+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
11 Июнь , 16:31

Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының "Дуҫлыҡ" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыштары белем усағында үткән һәр байрам концертын биҙәй. Ниндәй генә бейеүҙәр башҡармай улар?!

Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"

Быйыл ансамбль ойошторолоуға 15 йыл тулды.
   – "Дуҫлыҡ" 2009 йылда эшләй башланы. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында солистка инем. Шунан тик балалар менән генә эшләү юлын һайланым. Ошо йылдарҙа бик күп бейеүселәр әҙерләнде. Йәш буйынса алты төркөм бар. Әлбиттә, иң беренсе үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ. Репертуарҙа татар, үзбәк, мари, удмурт, коряк, ҡалмыҡ, һинд, шәреҡ, урыҫ халыҡ бейеүҙәре лә бар. Легендар "Ете ҡыҙ", "Гөлнәзирә", "Бөрйән ҡыҙҙары"н да яратып башҡара уҡыусылар, – ти коллективтың етәксеһе Светлана Батыршина.
Яңыраҡ Өфөнөң Химиктар һарайында уҙған юбилей концертында ла бер нисә башҡорт бейеүе башҡарылды. "Ете ҡыҙ", "Бал иле", "Беләҙегем-йөҙөгөм", "Тыпырҙаҡ", "Батмус", "Боронғо башҡорт маршы", "Ҡошсоҡтар"... Ә премьера – "Һылыу ҡыҙҙар" бейеүен 13 июндә "Башҡортостан" концерт залында үтәсәк "Балалар Байығы" республика телевизион бәйгеһенең Гала-концертында башҡарасаҡтар. Уңыш юлдаш булһын!
  – Ошо бейеүҙе сәхнәгә сығарыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәтемде белдергем килә. Сөнки бергәләп башҡарған эш күпкә еңелерәк һәм һөҙөмтәлерәк килеп сыға. "Һылыу ҡыҙҙар" бейеүен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева һалды. Көйөн Дим Шәрәфиев яҙҙы. Костюмдарҙы "Айлы" ательеһы текте (етәксеһе – Гүзәл Ирек ҡыҙы). Гимназия директоры булып эшләп киткән Флүр Шаһисолтановҡа һәм атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт. Концерттар алдынан ҡыҙҙарҙың сәсен үреү, макияж һалыу, костюмдар өсөн сығымдар, сит ерҙәрҙә конкурстарға йөрөгәндә бергә барып ярҙам итеү тиһеңме – улар һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә, – ти Светлана Илдар ҡыҙы.

   "Дуҫлыҡ" бейеү ансамбле Өфөлә, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, гел призлы урындар алып тора. "Еңеү яҙы" ҡала конкурсында, "Байыҡ"та уңышлы сығыш яһағандары бар. Быйыл "Башҡортостандың алтын кубогы" Бөтә Рәсәй бәйгеһендә "Һылыу ҡыҙҙар" Гран-приға лайыҡ булһа, казак бейеүе менән беренсе урын алғандар. Ҡазанда үткән халыҡ-ара бейеү конкурсында бейеү ансамбленең ике төркөмө ҡатнашып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. "Йондоҙҙарҙан сағыуыраҡ" Бөтә Рәсәй хореография фестивалендә II дәрәжә диплом алып һөйөнгәндәр.
   Бына шулай Башҡортостандан ситтә лә уңыш ҡаҙана "Дуҫлыҡ". Ансамблдең солистарын да атап үтәйек. Улар – Айһылыу Лоҡманова, Анна Ожиганова, Зарина Ҡаһарманова, Камилла Токарева, Камилла Хисамова, Эмилия Нәбиулина, Карина Исҡужина, Тамсы Үтәбаева, Фидель Абдуллин, Артур Ғөбәйҙуллин, Тамерлан Шаһапов, Эльдар Латипов, Йәлил Ғәниев, Ильяс Мәхмутов.
Сығарылыш синыфынан Әҙилә Ишемғужина юбилей концертында "Һаҡмар һылыуы" бейеүен башҡарҙы. Ул "Гүзәл-данс" төркөмөндә лә оҫталығын күрһәтә.

– Ансамблгә беренсе синыфтан йөрөйөм. Светлана Илдар ҡыҙы беҙгә бик матур бейеүҙәр өйрәтә. Башҡорт, урыҫ, һинд, сиған, удмурт, коряк халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡарабыҙ. Миңә иң оҡшағаны – "Ете ҡыҙ"! – ти Тамсы Үтәбаева.

Шуныһы ҡыуаныслы: Светлана Илдар ҡыҙының ансамблендә шөғөлләнгән бейеүселәр һуңынан да бейеүҙе ташламай. "Дуҫлыҡ"тың концерттарына ла йөрөйҙәр. Шулай булмай ни, бәләкәйҙән бейеү сәнғәтенә ғашиҡ бит улар. Хәрәкәттәр аша төрлө халыҡтарҙың хис-тойғоларын, холоҡтарын белдерә беләләр. Артабан да дәртле, йөкмәткеле бейеүҙәре менән тамашасыларын һоҡландырыуҙарын, ижади уңыштар теләйбеҙ "Дуҫлыҡ" бейеүселәренә!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Сәхнәлә – "Дуҫлыҡ"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: