Беренсе Май байрамы
Күтәренке кәйефтәрҙә
Башлай яҙым иртәһен.
Зәңгәр күктә һайрай ҡоштар
Тәбрик итеп илкәйен.
Тыныслыҡҡа, берҙәмлеккә
Саҡыра Беренсе Май.
Шуға күрә нурлы йөҙөм,
Ҡурайым моңдарға бай.
Күгәрсен – тыныслыҡ ҡошо
– Күк күгәрсен “гөр-гөр” тисе,
Ул ни икән һуң һөйләй?
– Тыуған ерем гөл, гөл , тиеп,
Гелән матур көй көйләй.
Күк күгәрсен әйтә беҙгә:
“Йәшәү матур, тыныс, тип.
Татыулыҡҡа алған юлда
Ел-дауылдар тыныр”, – ти. –
Күк ҡаурыйлы күгәрсенең
Тыныслыҡ ҡошо булыр.
Һин дә халҡым, тип тырышһаң
Ғүмерең яҡшы уҙыр.