+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
29 Апрель 2024, 16:00

Гел үҙеңә ышан

Бөрйән районы Мораҙым ауылынан Илзирә ВӘЛИЕВА шиғыры.

Гел үҙеңә ышанГел үҙеңә ышан
Гел үҙеңә ышан

Ҡояш кеүек балҡый минең күңел,
Ҡыйынлыҡтарға ул бирешмәй.
Моңһоу көндәр уға насар түгел,
Төшкән кәйеф уға килешмәй.

Тормош юлдарымда таштар ятһа,
Сиҙәм яҡтан урап үтермен.
Кәрәк саҡта ярҙам булмаһа,
Үҙемә генә өмөт итермен.

Ҡасандыр күҙемдән йәштәр аҡһа,
Тынысланғас, үҙем һөртөрмөн.
Алсаҡ йөҙҙән йылмайыу юғалһа,
Үҙемде йыуатып мин көтөрмөн.

Ғәйбәт һүҙҙәр әйтеп рәнйетһәләр,
Күңелем шундай нескә булһа ла,
Ул үҙен яҡлап алып ҡала белер,
Ҡыйынлыҡтар булып торһа ла.

Һәр саҡта ла гел үҙеңә ышан,
Яҡын дуҫың, бәлки, һатлыҡйән...
Яҡты донъяла йәшәгәнгә ҡыуан,
Ғүмер беҙгә берҙе бирелгән.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас