин Ры теләмәне. Әллә үпкәләне инде? Әллә ҡул һелтәнеме?
Ры һәр ваҡыт элемтәлә торҙо, уның менән бөтәһе лә тәртиптә икәнен белдем. Бәлки, бының менән башты ҡатырмаҫҡа, уйлап та ҡарамаҫҡа кәрәккәндер, ләкин ниңәлер бер нәмә лә онотолманы.
Һуңынан унда шундай пост уҡыным, саҡ аҡылдан яҙманым. Бәлки, бөтәһен дә дөрөҫ аңламағанмындыр? Дөрөҫ булһа, Ры һәр ваҡыт минең хаҡта ғына уйлай икән дә баһа. Юҡ, ул асыҡтан-асыҡ әйтмәне, муйыным һәм арҡам тиргә батты хатта, ә эсемдә барыһы ла көсөргәнешле, тағы ла саҡ-саҡ – нимәлер буласаҡ.
Булманы.
Етте, уға үҙем яҙам. Кистән уның менән элемтә юҡ ине, күрәһең, иртәрәк йоҡларға ятҡандыр. Төшкөһөн тикшергәндә лә шул уҡ хәл.
Ҡарағас, ғәжәпләнеп бөтә алманым, Ры һуңғы тапҡыр элемтәгә иртән туғыҙҙа сыҡҡан. Шул ғына.
Был уға бөтөнләй оҡшамағайны. Шулай ҙа сәхифәһенә күҙ һалдым: ҡайҙалыр барырға йыйынам, тип яҙғандыр, бәлки. Юҡ, быға оҡшаған бер нәмә лә тапманым. Бер сәғәт көттөм дә бар яҙмаларын яңынан уҡып сыҡтым. Ул ҡәҙәр тулҡынланманым, миңә уның ҡайҙа йөрөүе ҡыҙығыраҡ ине.
Саҡ ҡына көтә биргәс, мессенджерҙы асып: «Сәләм!» – тип яҙҙым.
Ул хәбәрҙе күрер ҙә яуап бирер. Эйе, Ры әле селтәрҙә юҡ. Хәбәр уға барыбер барып етәсәк тә баһа.
Ләкин яуап бирмәне. Биш минуттан һуң да, егерме минуттан һуң да.
Ҡулымды һелтәнем дә үҙ эштәремә тотондом. Шунан смартфон мырҡылданы, һелкенергә кереште. Артҡы кеҫәмдән алғансы тауыш туҡтаны. Рының шылтыратҡанын күрҙем. Телефондан түгел, уның номеры ла юҡ, ә мессенджерҙан.
Ә бит миңә ғүмерҙә лә шылтыратҡаны юҡ ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниндәйҙер сәйерлектәр.
Шылтыратырға булдым.
Ул шунда уҡ яуап бирҙе, элек уның тауышын бына шулай ишеткәнем юҡ ине.
– Сәләм, – тине Ры. – Яҙғаныңа бик шатмын. Тик бында ниңәлер элемтә насар, нисектер сәйер. Мин хәбәр ебәрә алмайым, ә ниңәлер шылтырата алам.

– Ҡайҙалыр ял итәһеңме әллә? – тип һораным.
– Ну, – ул һүҙ таба алмай туҡтап ҡалды. – Эйе. Ял итәм. Барыһынан да.
Миңә Ры, ысынлап та, ауыр һулағандай тойолдо, әйтерһең, һулҡылдап ҡуйҙы.
Төпсөнөргә теләгем юҡ ине, ләкин был хәл һағайтты.
– Үҙең генәме ни?
– Үҙем генә. Башта үҙем генә түгел инем, ә хәҙер... – Ул әйтеп бөтмәне, йәнә һулҡылданы, шунан танауын тартты.
Түҙмәнем:
– Һин ҡайҙа, Кать? Ни булды?
– Мин белмәйем! – Ул ҡыс­ҡырҙы. – Стастың дачаһындамын. Ә ул мине ни өсөндөр бикләне лә үҙе ҡайҙалыр олаҡты.
– Тәк, тынысландыҡ. – Аныҡ һәм әкрен һөйләргә тырышып бойорҙом.
Телефонда тауыш һүрелгәндән-һүрелде.
– Ҡайһы Стаста? Һин уның менән бергә уҡыйһыңмы? Күптән беләһеңме?
– Эйе, Стастамын, «Бәйләнештә»ге! Ул һинең френдтарыңда ла бар. Ә былай мин уны бөтөнләй белмәйем.
Яҡын-тирәлә булһа, иң тәүҙә елкәһенә ҡундырыр инем – бик елле фекер төштө башыма. Белмәгән-күрмәгән кеше янына дачаға киткән өсөн. Бындай френдты хәтерләмәйем. Улар миндә һанап бөткөһөҙ. Әле «елкәгә ҡундыра» алмайым. Хәҙер нимәлер хәл итергә кәрәк.
– Дача ҡайҙа? – Йәһәт кенә һораным.
– Виртала.
– Ҡайҙа?
– Вуоксала, иҫке үҙәндә. Уны унда Вирта...
– Барыһын да аңланым. Анығыраҡ билдәләргә тырыш.
– Нисек?
Уның тауышында өмөтһөҙ ауаздар ишетелде. Мин әкренерәк һөйләнем.
– Тәҙрә янына бар. Уны ас. Аса алаһыңмы? Сығып булмаймы? Тәк. Улайһа, яҡыныраҡ баҫ, телефоныңды, булдыра алһаң, тәҙрәнән тышҡа сығар. Элемтә яҡшыраҡ булыр. Яндекс карталарын ас. «Минең ҡайҙалығымды күрһәтергә» тигәнгә баҫ. Картала нөктә күренер. Уның координаталарын миңә әйт. Экрандан скрин яһап, ебәрә алаһың. Ебәреп булмаймы, улайһа, телдән миңә әйт. Аңланыңмы?
– Эйе. – Ул тынысыраҡ яуап­ланы.
Телефонды һүндермәнем, мөмкин булғанда, элемтәлә торһон. Иҫәр. Әлбиттә, хәҙер мөмкин түгел ине. Уның смартфонының көсө күҙгә күренеп кәмене, башыма ла килмәне хатта.
Мин уны бикләп ҡуйған иҫә­үән хаҡында бер нисә һорау ебәр­ҙем. Сәйерерәк килеп сыҡты. Улар талашмаған да, Стас уға бәй­ләнмәгән дә, шикелле. Туристик базаға барып, кәмә алғас, был ярға килергә вәғәҙә биргән. Ры уны әлегә дачала көтөргә тейеш. Ҡыҙ ҡаршы төшмәгән. Ләкин ул ишекте ни өсөндөр ныҡ япҡан, Ры сыға алмаған. Өйҙән генә түгел, бүлмәнән дә. Бәлки, осраҡлылыр, бәлки, юҡтыр – этем бел­һен. Иң мөһиме – уның ҡайтма­ғанына ике сәғәттән ашыу ваҡыт уҙған. Ә егерме минуттан урап килергә вәғәҙә биргән. Бар тарих шул. Шылтыратыуҙарға ла, хәбәр­ҙәргә лә яуап бирмәгән. Аңлашы­ла – элемтәнән ситтә.
Быларҙы һөйләгәс, көтә-көтә алйыған Ры йәнә һулҡылданы, координаталар ебәрҙе. Картала уның ҡайҙалығын күрҙем. Ул тиклем төпкөлдә түгел. Ҡаланан бер йөҙ дүрт километр, ҙур ҡасаба. Дөрөҫ, уның әле Ры ултырған өлөшө яңыраҡ төҙөлгән, өйҙәр бер-береһенән алыҫ һалынған.
Кемдер, һинең шөрөптәрең бушаған, тип әйтер, ләкин мин уға, киләм, тип әйтеүҙән башҡа бер нәмә лә уйлап таба алманым. Тиҙ­ҙән. Бәлки, әле үк түгел, әммә кискә мотлаҡ.
Уға тағы ла ни әйтә ала инем һуң? Көт, ул ҡайтыр? Ҡайтамы, юҡмы икәнен ҡайҙан беләйем. Полицияға шылтыратырғамы? Нимә әйтергә? Шуныһы ла бар бит әле, унда ни тип яуапларҙар? Кәрәк булһа, бергәләп шылтыратырбыҙ. Мин барып еткәс.
Иң мөһиме – «Бәйләнештә»лә бер ай буйы тиерлек Ры менән һөйләшмәүемде иҫемә лә төшөрмәнем. Әле метроға йүгерәм, Яндекс-карталарҙа маршрутты билдәләп, үҙемдә күпме аҡса барлығын барлайым.
***
Күк күкрәп, йәшен башланғанда автобуста һуңғы туҡталышҡа килеп еткәйнем. Көс еткеһеҙ күк түбән төшкән, уны ни менәндер терәтеп ҡуйғы килә. Ҡояшты тәү­ҙә йоҡа ҡатлам булып һуҙылған үрмәксе ауы йотто. Ләкин ҡатлам торған һайын ҡалынайҙы, үрмәк­се ауы үтә күренмәүсән һәм ныҡлы япмаға әйләнде, уның аша еңел яҡтылыҡ та үтмәҫ.
Ямғыр ғына яуыр, тип өмөтләнгәйнем, тик күк йөҙө ҡараң­ғыланыу менән, автобустың ҡалай түбәһендә, әйтерһең дә, әле бында, әле тегендә ҡоро, эре борсаҡ өҙлөкһөҙ тәгәрәне.
Шунан тәүге йәшенде күрҙем. Ул күкте балҡыусы ярыҡтарға бүлгеләнгән пазлға әйләндереп ярылды.
Автобус туҡтаны, ишектәр асылды. Кемдер теләр-теләмәҫ, кемдер ашығып сығырға йыйынды. Ямғыр тамсылары әкрен генә ергә төштө, тап булып шыуышты. Әммә был ҡойма ямғырға ысын әҙерлек ине. Ул биттәребеҙгә лә дымы менән ҡағылды. Еүешләнмәҫкә бер генә мөмкинлегем барлығын аңланым, уныһы ла ышаныслы түгел. Туҡталыш павильонында ултырыу. Бындай ямғыр оҙаҡ яумаҫ әле. Был ваҡыт эсендә Ры менән ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ хәл килеп сығыуы ихтимал, уға хәтлем булмаһа әле. Мин иһә, булмаһын, тип бар көсөмә өмөтләндем. Һуңғы тапҡыр уға ярты сәғәт элек яҙғайным, ул, смартфондың заряды бына-бына бөтәсәк, ҡалғандары үҙгәрешһеҙ, тип яуап биргәйне.
Был мине ҡыуандырҙы ла, әҙерәк тынысландырҙы ла. Һәйбәт бер нәмә лә булмағас – түҙерлек, насар нәмә юҡлығы ла – ярайһы вариант. Атайым әйтмешләй, эш варианты.
Павильондағы ҡояш йылытҡан эскәмйәгә ултырыу менән ямғыр, күк пәрҙәһен йыртып, ҡойорға тотондо. Унан ҡасып ҡотолорлоҡ түгел – баш өҫтөндә түбә бар, артта ла, ҡабырғаларҙа ла стеналар, тик тар, ҡойма ямғыр ойоҡбаштарға һәм тубыҡтарға эләгә.
Ләкин шыңшыманым. Сөнки янда кеше юҡ. Ямғыр ҡойҙо ғына. Йәшен күкте буй-буй телгеләне. Ул туҡтамаһа, һаңғырауланасаҡмын. Шунан, ярай әле, йылғала түгелмен, тип ҡыуандым. Унда йөҙ тапҡыр хәтәрерәк, тауыш көслө, бөтә ерҙә һыу.
Миңә бындағыһы ла етте. Джинсы балаҡтары һығып алыр­ҙай һыуланды, футболкала һал­ҡын ҡара таптар барлыҡҡа килде.
Бында тағы ла ун биш минут ултырһам, ямғыр аҫтына тыныс ҡына сыға алам. Нығыраҡ еүешләнмәйәсәкмен.
Шулай ҙа йәшен көнбайышҡа шыуышты. Әкрен генә, теләр-те­ләмәҫ, күкрәүҙәре һәм көслө еле менән. Тәнем боҙға әйләнде.
Сәйер, йәй килгәнгә әллә ҡасан, әммә еүешләнгән футболка менән джинсыла ҡыш өй кейемендә балконға сыҡҡандағыға ҡа­рағанда ла нығыраҡ һыуыҡ бәрҙе.
Саҡ ҡына тора бирҙем дә баш өҫтөндәге түбә ситендә бүрткән үтә күренмәле эре тамсыларға ҡа­рағас, тын алдым да киттем. Иң ҙур күләүектәрҙе урап уҙырға тырышып, еүеш үлән, тайғаҡ таштар, бысраҡ юл буйлап атланым.
Тәүҙә ышаныслы барҙым, шунан дөрөҫ бармағанмын һымаҡ тойолдо. Телефонды тартып сығарырға тура килде. Башта Рыға шылтыратып ҡараным, ул, әлбиттә, яуап бирмәне. Үҙемә сираттағы тапҡыр, уның аккумуляторында заряд бөткән, юҡҡа аҡылдан яҙырға ярамай, тип ҡабатланым.
Шунан картаны астым. Ҡарар­ға уңайһыҙ ине, экранға танауым менән төртөлдөм. Бала саҡтан насарыраҡ күрәм, ләкин күҙлекте һирәк кейәм, бөгөн бөтөнләй алманым. Артымдан кешеләр ҙә үтә шикелле. Мотор геүләне. Әллә тауыш кәметкесһеҙ мотоцикл, әллә алыҫта бәләкәй трактор. Ҡараманым. Йөрөүселәр бөткән тиһеңме ни? Шулай ҙа юл ситенә боролдом.
Юл ситендә бейек үләндәр үҫә, әле улар йәйғорҙоң бөтә төҫтәре менән алмашып балҡый. Мине был ҡыуандырманы. Хәҙер яңынан кроссовкаларым менән бат­ҡаҡҡа батасағымды белә инем.
Йә, ярай, төкөр. Ну, һыуыҡ тейҙерҙем, ти. Беренсе мәртәбәме әллә? Бала саҡта бөтә был ОРВИ, ангина һәм бронхит менән аҙ сирләмәнемме ни? Үттеләрме? Үттеләр. Күнегергә ваҡыт, хыял диңгеҙендә йөҙмәҫкә.
Яңынан картаға текәлдем, кемдер өндәшкәнсе унан күҙҙәремде алманым:
– Ишетәһеңме, егет? Телефоныңды биреп тор әле. Ашығыс шылтыратаһым бар. Аҡса бирермен.
Шунда уҡ Стасты иҫкә төшөр­ҙөм. Аҡылға һыймаҫлыҡ ахмаҡлыҡ, әммә ниңәлер улдыр, тигән уй йүгереп уҙҙы башымдан. Боролоп ҡараным.
Улай итмәҫкә кәрәк булған икән. Бәлки, баҫтырып килеүсе айыуға бейәләй ырғытҡан кеүек, смартфонды ташлап, йүгерергә кәрәккәндер. Боролмаһам, уйламаһам, кешелек сифатын юғалт­ҡан табаҡ биткә ҡарамаһам, артыҡ бер нисә секундым булыр ине.
Ләкин боролдом, күрҙем, әйтерһең, фалиж һуҡты.
– Шылтыратырға ине, – улар­ҙың иң төпөшө автоматтай мығырланы, ҡалғандары мине өндәшмәйенсә һәм эшлекле ҡамап алды.


3-сө бүлек


Смартфоным һүнгәнсе Игор­ҙың килеүенә өмөтләндем.
Ул етди, ышандырырлыҡ итеп һөйләне, үҙенә ышанмау мөмкин түгел ине. Йәнә уның нисек тул­ҡынланыуын һәм мине тыныс­ландырырға тырышҡанын ишеттем. Бер ҙә уйлап сығармайым, быны, ысынлап та, тауышынан аңланым.
Һөйләшкәс, йөрәгем тилергәндәй типте, яңаҡтарым янды, әле генә йөҙ йыл хыялланған нәмәмде бүләк иткәндәрме ни, үҙемде шулай тойҙом. Йәғни тәүҙә хыялландым, һуңынан бының бойомға ашырына һәр төрлө өмөтөмдө өҙҙөм. Ә ул бойомға ашты. Күҙ алдыма килтергәнсә үк булмаһа ла. Шул ваҡытта, шул урында, бихисап артыҡ шарттар­һыҙ, барыбер бойомға ашты.
Ғөмүмән, башта бәхетле һымаҡ инем. Хатта Стасты бөтөнләйгә оноттом, ул көтмәгәндә бүлмәгә килеп инһә лә, шул тиклем ғәжәпләнмәҫ инем. Ләкин ул инмәне. Ул да, башҡалар ҙа.
Игорҙы көттөм. Смартфондағы сәғәткә ҡарап көттөм. Уның һуңғы ике хәбәрен уҡыным – көттөм. «Бәйләнештә»ге фотоһүрәтенә ҡараным – көттөм.
Шунан нисектер смартфондағы экран шунда уҡ һүнде, ҡаланан Виртаға тиклемге юлға киткән ваҡыттың үтеүен аңланым. Кемдер теләһә, күптән килеп етер ине, ә кем йыйынмай, уны көтөү мәғәнәһеҙ.
Тимәк, мине бер кем дә ҡот­ҡармай.
Миңә хәҙер, ысынлап та, юғалырғамы?
Әгәр бынан сыға алмаһам, йә ашҡыныуҙан үләсәкмен, йә... Йәки мине бында ваҡыты еткәс килеп үлтерергә бикләгәндәрҙер. Фильмдарҙа ғәҙәттә шулай була лаһа? Уларҙы аҙ ҡарамағанмындыр шул? Игорҙан улар тураһында аҙ уҡыманыммы ни? Бәлки, триллерҙыр, бәлки, хоррорҙыр. Ни менән бөтөүенә ҡарап. Маньяк ҡорбанын өңгә алдаштырып индерҙе, тиҙҙән әйләнеп киләсәк. Күрәһең, уға ҡыҙығыраҡ булһын һәм күршеләр бер нәмә лә күрмәһен өсөн төндә. Бына ни өсөн ул фильмдарҙы ҡарағанда аҙағы ни менән бөтөрөн уйламай маньякка ҡунаҡҡа барыусы ҡыҙҙар­ҙың бер ҡатлылығына шаҡ ҡаттым. Хатта бындай ышаныусанлыҡтың донъяла булыуына ышанып та етмәнем. Ә үҙем Стасҡа эйәрҙем! Иҫәүән. Мин уның хаҡында бер нәмә лә белмәйем, бөтөнләй бер ни ҙә. Ниндәй мәктәптә уҡығанын, хатта самалап ҡайҙа йәшәгәнен белгән, олимпиаданы бергә яҙған Игорь түгел ул.
Беҙҙең уртаҡ таныштарыбыҙ, ысын таныштарыбыҙ – бер йөк һәм бәләкәй арба. Ә Стас менән? Ысын дуҫтарының ҡасандыр уның менән күрешкәнен, уның хаҡында ни ҙә булһа белгәнен күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Бәлки, Стас тураһында юҡҡа былай уйлайымдыр. Бәлки, ул бәхетһеҙлеккә осрағандыр, ҡайта алмағандыр.
Ниңә барыһы ла насар һуң әле?
Ишекте асып булмай, шылтыратырға мөмкин түгел. Стас ҡайтманы. Игорь килмәне.
Иң хәүефлеһе – миңә бынан нисек тә сығырға кәрәк. Ҡайҙа булһа ла. Бүлмәлә көнө буйы бикләнеп ултырып ҡарағыҙ, аңларһығыҙ. Түҙерлек хәлем ҡалманы.
Игорға шылтыратҡанда үҙем үрелгән тәҙрәне иҫкә төшөрҙөм. Дөрөҫөрәге, ул миңә шылтырат­ҡанда. Шул саҡта, тәҙрәнән сығырлыҡ түгел, сөнки бейек, ҡапҡастары тар, тинем. Эйе, нәҡ шулай. Аҫтан бер нәмә лә ҡуймаһаң һәм ҡапҡас аша сыҡмаһаң. Әгәр, мәҫәлән, өҫтәлде һөйрәп килтереп, рамды берәй ауыр нәмә менән бәреп төшөрһәң? Юҡтыр. Бәреп төшөрөргә килеп сыҡмаясаҡ. Улайһа, бысырғалыр?
Үҙемдең, йәғни атайымдың, швейцар бәкеһен биштәрҙән алдым. Унда бәләкәй генә бысҡы бар.
Ҡаршылағы мөйөштә – өҫтәл. Дүрт аяҡлы ғәҙәти өҫтәл. Уны күсермәксе булдым, тик ҡулымдан килмәне. Аяҡтары бетон иҙән буйлап шыуырға теләмәне. Был иҙән тораҡ бүлмәгә түгел, ә подвалға йәки гаражға йәтеш булыр ине. Бәлки, уға ковролин йәки башҡа берәй нәмә түшәргә теләгәндәрҙер? Өлгөрмәгәндәр, тимәк. Әллә аҡсалары етмәнеме икән? Төрлөсә була, беләмен.

Өҫтәлдең аяҡтары шыуырға теләмәне, уның ҡарауы, Стас ингәндә миңә биргән сүбәктәр бетонда нисегерәк шыуа әле.
Файҙаһын күрҙем. Өҫтәлдең бер аяғын күтәреп, сүбәкте тыҡтым. Шунан икенсеһенә. Улар ныҡ ярҙам итте, тип әйтә алмайым, шулай ҙа өҫтәлде барыбер тәҙрә янына килтереп еткерҙем.
Бынан һуң ун минут тирәһе тынысландым, ләкин барыһын да хәл иткәйнем инде. Шуға күрә һу­лышым тигеҙләнә төшкәс, өҫтәл­гә менеп, ҡапҡастарҙы урталай бүлгән рам өлөшөн быса башланым. Ағастан яһалғайны ул, ҡалын да түгел, еңел бысылды. Ләкин ике ерҙән ҡырҡырға тура килде. Шыбыр тиргә баттым, ҡыҙарҙым, йөрәгемдең ғәҙәттәгесә түгел, ә тамаҡ аҫтында, беләҙек һөйәктә­рендә, тубыҡтарым аҫтында, хатта ҡолаҡтарымда типкәнен той­ҙом. Әммә быларҙың бөтәһе лә миңә был ҡәһәр һуҡҡан бүлмәнән сығыуға ҡарағанда ваҡ-төйәк булып күренде. Бәләкәйерәк икенсе бүлмә табырға ине. Уны­һы шайтаныма олаҡһын – ҡуйы ҡыуаҡлыҡ йәки бейек үләндәр.
Өҫтәлде һөйрәгән һәм бысҡан арала тышта көслө күк күкрәне, ҡурҡырға ла ваҡыт тапманым хат­та. Ғөмүмән, йәшендән шөрләйем, бигерәк тә ҡаланан ситтә, әммә был ғәҙәттәге шарттарҙа. Бөгөнгө шарттар бер ниндәй ҙә тәртәгә һыймай ине.
Бысып бөттөм, рам ҡулымда. Нисек сығырға? Был хаҡта оҙон-оҙаҡ баш ватып торманым, урам­ға шул тиклем ашҡындым, ҡур­ҡыу башыма ла килмәне. Ғәмәлдә был нисек эшләнәлер – белмә­йем. Башта тәҙрәгә аяҡтарымды, шунан эсемде, шунан күкрәгем менән янбашымды тыҡтым. Аҙаҡ ҡулдарым менән тәҙрә аҫтына то­тоноп әҙерәк аҫылынып торҙом да стена буйлап шыуыштым. Бер мәл сәскә түтәленә лап итеп барып төштөм.
Унлаған бәрхәт сәскәһен һындырҙым, шикелле, ҡалғандарын иҙҙем. Бер нисек тә аҡлана алма­йым, мине ҡотолғоһоҙ хәлгә ҡуймаһындар ине. Мин Винни-Пухмы әллә? Ул үҙ-үҙен ҡыйын хәлгә ҡалдырған бит. Мин дә шулай тү­гелме? Белмәгән-күрмәгән кеше менән билдәһеҙ яҡҡа киттем... Тфү! Хәҙер үҙ ахмаҡлығыңдан яфа­ланып, башыңды нәмәгәлер бәрергә ваҡыт. Быныһын һуңынан да булдыра алам. Башта бейегерәк үләндәр һәм ҡуйыраҡ ҡыуаҡтар табырға кәрәк. Нисектер шулай.
Ҡыуаҡтар табылды, сәнскеләре лә юҡ. Уларҙы бөтә яҡлап ҡарағас, иң уртаһына индем.
Бында мәңге тороп булмай, ҡы­уаҡтар араһынан сығырға йыйын­ғас, Стастың тауышын ишеттем. Күҙем маңлайыма менде, ул мине ҡыуаҡтар араһында барыбер күргән икән, хәҙер ни хаҡындалыр һорай, тип уйланым. Аҙаҡ Стас­тың мине эҙләмәгәнен аңланым, йөрәгемде ус төбөндә тотоп, ысын­лап тораташтай ҡатып ҡалдым.
– Бында ул, ҡайҙа китһен? Йоҙаҡты ваттымы икән ни? Юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел. Улар бармаҡтарын телефон буйлап ҡына йөрөтә белә.
Бына ул нимә тине! Бер нисә секундтан кемгә әйткәнен күр­ҙем.
Дүртәү ине улар. Ҡиәфәттәре буйынса ҡәҙимге йолҡоштар. Ямаҡтар. Күҙҙәре тоноҡ. Күптән йыуылмаған сәстәре баштарына йәбештереп ҡуйылған һымаҡ. Һаташам икән, тип торам, ләкин улар, ысынлап та, бер-береһенән айырылмай ине. Кейемдәре менән дә, причёскалары менән дә, сырайҙары менән дә. Саҡ аҡылымды юйманым. Әйтерһең, яман төшкә барып юлыҡтым, бөтә геройҙар ҙа – ҡанһыҙ кешеләр.
Юҡ, барыһы ла бер иш түгел. Стас айырыла. Ул – мессенджер­ҙа миңә фотоһүрәтен ебәргән һәм вокзалда ҡаршы алған ыҫпай кейемле шул уҡ ҡала малайы. Мөләйем һәм оҙон буйлы. Образды тулыландырырға бесәй генә етмәй. Уның урынына теге дүртәү.
Бер нәмә лә аңламаным. Улар­ҙы ниңә алып килде икән? Бында минең ни ҡатнашым бар? «Ундайҙар бармаҡтарын телефон буйлап ҡына йөрөтә белә» – минең тураламы был?
Үҙем ҡыуаҡтар араһында ултырам, ҡыбырларға ла шөрләйем, ә улар өйгә табан атланы.
– Хәҙер бөтә бурысты ла иҫәптән сығараһығыҙмы? – тип һораны Стас көтмәгәндә.
Мин уның нисек көсөргәнгәнен күрҙем. Арҡаһы, яурындары, аяҡтары. Әйтерһең, эсендә пружиналары ҡыҫылды.
– Әлбиттә, иҫәптән сығарабыҙ, – дүртәүҙең береһе ауыҙынан һүҙҙәр төкөрҙө.
Хәҙер, иғтибар менән ҡарағас, уның улар араһында айырылыбы­раҡ тороуын шәйләнем. Беренсенән, өлкәнерәк. Икенсенән, үҙен ышаныслы һәм тыйнаҡһыҙ тота. Ҡалғандары ла унан әллә ни айырылмай тиерлек, «һайт» тигәнгә «тайт» итергә әҙерҙәр.
– Ә һиңә ҡарайбыҙ. – Өлкәне һүҙҙәр төкөрөүендә булды. – Ҡыҙың беҙҙе нисек ҡаршылар?
Ул ауыҙын япманы, ҡот осҡос һүҙҙәр һөйләүен дауам итте, күңелем болғанып, саҡ уҡшыманым. Иң ерәнгесе – әйтелгәндәрҙең барыһы ла минең хаҡта ине.
Таштай ҡатып ҡалдым, һулыш алыуҙан туҡтаным тиерлек, ҡыуаҡтар араһынан бер ҡасан да сыҡмайым, тип ант иттем. Шунан көтмәгәндә хөкөм бөткәнен аңланым.
Хәҙер улар өйгә инер, унда мине тапмаҫтар, уның ҡарауы, бысҡы онтағы, тәҙрә аҫтында өҫтәл... Ар­табан барыһы ла ябай ғына. Иғтибарлап ҡараһаң, ҡыуаҡтар тирәһендәге үләндәрҙең тапалғанын бөтәһе лә күрә ала. Йәнә эҙҙәрҙе. Ул саҡта мине эләктерәсәктәр.
Бөттө.
Тимәк, бер нисә минут бар – улар ишек артында юғалыуҙан алып минең өйҙә юҡлығымды аңлағанға тиклем.
Быларҙың барыһы ла яман төштө хәтерләтте. Йыш күргән төш, йүгерергә кәрәккәндә аяҡтар тыңламай.
Минекеләр иһә тыңланы. Өйҙә ишек шапылдап ябылыу менән, ҡыуаҡтан балыҡтай һикереп, юлға елдерҙем. Шуныһы яҡшы, беҙ участкаға йәйәү атланыҡ, ҡай­ҙа барырға икәнен белә инем.
Юлда ҡурҡыуым баҫылманы, был хаҡта уйламаҫҡа тырыштым. Бер нәмә хаҡында ла. Йөрәгем тамағыма тығылмаҫ борон станцияға йүгерергә. Аяҡтарым ерҙән айырылғанда шунда барырға. Шыуышып булһа ла станцияға етергә, тик алға!
Әллә ни күп тә йүгермәнем, уйламаған-көтмәгән ерҙән мотоцикл ҡыуып етте. Иҫке, ҡара, ҙур коляскалы. Бындайҙарҙы кинола ғына күргәнем бар, шикелле.
– Автобусҡамы? – тип һораны мотоциклсы. – Һуңлайһыңмы?
Ул шлем кейгәйне, йөҙөн күрмәнем, шулай ҙа оло йәштә икәне аңлашылып тора. Пенсиялалыр.
– Эйе! – тип яуапланым.
– Коляскаға ултыр! Тик шлем кей. Ул брезент аҫтында.
Әсәкәйгенәм! Мине ғүмер буйы сит кешеләр менән һөйләшмәҫкә өйрәттеләр. Ғүмер буйы осраҡлы машинаға ултырырға ярамай, тип тылҡынылар. Ләкин ни эшләй ала инем һуң? Теге ҡәбәхәттәрҙең ҡыуып еткәнен көтөргәме?
Мотоциклсы икеләнеүемде күреп, өҫтәне:
– Ултыр-ултыр! Беҙҙә, бында, шпаналар тамам ҡоторҙо. Бөгөн бер егетте тап иттем. Кәрәген биргәндәр...
Ул ҡулын һелтәне.
«Аһ» иттем дә коляскаға ултыра һалдым.
– Минән ҡурҡма, – тине мотоциклсы. – Мин – Сергей Грибник. Дуҫтарым Һоро Бәшмәксе тип йөрөтә.
Шунда бөтә тәнем зымбырланы.
Дөрөҫ, бер аҙға ғына.
Һоро Бәшмәксе заманса телефонын сығарып, унда нимәлер битләне лә миңә тотторҙо.
Беләһегеҙме, унда нимә бар ине? «Бәйләнештә»ге төркөмө. «Вирталағы бәшмәктәр» тип атала. Администраторы – Сергей Грибник. Һаҡаллы мөләйем ағай, имзаһы – «Ромашное ауылы фельдшеры».
Минең өсөн махсус шлемын һалды, эйе, аватаркала ул тап үҙе ине.
– Күрҙеңме? Мине ярты өлкә белә. Шулай уҡ ярты ҡала.
Төркөмдәге яҙылыусылар, ысынлап та, биш нулле һанда ине.
Хөрмәтләп баш эйҙем. Шлемдарҙы кейгәс, артабан ҡуҙғалдыҡ.
Ныҡ һелкетте, әммә мотоцикл беҙҙе юл сатына бик тиҙ алып барып еткерҙе, йәйәүләһәм, кәмендә ярты сәғәт тәпәйләргә тура килер ине. Әгәр мине ҡыуып етмәһәләр.
Юл сатында Һоро Бәшмәксе туҡтаны.
– Ҡара. Һиңә станцияға – бына был яҡҡа. Биш йөҙ метр самаһы. Миңә медпунктҡа – был яҡҡа. Теге егеткә аптечканан ҡайһы бер нәмәләр алам.
Ҡапыл ҡалтыраныуымды той­ҙом. Коляскала ултырам, үҙем дер ҡалтырайым.
Фельдшер ҙа күрҙе, әлбиттә.
– Тәк, – тине ул. – Тәк. Һиңә ни булды?
– Ҡурҡам, – дөрөҫөн әйттем. – Бер үҙем ҡурҡам. 
Башҡаса һорашманы.
– Улайһа, миңә киттек. Ә унда күҙ күрер. Йә һуңғы электричкаға илтермен, йә иртәгә иртән. Өйөңә шылтыратырһың.
Мин хатта нимә булыры менән ҡыҙыҡһынып та торманым, шым ғына башымды ҡаҡтым да илап ебәрҙем.
***
Өйҙән дарыу еҫе аңҡый. Ул тиклем көслө түгел, әммә беленә. Гүйә, ике сәғәт элек кемдер стаканға валерьянка ҡойған, бәлки, корвалолдыр.
Сынаяҡтан ҡыҙыл сәй эсә-эсә ҡулдарымды йылыттым. Йылылыҡ бармаҡтарҙан тулҡын булып әкрен генә артабан йүгерҙе, был шул тиклем һәйбәт һәм дөрөҫ ине, әйтерһең, ошо мәлдә унан да яҡшыраҡ нәмәнең булыуы мөмкин түгел.
Үҙен Серёжа ағай тип атарға рөхсәт иткән фельдшер бөгөнгө пациенты янына китте, мин яңғы­ҙым ҡалдым. Яңынан бер үҙем, яңынан ят ауыл өйөндә.
Сёрежа ағай бүлмәгә инде, атлағанда уның ауырлығынан шкаф быялалары зыңланы хатта.
– Йылындыңмы?
Баш ҡаҡтым.
– Бөгөн китәһеңме?
Йәнә баш ҡаҡтым. Минең ят өйҙә төндә ҡалғым килмәй ине.
– Әллә иртәгегә тиклем көтәһеңме? – тип дауам итте Серёжа ағай, әйтерһең, баш ҡағыуымды күрмәне. – Теге егеткә иртәгегә тиклем ҡуҙғалырға ярамай. Бергә китерһегеҙ.
– Иртәгегә тиклем дә ҡала алам. Тик шылтыратырға ине.
– Әлбиттә. Номерҙы хәтерләй­һеңме? Бәлки, минең телефондың заряднигы тап килер?
Уныһы тап килмәне. Смартфонымдың айырыһы ҡәҙимгесә түгел. Бәхеткә күрә, номер менән проблема тыуманы, сөнки ҡалаға, өй телефонына тыныс ҡына шылтырата ала инем.
Дачаламын, бөтәһе лә һәйбәт, тип алданым. Беҙҙең ҡала аппараты бик боронғо, шылтыратыу­сының номерын күрһәтмәй, шун­лыҡтан артыҡ бер нәмә лә уйлап сығарырға һәм аңлатырға кәрәкмәне.
Серёжа ағай әҙәп һаҡлап бүлмә­нән сыҡты, шуға күрә ялғанлағаныма ҡыҙарырға ла тура килмәне. Уңдым, ҡыҫҡаһы. Бар яҡлап.
Ун минуттан Серёжа ағай әйләнеп ҡайтты.
– Әйҙә, таныштырам, – тип тәҡдим итте ул. – Бергә күңеллерәк булыр. Ә миңә хәҙер барыбер китергә кәрәк.
– Ҡайҙа? – Юғалып ҡалдым.
– Йылғаға. Беҙ ошонда йәшәйбеҙ бит, күрмәнеңме ни? Йыл­ға була тороп, ниңә балыҡҡа йөрөмәҫкә әле?
– Ә бәшмәктәр?
– Әлегә бәшмәктәр юҡ. Уныһы һуңыраҡ. Юҡ, июндә лә була, әлбиттә. Тик бәшмәккә төндә йөрөмәйҙәр. Ә балыҡҡа – ярай.
***
Был ауыртыу ҙа түгел, был түҙеп торғоһоҙ ине. Мин йөҙ тапҡыр хаҡһыҙ, мең тапҡыр хаҡһыҙ инем, һанды ун тапҡырға арттырып, өҙ­лөкһөҙ ҡабатларға мөмкин, барыбер дөрөҫ килеп сығыр ине.
Игорь бер нәмә лә уйлап сығарманы. Ул үҙ һүҙендә торҙо. Уға яныма килеп етергә ирек бирмәгәндәренә кем ғәйепле? Дөрөҫөрәге, был аңлашыла.
Ул юлда тарыған хәл йөрәк өҙгөс, тағы ла ҡот осҡосораҡ булыуы ихтимал ине. Әгәр Серёжа ағай мотоциклы менән осрамаһа.
Әле Игорь иҫән, ул янымда.
Йөрәгем ниндәйҙер аҡылға һый­маҫлыҡ ритм менән типте, гүйә, ғәҙәттә нисек типкәнен онотҡан.
Игорға, уның ярылған ирендә­ренә ҡараным, ҡысҡырып илағым килде. Үҙемде ҡулға алдым. Бының миңә артыҡ булырын аңланым.
Ләкин күкрәгемдә сәйер төйөр барлыҡҡа килде, ул ҙурайғандан-ҙурайҙы, һулыш алған һайын ауыртыу таралды. Үлемесле түгел, тын алырға ҡамасауламай, шулай ҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә, эсемдәге бөтә нәмәне әрнеткес йылы менән ҡойондора.
Ауыртыу юғалырлыҡ итеп ултырырға тырыштым, әммә ул атлағанда ла, тик торғанда ла юҡҡа сыҡманы.
Беҙ ни хаҡындалыр һөйләштек, ләкин ни хаҡында икәнен аңлап бөтмәнем. Йәнә, былай булмай, тип уйланым. Кеше миндәге бөтә нәмәне аҫтын-өҫкә килтерһен әле. Шунда уҡ түгел, әлбиттә. Беҙ социаль селтәрҙә таныш инек, хатта бер тапҡыр бер-беребеҙҙе күрҙек. Ул саҡта был улай түгел ине. Хәҙер шулай, берҙән-бер мөмкинлек.
Миңә әллә ни кәрәкмәй ине. Янында ултырып һөйләшергә генә.
Телевизорҙан ниндәйҙер ҡур­ҡыныс фильм бара. Монстрҙар, сит планета кешеләре һәм меҫкен, ахмаҡ студенттар хәүеф тыуыу менән бүленеп, шикле урынды берәмләп тикшерергә ҡарар итте. Юҡ, бөгөн мин уларҙы ғәйепләй алмай инем.
Дөрөҫөн әйткәндә, бындай фильмдарҙы яратмайым, әле рәттән дүрт мәртәбә ҡарай алыр инем. Игорь менән теләһә ниндәй фильмға ризалашырға әҙермен.

***


Ул юрый иң ҡурҡыныс фильм­ды һайланы, буғай. Миңә албыр­ғамаҫ өсөн.
Уның минән тартынғанын күр­ҙем, үҙем дә юҡҡа сығырға әҙермен. Һуң был ахмаҡлыҡ, бергә булғанда юҡ-барға ваҡытты юғалтыу – мәғәнәһеҙлек.
Бәлки, иртәгә Петербургҡа китербеҙ ҙә башҡа күрешмәбеҙ. Бындай хәлдән һуң Игорҙың мине күргеһе килә, тиһеңме әллә?
Әле ул экранға текәлгән, шунан күҙҙәрен алмай.
Уға йөҙ ҙә бер һорау биргем килде, ләкин ни өсөндөр телем әйләнмәне. Алйоттай ултырып, монстрҙарға секрәйҙем.
Шунан уларға ҡул һелтәнем. Игорь ҡараһын, әйҙә. Уның иғтибарын ситкә йүнәлтергә берәй нәмә уйлап табырға кәрәк.
Башымда буталған уйҙарҙан ҡыҙарҙым хатта. Игорҙың экранға ҡарауы ҡалай һәйбәт, тигән уйға килдем. Ысынлап шулай бит: йөҙөм ахмаҡтарса, унда бөтәһе лә яҙыл­ған. Әле унда яҙылғандарҙы Игор­ға уҡырға ярамай. Ҡыҙҙар бындай нәмәләр хаҡында уйларға тейеш түгелдер, моғайын. Һис юғында, беренсе булып. Һис юғында, һиҙҙермәҫкә тейеш.
Шулай ҙа ул миңә ҡараны. Аңланы, буғай.
– Фильм насар, тип уйлайһыңмы? – тип һораны.
Һаҡ ҡына яурындарымды ҡыҫтым. Хәҙер яңылыш ниҙер әйт­һәм, көсөргәнеш артасаҡ.
– Асылда ул һәйбәт. Триллер түгел дә баһа. Хоррор ҙа түгел. Был – пародия. Ғәҙәттәгегә ҡарағанда йомшағыраҡ. Шуға яҡшылап ҡараһаң, аңларға була. Ә һинең һымаҡ түгел инде...
Ул миңә күҙ йүгертте:
– Иғтибарлыраҡ булһаң, аңларһың. Көлкөлө булыр. Бигерәк тә аҙағында.
– Ә мин нисек ҡарайым? – Асыуым ҡабарҙы. – Мин ҡарайым. Һин күрмәйһең генә.
– Нисек күрмәйем, ти? Һин янымда, шикелле.
– Сөнки һин экранға ғына ҡарайһың.
– Минең ҡабырғала ла күҙҙәрем бар!
– Уның менән ни ҡараның?
– Һине!
Әйтте лә ҡапыл йүтәлләне. Гүйә, һүҙ бик һалҡын ине. Йә үтә ҡытыршы. Йә самаһыҙ артыҡ.
– Һин мине элек тә күрҙең. – Ҡылт итеп хәтеремә төштө. – Йөҙ тапҡыр – селфиҙа, сайтта.
– Селфиҙа һин үҙеңә мультик­тағы бесәй ысын бесәйгә оҡшаған кеүек оҡшағанһың.
– Ниңә? Селфи шул уҡ фото бит.
– Фото ла ул, тик уның йөҙҙө нисек боҙғанын күрмәйһеңме ни?
– Уның ҡарауы, шыма бит һәм ҙур күҙҙәр яһарға мөмкин. Ә тағы ла – оҙон аяҡтар.
– Эйе. Барыһы ла бер ишкә әйләнә. Селфи иленән килеүселәр һымаҡ. Ҡайһы берҙә үтә матур, тик урамда күрһәң – танымайһың. Ғөмүмән, биттәр ҡурсаҡтыҡылай. Йәнһеҙ.
Уның һүҙҙәре сәмгә тейҙе, янынан саҡ күсеп ултырманым. Миңә ҡалһа, селфиҙа бик матурмын. Быны бөтәһе лә күрә. Игорь бигерәк тә. Юҡһа, мин уларҙы ни өсөн яһаным? Уның алдында йәнһеҙ ҡурсаҡ булып күренергәме? Аптыраҡ.
Ҡыҙыҡ ҡына һөйләштек. Бәлки, хәҙер тағы ла нимәлер асыҡларбыҙ? Мәҫәлән, бесәйҙәрҙе күрә алмауын. Уны ҡыҙҙарҙың мөхәббәт хаҡындағы фекерҙәре асыуын ҡабартыуын. Йәки уның ерән сәсле ҡыҙҙарҙы хушһынмауын. Һорарғамы икән әллә?
Әммә һорап өлгөрмәнем. Ул күсеп ултырҙы ла ҡулымдан тотто. Һикереп тороп, ҡулымды тартып алдым. Шунан уйлайым: ни эшләйем мин? Ул хәҙер үпкәләйәсәк бит.
Ләкин ул үсекмәне, буғай. Һәр хәлдә, бындай нәмә күҙемә салынманы.
– Хәҙер унда иң ҡыҙығы башлана, – тине Игорь.
Ул, әлбиттә, фильм тураһында һөйләй ине.
– Бында ла, – тип бышылданым, уның бармаҡтарына ҡағылдым.
Бәлки, был бигүк дөрөҫ булмағандыр. Икенсе төрлөрәк итергә кәрәккәндер, сөнки Игорь миңә ҡабат ҡарамаҫ, тип шыр ебәрҙем, ә ваҡытыбыҙ күп ҡалмағайны инде. Ҡалала һәр кемдең үҙ тормошо. Баҡтиһәң, «Бәйләнештә»лә лә шулай икән. Тимәк, нимәнелер үҙгәртергә миндә ошо кис кенә бар. Әйткәндәй, бөтмәҫ-төкәнмәҫ түгел.
Игорь ҙа хәҙер нимәлер хәл ителерен аңлағандыр, күрәһең. Әллә хәл ителмәҫме? Был уға бәйләнгән.
Ул бер нәмә лә эшләмәне.
Дивандан тороп, тәҙрә янына барҙым. Йә, ярай! Йә, рәхим ит! Зинһар өсөн!
– Тәк. Ну, – тине ул сәйер тауыш менән, үҙе яныма килеп баҫты.
Уның миңә һырылыуын той­ҙом. Үҙен ҡосаҡлағым килде, ләкин ҡулдарым тыңламаны. Башымды түбән төшөрҙөм, үҙенә ҡарарға ҡыйманым.
Игорь яңағыма ҡағылды. Мин дә уға һырындым. Ике секундҡа ғына, күпкә түгел.
Былай булмай йәки китаптарҙа ғына була, тип уйлай инем, әммә миңә, ысынлап та, ауыр, сәйер һәм һәйбәт ине. Ваҡыттың туҡтауын теләнем. Ошо минутта уҡ, ошо секундта уҡ.
Ләкин сәғәт, әкиәттәге алпамышаның йөрәге тибеүен хәтерләтеп, элеккесә көслө һәм йыш текелдәне.
Беҙ телевизор алдындағы диванға ултырҙыҡ. Фильм бөттө, икенсеһе башланды. Уны мин дә ҡарарға тырыштым, әммә килеп сыҡманы. Уның ҡарауы, Игорь ҡулымдан тотоп ултырҙы. Быныһы ысынлап килеп сыҡты.


***


Тауыш сәйер ине. Гүйә, кемдер таяҡ менән тимер биҙрәгә һуға. Йоҡламаһам, бәлки, ул ҡәҙәр шомланмаҫ та инем. Яңыраҡ йоҡлап киткәйнем, ошо тауышҡа уяндым.
Игорҙың ҡайҙалыр башҡа бүлмәлә, өйҙөң икенсе мөйөшөндә, икәнен белә инем. Беҙ ике сәғәт элек айырылыштыҡ, сөнки иртәнгә тиклем йоҡламаҫҡа өйрәнмәгәнмен.
Күҙҙәрем йомолһа ла, бөтә тәнем таралып барһа ла, оҙаҡ йоҡлап китә алманым. Тән аша күҙгә күренмәҫ ауыртыу ебе һуҙылыу күңелде болғата. Бәлки, һыуыҡ тейҙергәнмендер, бәлки, ифрат ныҡ арығанмындыр. Йәки быларҙың бөтәһе лә йоҡоһоҙ төнгә һәм оҙон көнгә яуаптыр.
Хәҙер башҡа көн тыуғандыр, тип иҫәпләргә лә ярайҙыр. Ләкин ул нисектер сәйер башланды.
Тороп кейендем. Тауыш килгән яҡҡа атланым. Барып еттем. Беҙ эстән бикләгән ишеккә кемдер ауыр нәмә менән һуға ине.
Башта Сергей ағай ҡайтҡандыр ҙа ишекте аса алмайҙыр, тип уйланым. Нисек улай булһын инде? Ишекте бикләгеҙ, асҡысым бар, тине бит. Ул бөтәһен дә аса, ҡасан теләй, шунда өйөнә инә ала. Әллә асҡысын юғалтҡанмы?
Һаҡ ҡына тәҙрәгә күҙ һалдым. Төн яҡты, беҙҙә июндә һәр саҡ шулай, әгәр күкте болоттар ҡап­ламаһа инде.
Көләпәрәле плащ кейгән оҙон кешене күрҙем. Ишек янында тора, уға туҡтауһыҙ таяҡ менән һуға. Ҡойолдом да төштөм. Серёжа ағай янына һәр саҡ шулай көтмәгәндә килгәндәрен белмәй инем. Ул фельдшер ҙа баһа. Бәлки, кемгәлер ашығыс ярҙам кәрәктер?
Тап бына шуға күрә, ә ҡыҙыҡһыныуҙан түгел, ишек янына барып һораным:
– Кем унда? Ни булды?
Мине шунда уҡ ишеттеләр. Кеше туҡылдатыуҙан туҡтап, көләпәрәһен һалды.
Тәүҙә уның йөҙөн күрмәнем, сөнки тоноҡ тәҙрәнән ҡарай инем. Беҙҙең аҡ төн – барыбер көн түгел. Себерҙә генә ул көндөҙгө сәғәт өстө төнгө өс менән бутарға мөмкин. Беҙҙә аҡ төн көмөш эңергә оҡшаған, унда ҡояш юҡ, әммә шәүләләр асыҡ күренә.
– Катя? Был мин – Стас. Ас әле!
Бер мәлгә телһеҙ ҡалдым, шунан ярһыуҙан ҡалтырандым. Ул бында ни эшләй? Мине аҡылһыҙ, ишекте асыр, тип уйлайҙыр инде. 
– Ну, ас инде! – тип ҡабатланы Стас тауышын күтәреңкерәп. – Бында иҫәр әҙәм шикелле торор­ға тейешменме ни?
Уның менән һөйләшергә кәрәкмәгәндер, моғайын, әммә телемде тешләп ҡалырға үҙемдә көс тапманым.
– Минең һиндә ахмаҡ булып ултырыуым һәйбәт инеме ни?
– Ну, ғәфү ит! Ишек үҙенән-үҙе бикләнгән. Мин теләмәнем. Ә һин ҡасҡанһың, нисек – белмәйем... Килһәм, һин юҡ. Саҡ аҡылдан яҙманым!
Тауышында ғәйепләү ноталары барлыҡҡа килде.
– Мин ни уйларға тейеш инем һуң? Ярай әле, таныштарым һине мотоциклда фельдшер менән күреүен әйтте. Әйткәндәй, уның аҡылы инәле-сығалы. Белмәй­һеңме? Һине үҙенә ниңә һөйрәп алып килгән тип уйлайһың?
Асыуҙан йәнә ҡалтыранырға керештем.
– Һинең бер кәрәгең дә юҡ! – тип яуапланым. 
Тауыш өҙөлдө, әммә яңынан ап-асыҡ яңғыраны.
– Әлбиттә, – тип баш ҡаҡты Стас. – Мин танау аҫты кипмәгәндәр менән булышмайым.
– Эйе! Һин уларҙы үҙеңдең енәйәтсе дуҫтарыңа алып киләһең! Улар минең менән ни эшләргә теләне? Һөйләйһеңме? Һинең ниндәй бурысыңды иҫәптән сығарырға тейештәр ине? Бик күптер, моғайын, шулаймы? Һин шулай ҡаңғырғас?
Мине ишетеп, Стас ишек янынан китте.
– Һин ни һөйләйһең? – тип ыҫылданы ул. – Әллә аҡылдан яҙҙыңмы?
– Уларҙы алып килгәнеңде күр­ҙем. Ни һөйләгәндәрен дә ишеттем.
– Ах, бына нисек! Был – шундай уйын! Һиңә бер нәмә лә булмаҫ ине! Һин иҫәрһеңме әллә? Уларҙың енәйәтсе икәнен ҡайҙан соҡоп сығарҙың? Туйғансы детективтар ҡараныңмы әллә?
Ул тыныс һәм ышаныслы һөйләне. Әгәр улар Игорҙы туҡмамаһа, Стасҡа ышана ла алыр инем. Сөнки өй янындағы ҡыуаҡтарҙан мин күргән ысынбарлыҡ шул тиклем ҡурҡыныс ине, шуға ышанғым килмәне. Ә уйын ғына тигәненә ышанғым килде.
– Ас, – Стас был юлы тыныс үтенде, – мин һиңә барыһын да аңлатып бирәм. Һинең маньяк-фельдшерың балығынан ҡайтмаҫ борон. Берәй нәмә була ҡалһа, мин уны еңә алмаясаҡмын...
– Кит! – мин дә тыныс ҡына яуап бирҙем. – Алдашыуың етер! Серёжа ағай – кеше, ә һин, һинең дуҫтарың...
Стас хаҡында ни уйлағанымды һүҙҙәр һайламай тураһын әйтергә уҡталғайным, өлгөрмәнем.
– Асмайһыңмы? – тип ыҫылданы ул. – Ну, асма һуң. Мин хәҙер ишекте емерәм. Лом ғына алып киләм дә. Хатта унһыҙ ҙа. Көсө етмәҫ, тип уйлайһыңмы әллә? Етер! Шул саҡта һиңә йөҙ мәртәбә насар булыр. Аңланыңмы?
– Һиңә йөҙ мәртәбә насар буласаҡ. Теләһә ҡайһы осраҡта ла.
Быны мин түгел, ә Игорь әйтте. Ул артымда ҡулына газ баллоны тотоп тора ине. Бындай баллондарҙы беләм, бер мәл әсәйемдә бар ине. Эштән һуңлап ҡайтҡас, уға атайым алып биргәйне.
– Мин Серёжа ағайға шылтыраттым инде. Ул бында биш минуттан буласаҡ. Һиҙенеүеңсә, үҙе генә түгел. Имен-һау китергә өс минутың бар.
Стас оятһыҙ һүгенде. Был төндә беҙ уны башҡа күрмәнек.


***


Иртә ысығы һәм йәшеллеге менән яҡтыртты.
Күк, йылға һәм үлән ҡаплаған яр – Серёжа ағай беҙҙе мотоциклдан төшөргәс күргән нәмәләребеҙ ошо. Беҙ ярты сәғәт ваҡыт һораныҡ. Виртаның ниндәй икәнен күрергә теләнек.
Ул бигүк киң түгел, зәңгәр, аҡ томбойоҡло. Һыу ситендә екәнле ҡамыштар үҫә. Еңел ел уларҙы сайҡалдыра, япраҡтары, ебәк йәки ғәләмәт ҙур энәғараҡ ҡанаттарылай, шыптырлай. Был бөжәктәр ҙә бар. Йәшел, зәңгәр, һоро энәғараҡтар һыу эсендә әйләнде, япраҡ остарына ултырҙы, улар менән бәүелгәс, яңынан осоп китте.
Яр буйлап атланыҡ. Игорь алдан, мин саҡ ҡына арттараҡ, ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ та ҡараныҡ, ҡараныҡ та ҡараныҡ. Һыуыҡ күбекле телдәре менән ҡомдо һәм таштарҙы ялаған, аҡ томбойоҡтарҙы сайҡалдырған, йылға уртаһына етәрәк ваҡ бөҙрәләргә әйләнгән тулҡындарға. Йә ҡара, йә һоро төҫтәге, йә ҡояшта ап-аҡ булып янып, һыуҙан сығып торған таштарға. Уларҙа сыуылдашып ултырған аҡсарлаҡтарға. Әллә махсус ҡырҡылған, әллә яңылыш йыртылған иҫке йылым ҡалҡыуыстарына.
– Ысын Вирта, – тип шаярттым.
– Теләһә ҡайһы виртуаль ысынбарлыҡтан яҡшыраҡ, – тип килеште Игорь. – Бигерәк тә һинекенән.
– Ни өсөн минеке?
– Ну, һинеке иреккә сыҡты. «Бәйләнештә»лә генә ултырһаң, бер нәмә лә булмаҫ ине.
Ҡыҙарҙым, тамағыма һауа тығыла яҙҙы, шулай ҙа әйттем:
– Һин дә бында булмаҫ инең.
– Эйе, – ул башын ҡаҡты. – Әйткәндәй, ҡаршы төшмәҫ инем. Юҡ, бында матур, әммә беҙ тағы ла ҡайҙалыр осраша алыр инек. Башҡа шарттарҙа.
– Тимәк, һиңә йәл?
– Нисек әйтергә? Битемде, смартфонды бигүк түгел, ә һине – эйе.
Уға ни тип яуап бирергә лә белмәнем, шуға өндәшмәнем. Бәлки, юҡҡалыр. Ләкин мин кәрәк минутта һәр саҡ ауыҙымды йомам, кәрәкмәгәндә туҡтауһыҙ бытылдайым. Холоҡ. Дауалап бул­май. Ваҡыт, тәжрибә менән дауа­ланыр, ә миндә тегеһе лә, быны­һы ла етер-етмәҫ кенә. Һис юғы кисәге көн өсөн өҫтәлергә тейеш. Ләкин шун­да уҡ белеп булмай – өҫтәлгәнме йәки тамсы ла юҡмы. Һуңынан күҙ күрер, ваҡыт күр­һәтер.

– Уның ҡарауы, һин ҡайттың, – тинем барыбер, әммә шым ғына.
Игорь ишетмәне, шикелле.
«Ҡайтты» тип әйтеү бөтөнләй дөрөҫ үк түгелдер, сөнки ысын тормошта ул минән китмәне, «Бәйләнештә»нән мине яңынан уҡырға тотоноро дәлил түгел. Ләкин барыбер уның янымда булыуын тап бына ҡайтыу тип ҡабул иттем. Ахыр сиктә, уның ҡайҙа китеүендә, ҡайҙа килеүендә ниндәй айырма? Иң мөһиме, минән һәм миңә.
– Ә һин һәйбәт кавалерҙар һайлайһың, – тине көтмәгәндә Игорь. – Тик икенсе тапҡыр берәй ергә барырға йыйынһаң, алдан әйтеп ҡуй. Мин әҙерләнермен.
– Ул кавалер түгел! – Асыуландым.
– Кем?
– Таныш ҡына. «Бәйләнештә» буйынса...
Тауышым тоноҡланғандан-тоноҡланды, сөнки бындай ахмаҡлыҡты һөйләү үҙем өсөн дә уңай­һыҙ ине.
– Һин интернет буйынса былай ғына таныш менән ҡаланан йөҙ саҡрымға киттеңме? Ниңә? Ул былай ғына таныш булыуҙан туҡтанымы? «Бәйләнештә» буйынса таныш булыуҙан.
– Бесәйгә ҡарар өсөн. Үҙе балыҡ тотоусы бесәйгә.
– Кемгә?!
Игорҙың хайран ҡалыуҙан хатта бите тартылды.
– Муссон бесәйгә. Ул үҙе балыҡ тота белә, тине Стас. Йылғала.
– Ыһы, – Игорь һаҡ ҡына башын сайҡаны, етди һораны. – Һиңә нисә йәш?
Яуап бирергә теләнем, әммә ул миңә ауыҙ асырға ирек бирмәне.
– Ике? Өс ярым? Иң күбеһе – алты?
Уны ни бары бер минутҡа туҡтатып, Стас менән юлға сығырға һөйләшкәндә бының йүләрлек булып күренмәүен аңлатырға тырышҡым килде... Тик нисек? Ай, әсәкәйем!
– Ну, әгәр һин мине саҡырһаң, был ғәҙәти булыр инеме?
– Мин? – Игорь ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты. – Һине бесәйҙе ҡарарға саҡырыр инемме? Үҙе балыҡ тотҡан бесәйҙе?
Уның бар ҡиәфәте аптырау һәм хәсрәт белдерә ине. Күрәһең, уның мине ҡайҙалыр саҡыра алыуы хаҡындағы уйҙан.
– Мин һиңә гифҡа ебәрер инем – бөттө-китте.
Ҡояш һөттәй болоттан ҡараны, мин бер минутҡа һуҡырайҙым. Һәйбәт булды әле был, юҡһа күҙ йәштәремде һиҙҙермәй генә нисек һөртөр инем? Бер нисек тә. 
Ә бында салфеткаларҙы ла, ҡулъяулыҡты ла онотоп, күҙҙәремде йоҙроҡтар менән ыуғыланым. Ыуа-ыуа теш араһынан мығырланым:
– Тағы ла ҡуян тоттом.
– Ниндәй ҡуян? – Игорь аңламаны.
Ул мине иҫәүәнләнә башланы, тип уйланы, буғай. Борсолоуҙан, йоҡо туймауҙан, мәҫәлән.
– Ҡояштыҡы, әлбиттә, – тип аңлаттым.
Ышанды, шикелле.
***
Беҙ электричкаға ул ҡуҙғалыр алдынан һуңғы минутта барып индек. Өлгөрөрөбөҙгә ышанмай инем инде. Сираттағы электричка хаҡында баҙнатһыҙ ғына һүҙ ҡуҙ­ғат­ҡас, Игорь ҙа, Серёжа ағай ҙа миңә сәйер ҡараш ташланы.
– Барыһы ла һәр ваҡыт өлгөрә, – тип тынысландырҙы Серёжа ағай, – һеҙ ҙә өлгөрөрһөгөҙ.
Асыҡлағым килде: бөтәһе лә кемдәр, ниндәй ваҡытта, ләкин һуңынан әлеге мәлдә  ахмаҡ һорауҙарым ғына етмәүен аңланым.
Серёжа ағай мотоциклды туҡтатыу менән һикереп төшә һалдыҡ.
– Тағы ла килегеҙ, – тигәс, ул икебеҙҙе лә бер юлы ҡосаҡланы.
– Рәхмәт! – тип сыйылданым. – Мотлаҡ.
Игорь ҙа ошо рухта яуапланы, тик бәйләнешлерәк. Ҡулдарыбыҙға тотоноштоҡ та йүгерҙек. Тәүҙә кассаға, шунан перронға.
Йылынған тимер юл майы яңынан аңҡыны, рельстар өҫтөндә шыйыҡ томан борҡоно. Мине йәнә хәүефле һәм ауыр оҙон юлдың именлеге солғап алды. Алда айырылышыу тороуын аңлай инем. Бәлки, осрашыу ҙа.
Электричка тиҙлеген арттырҙы, тупраҡ өйөмдәре өҫтөндәге үлән тотош йәшел һыҙатҡа әүерелде, төҫтәре менән генә бер-береһенән айырылған ҡырсынташ һоро иң булып йымылданы.
– Хәҙер вагондар һәйбәт, – тине Игорь һоҡланыуҙан тел шартлатып. – Йөҙ йыл йөрөгәнем юҡ. Ә улар нисек үҙгәргән. Элек дивандар ғына ине, хәҙер – айырым ҡә­нәфиҙәр. Йәл, таянсыҡтары юҡ.
– Тик улар тар, – тинем мин. – Беҙҙең икебеҙгә тап-таман, ә өлкәндәргә тығыҙыраҡ.
– Халыҡ та юҡ тиерлек. Элек, хәтеремдә, этешеп-төртөшөп йөрөнөк. Бигерәк тә йома кис, шәмбе иртән.
– Был ҡаланан. Ә ҡалаға – йәкшәмбелә.
Игорь мине йөпләне. Был ике ҡарттың әңгәмәһен хәтерләтте. Йәнәһе, беҙҙең йылдарҙа нисек ине лә хәҙер нисек. Башҡа саҡта көлөр инем, моғайын, әле илағым килде.
Тегеһен-быныһын һөйләштек, тиҙҙән ҡалаға етеүебеҙ, төрлө яҡҡа таралышыуыбыҙ үкенесле һәм шомло ине.
Әйтерһең, кисәге кис булмаған, телевизорҙа имәнес фильм күр­һәтмәгәндәр, уның яңағы минеке янында тормаған. Бер нәмә лә булманы. Төшкә инә. Шулай тойола.
Игорҙы тыңланым, уның хәҙер бер нәмә лә әйтмәҫен төшөндөм. Тормошобоҙҙо үҙгәртерҙәй мөһим бер нәмә лә. Теләһә, күптән әйтер ине. Бындай һөйләшеүҙе үҙем башлай алмайым. Кәрәге лә юҡ, күрәһең.
Эйе, ул миңә бик ныҡ оҡшаны. Хәҙер быны аныҡ аңланым. Ул миңә унда – «Бәйләнештә»лә, бында – ысынбарлыҡта ла оҡшаны. Бәлки, уны яратҡанмындыр. Беләһегеҙме, мин быны ҡасан той­ҙом. Хатта әле түгел. Стас менән бар­ғандан аҙаҡ булған хәтәр хәлгә тиклем дә түгел. Стасҡа ҡарағас, уның миңә бер ҡасан да оҡшамаясағын аңланым. Бер кем дә оҡшамаясаҡ. Игорҙан башҡа. Ахыр сиктә, яҡындағы йөҙ йылда.
Минең менән шулай булды. Ә Игорь кешене ауыр хәлдә ҡалдыра алманы.
Мин аңланым.
Мин көсләп тағылырға йыйынмайым.
Мин ул тормошомда ҡалмаһа ла, һис юғы интернетемда ҡалыр, тип аҙыраҡ өмөтләндем. Минең бәхетһеҙ смартфонымда, кино тураһындағы хикәйәләре һәм Рысиктың фотоһүрәттәре араһында.
Күҙ йәштәрем көтмәгәндә сарлап аҡты, битемде ҡулдарым менән ҡаплап тамбурға йүгерҙем.ң


Дүртенсе бүлек


Рының ҡапыл ҡайҙа сығып йүгергәнен аңламаным. Тыныс ултыра, баш ҡаға, йылмая ине. Әммә көтмәгәндә ел өргәндәй ысҡынды. Бәлки, ярамаған нәмә әйткәнмендер? Былай тырышҡан һымаҡ инем. Алама көләмәстәр һөйләмәнем, һүгенмәнем дә, бәйләнмәнем дә.
Быларҙың барыһы ла бигерәк тә ҡыйын. Сөнки ул янымда ултырҙы, шундай... быны нисек атар­ға һуң? Ну, әгәр ҡыҙ һылыу бул­һа, унан тулҡындар таралғандай. Ҡараның, тойҙоң – бөттө. Эләктең.
Ләкин үҙемде баҫалҡы тоттом, үҙемә бер нәмәгә лә мөмкинлек бирмәнем. Мөмкинлек биреүемде теләһә, әйтер – шулай хәл иттем.
Ул бөгөн тап бер нәмә хаҡында ла уйламағанға оҡшаған. Тынып ҡалды, йомолдо. Йылмайманы ла хатта.
Ғөмүмән, уның кисәге көнө үҙе менән ине әле. Бындайҙан һуң көлөүҙе оноторһоң, бындайҙан һуң тотлоға башларһың.
Эйе, миндә лә бөтәһе лә килеп сыҡманы.
Дөрөҫөн әйткәндә, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Тағы күпме ғазапланырбыҙ – билдәһеҙ. Мин үткәреп ебәрермен дә ул.
Ры өсөн теге әҙәм аҡтыҡтарының башын борор инем. Булдыра алһам, әлбиттә. Уларҙың уны ни эшләтәсәктәрен уйларға ла ҡур­ҡам. Теге Стас уны кәрт бурысы иҫәбенә алып килгән. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Тере кешене. Ҡыҙ­ҙы. Һылыу, нәфис, бер ғәйеп­һеҙ ҡыҙҙы.
Уйлаһам, ҡотороуҙан ҡалтырай башлайым. Ысынлап үлтерер инем.
Фу-у. Башҡа нәмә тураһында уйларға ине.
Уға әйткән берҙән-бер файҙалы нәмәм – тәҙрә хаҡында һорашыуым. Ул тәҙрә аша сыҡҡан да баһа. Өлгөргән. Башта бысҡы табырға, бысырға, шунан сығырға кәрәк. Ҡурҡмайынса. Әйткәндәй, теләһә ҡайһы егеттең ҡулынан килмәй был.
Ә Рының ҡулынан килгән.
Әле генә моңһоуланып янымда өндәшмәй ултыра ине. Шунан сығып тайҙы.
Уны оҙаҡ ҡына көттөм. Әммә ун биш минуттан һуң тамбурға сығырға булдым. Ҡарарға ғына.
Ул ишек янында тора ине, сырайы ағарынған.
– Кать, нимә? – һаҡ ҡына һораным.
Ул миңә ҡурҡыуҙан үтә күренеүсән буш күҙҙәре менән ҡараны, мине башта таныманы ла һымаҡ.
– Кать? – Ҡулын тотоп ҡабатланым.
Бәлки, Рыны ҡосаҡларға, нисектер төрткөләргә кәрәккәндер, ләкин үҙем мыштырланым.
– Унда Стас, – тине ул ҡапыл.
– Ҡайҙа? – Аңламаным.
– Тамбурҙар араһында. Тәмәке тарта. Мин... унан... ҡурҡам...
– Ҡурҡаһы булма, – тинем. – Ишетәһеңме, унан ҡурҡаһы булма. Ул һиңә бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ. Башҡа бер ни ҙә.
Ры миңә ҡараны, ауыҙ мөйөштәре түбәнәйҙе.
– Һин аңланыңмы?
Ул башын ҡаҡты, ҡаҡмаһа, яҡшыраҡ булыр ине.
– Һин миңә ышанаһыңмы?
Ул иңбашын һикертеп, ситкә боролдо.
– Ярар! – тинем. – Ҡара уны!
Тыныс һөйләргә тырыштым, әммә тағы ла саҡ-саҡ, мине бер үк ваҡытта боҙло һәм бешереүсе тотош ҡотороу баҫып аласаҡ. Унан һулышым ауырайҙы, күҙ алдарым ҡараңғыланды, әммә башымда тиҙ арала план тыуҙы. Аҡ ҡағыҙға күмер менән төшөрөлгән рәсем һымаҡ, аныҡ, асыҡ.
Был инешһеҙ һәм эпилогһыҙ бер секундлыҡ план ине. Эш итеү планы. Минеке. Әлеге ваҡытта. Дөрөҫөрәге, яҡын киләсәктә.
Тамбур ишеге янына барып, уны шылдырҙым. Ишек тауыш-тынһыҙ еңел асылды.
Шунда уҡ теге ҡәбәхәтте күрҙем. Уны исеме менән атай алмай инем. Исеме менән кешеләрҙе атайҙар. Ә ул кеше түгел. Кисәге көндән алып. Кешеләр башҡалар­ҙы ҡанһыҙҙарға ботарлап ташларға килтермәй. Килтерһәләр инде, шул мәлдә үк улар ҡотол­ғоһоҙ хәлгә тарый. Улар үҙҙәре ҡанһыҙға әйләнә.
Ә теге Рыны алып килеп кенә ҡалманы. Ул бит хәүеф-хәтәрһеҙ урындан тартып сығарырға бер тапҡыр ғына түгел, ә ике тапҡыр мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләне. Ул Серёжа ағайҙың өй буҫағаһында Ры үҙе менән китһен өсөн уны күндерергә тырышыуҙан да тартынманы. Ялағайланырға, ялғанларға, янарға ла уңайһыҙланманы. Уның бер генә минутҡа ла намыҫы ҡыбырламаны.
Әле ул вагондар араһында тамбурҙа асыҡ ишеккә – йөҙө, миңә арты менән тора.
Электричка гөрһөлдәне, ишекте нисек асҡаным да, нисек яҡын килгәнем дә ишетелмәне.
Ул тәмәке тартып тора, миңә әйләнеп, бер аҙым атлап, артына тибәһе генә ҡалды. Ул бер кемде лә бер ҡасан да үҙенең ләғнәт төшкөрө өңөнә, ләғнәт төшкөрө убырҙарына, ләғнәт төшкөрө бурысына саҡырмаҫлыҡ итеп. Рыны ла, башҡа ҡыҙҙарҙы ла.
Ябай ғына ине был. Беҙҙе гөр­һөлдәүсе һәм һикереүсе иҙәндең көлкөлө сантиметрҙары ғына айыра. Шул ғына! Шул ғына!
Боролғайным ғына, көтмәгәндә сәйер нәмә тойҙом. Әйтерһең, иңбашыма ауыр селтәр һалдылар. Ҡыбырларлыҡ та, ҡулды күтәрерлек тә түгел. Был шул тиклем көтмәгәндә һәм аңлайышһыҙ булды, саҡ һауаға тонсоҡманым.
Миңә һауа былай ҙа етмәй ине, ә ул бында тимер һәм ҡыҙған резина булып аңҡый. Бына үпкәмә ауырлыҡ менән һауа инде. Бына ҡайҙалыр уртала, танау менән үпкә араһында, саҡ тотҡарланманы.
Шулай ҙа уны кәрәк урынына этеп төшөрҙөм, яңынан һулыш алдым. Ҡатып ҡалдым.
Сөнки һауа хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө аңҡый ине. Һаҫыҡ та, механик та түгел, ә бөтнөк, ала миләүшә һәм аҙыраҡ һура тор­ған кәнфит тәме менән.
Башымды бороп ҡарағас, аҙап ҡалдым.
Артымда, бар көсө менән миңә йәбешеп, Ры тора ине.
– Юҡ! – тип бышылданы ул.
Электричка гөрһөлдәһә лә ишеттем, сөнки уның ирендәре ҡолаҡ төбөндә шыбырланы.
– Юҡ! Ҡағылаһы булма!
Ры башҡа бер нәмә лә әйтмәне, өндәшмәйенсә мине беренсе тамбурға һөйрәне. Уның ни эшләргә йыйынғанымды һиҙенгәнен йәки тойғанын аңланым. Юл ҡуйманы.
Бәхеткә.


Эпилог


Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ул мине Ры тип йөрөтә. Был хаҡта беренсе мәртәбә ишеткәс, саҡ аҡылдан шашманым. Көлөүҙән.
Әгәр ул быны ун дүртенсе тыу­ған көнөмә хәтлем һөйләһә, бөтәһен дә аңлар инем. Сөнки теләһә кемгә өй ҡушаматы таҡмай­ҙар. Юҡ, ысын да баһа. Шулай уҡ виртуаль донъяла ла.
Уның үпкәләгәнен, социаль селтәремдән былай ғына сыҡмағанын аңлар инем. Уны кире ҡайтарырға тырышыр, бер ниндәй ҙә Стас менән танышмаҫ инем.
Бер нәмә лә булмаҫ ине. Вирта ла.
Хәҙер нимә һуң?
Уның холҡо бына шундай, ә бына миндә ошондай оҙон тел һәм сик­һеҙ бер ҡатлылыҡ. Игорь янымда саҡта был, моғайын, бигүк хафалы түгелдер.
Ә ул янымда, смартфонымда булһа ла. Мин беләм: уны саҡырырға мөмкин, ул мотлаҡ яуап бирер.
Игорҙы артыҡ йөҙәтергә тырышмайым, ләкин йыш ҡына килеп сыҡмай. Сөнки ҡайһы берҙә йөрәк ҡуба: мин саҡырырмын да, ә ул яуап бирмәһә? Саҡырырмын. Ә ул яуап бирер.
Бәлки, был беҙҙе ҡасан да булһа ялыҡтырыр. Бәлки, беҙ өлкәнәйербеҙ, өйләнешербеҙ, балаларыбыҙ тыуыр. Малай һәм ҡыҙ. Йәки ҡыҙ һәм малай. Минең өсөн кем булһа ла барыбер.
Игорға әлегә был хаҡта һөйләмәйем. Өлгөрөрмөн әле...

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас