Уның башҡарыуында "Не забывайте" тигән йырҙы тәҡдим итте. Рамазан "Еңеү" музейының "Балалар башҡарыуында мөһим йырҙар" проектында ҡатнаша.
Рамазан Биккинин - Стәрлетамаҡтан. Ете йәшенән әсәһе уны сәнғәт донъяһына алып килә. Әле ғаиләләре менән Өфөлә йәшәйҙәр. Рамазан Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә йырлай. Төрлө кимәлдәге йыр конкурстары еңеүсеһе.
"Рамазандың уңышы - ата-әсәһе Рәсимә Фәрүәз ҡыҙы менән Илдус Исламғәли улының тырышлығы һөҙөмтәһе. Улар балаларында матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйҙәр, милли мәҙәниәт менән таныштыралар, илһөйәрҙәр итеп үҫтерәләр," - тип яҙа Радий Фәрит улы. Рамазандың апаһы Алһыу ҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡый икән.