+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Июнь , 10:11

Үлемһеҙ йыр

Салауат районының Малаяҙ ауылындағы Сала­уат Юлаев музейында булғандан һуң тыуған уйҙар... Зарина БАҒЫШАЕВА.

Үлемһеҙ йыр
Үлемһеҙ йыр

Музейында булдым Салауаттың,
Күрешкәндәй инек күҙгә-күҙ.
Һәр экспонат бында – уның йөҙө,
Һәр береһе һөйләй тарих-һүҙ.

Мөхәббәте уның ҡайнар булған
Тыуған Уралына, халҡына.
Яҙған шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып,
Мәңге тынмаҫ йырға һал ғына.

Ишетелә кеүек бында хатта
Тулҡындары Балтик диңгеҙҙең.
Эй, Салауат! Һин бит тотҡон
түгел,
Азат йәнһең, шундай тиңһеҙһең!

Эй, Салауат! Ишетелә бында
Тарих төпкөлөнән аһ-зарың.
Халҡың мәнфәғәтен
яҡланың һин,
Күргәндә лә ауыр ғазабын.

Нахаҡ менән мөһөр баҫһалар ҙа,
Ҡамсы менән арҡаң
ярһалар ҙа –
Һис һүнмәне һинең рух көсөң,
Һин батырһың башҡорттар өсөн!

Тоям кеүек бында үҙем дә
Матурлығын һинең төйәктең.
Йүрүҙәндең йырлап ағыуы
Елкендерә минең йөрәкте. 


Һинең менән бергә ишетәмен
Тынлыҡтағы һандуғас моңон.
Берсә осам ҡарлуғасҡай булып,
Атып төшөргәнсе бер уғың.

Берсә күрәм һинең йәйләүҙе,
Күҙ алдына баҫа тирмәләр.
Риүәйәткә илтә гәлсәр-таш,
Бына уҡы, нимә тигәндәр:

«Имеш, тиҙәр, борон заманда
Зар-һағыштан кеше илаһа,
Ул һыҡтаған эҙҙән ҡойолған
Гәлсәр таштар, тиҙәр, Илаһым!

Бер кеше илаған урында
Гәлсәрҙәре булған әҙерәк.
Тотош ғаилә әгәр һыҡтаһа,
Күҙ йәштәре тамған күберәк.

Бөтөн ауыл түкһә күҙ йәшен,
Гәлсәр таштар ятҡан һибелеп.
Эй, Салауат! Һинең халҡың бит
Илап ҡалған бик ныҡ түгелеп».

Шуны бәйән итеп миңә лә
Ялт(ы)рап ята бында бер гәлсәр.
Тотош тарих һыйған гәлсәргә,
Иғтибарлап ҡараһаң әгәр.


Гәлсәргә мин баҡтым һоҡланып,
Күҙем күсте тағы бер ташҡа.
Уныһына, эйе, шулай уҡ
Салауатлы дәүер тоташҡан.

Рогервиктан килгән зиндан ташы
Ята төҫлө шундай ҡарайып.
Салауаттың һуңғы төбәгенә
Йән әрнеүе менән ҡарайым.

Ошо ташҡа, гүйә, һеңгән әллә
Бар һыҙлауы, зары батырҙың.
Һағыныуы йырлы Уралын,
Юҡһыныуы уйнар ҡурайын.

Бер күрәм тип тыуған еркәйен,
Бер ҡосам тип һөйгән йәркәйен,
Бер һөйәм тип ғәзиз балаһын,
Талпынғандыр уның йәнкәйе.

Мин үлмәнем, ти ул, башҡорттарым! –
Эйе, тере, тере, Салауат!
Яһилдарҙың эҙе юйылды,
Ҡан һарҡһа ла ҡылған сал быуат.

Шул быуаттың ниҙәр күргәнен,
Кисергәнен ниндәй ғазаптар –
Һөйләп тора музей эсендә
Уҫал йөҙлө дошман һалдаттар.


Шул һындарға ҡарап ебәрһәм,
Йөрәккәйем төшә табанға.
Ҡаты яза улар сығарған,
Халҡым, тиеп ҡылыс алғанға.

Ихтилалдар ҡупҡан осор тора
Макет булып, ана, мөйөштә.
Ҡоралланған ябай крәҫтиәндәр:
Уҡ-һаҙаҡ һәм ҡылыс – өлөшкә.

Ҡаршы сыҡҡан дошман яуы иһә –
Хәтәр ҡоралланған бер ғәскәр:
Баш эйҙертмәк улар халыҡты,
Тик белмәйҙәр: башҡорт – меңйәшәр!

Үлемһеҙ йыр итте Салауат
Башҡорт рухын, ихтыяр көсөн.
Быуат аша яңғырай кеүек:
«Мин теремен Уралым өсөн!

Мин үлмәнем әле, башҡорттарым!
Палдискиҙан Тәкәйгә тиклем
Һуҙылғандыр уйҙар сылбыры –
Ерем, халҡым һәм туған телем!

Ер-һыуым да, һулар һауам да
Иҫтән сыҡмай.
Балтик, ғәфү ит!
Бейек тулҡыныңа ултырт та,
Зинһар, мине илемә һин илт!

Ҡулдарыма бығау һалһағыҙ ҙа,
Уйҙарыма булмаҫ йүгәндәр.
Уралым, тип балҡып
китәмен мин,
Зар-һағыштан ҡапыл һүнгәндә.

Күҙ алдымда тыуған ҡырҙарым,
Эсһәң ине балдай һыуҙарын –
Артып китер ине көс-кәрем,
Юҡ, яҙмышым түгел һис әрәм.


Именлеккә тәсбих тартҡанда,
Булғанда ла алыҫ тотҡонда –
Һеҙҙең менән минең йөрәгем,
Янғанда ла яза-ялҡында...

Юлай улы Салауатмын, эйе,
Вариҫтарым булыр, ышанам.
Рәткә килер, тием, донъялар,
Булмаһа ла тарих шып-шыма.

Батырҙары тыуыр халҡымдың,
Әйтер һүҙҙе әйтмәй ҡалмаҫтар.
Изге эштәр ҡалыр мәңгегә,
Тарих биттәренән юймаҫтар... »

Эй, Салауат! Быуат аша ҡайттың
Асылыңа, башҡорт иленә.
Һине һөйләр һүҙебеҙ ҙә тынмай,
Йырыбыҙ ҙа, шуны бел генә.

Ана шуға бына инанып,
Йөрөп ятам һинең музейҙа.
Тетрәнеп тә китәм ҡапылдан,
Һоҡланып та һиңә – мең уйҙа.

Халҡың ҡулы һиңә һәйкәл
ҡойған,
Исемеңде иткән мәңгелек.
Барса бала һине хәҙер белә,
Милли герой, тиеп, иң элек.

Һүрәттәргә бағам – унда һин,
Ялан-ҡырың, урман-таштарың.
Ҡыйылмаған һинең ғүмерең,
Әле генә йәшәй башланың.

Һин йәшәйһең халҡың хәтерендә,
Күпме ижад һиңә арналған.
Заманыбыҙ үҙе быға шаһит –
Хөсөтсөләр эше тарҡалған.

Үлемһеҙ йырыбыҙ – Салауат,
Көл-күмерҙән кире ҡалҡтың һин.
Халҡың юлын мәңге яҡтыртып,
Ҡояш кеүек, әйҙә, балҡы һин!

Үлемһеҙ йыр
Үлемһеҙ йыр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: