Башҡорт халҡының бер быуат элекке тормошон һүрәтләгән, әммә күтәрелгән проблемалары менән әле лә көнүҙәк һаналған был сәхнә әҫәренең инсценировка авторы – Ангиза Ишбулдина, ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов. Геройҙарҙың бала саҡтарын уҡыусылар ҙа уйнай.
Игеҙәктәр – бәләкәй Гөлбаныу менән Ихсанбайҙы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III”В” синыфы уҡыусылары Алтынай Урманшина менән Рамаҙан Ғәлимов башҡара. Ә үҫмер ҡыҙ Гөлбаныу ролендә тәүҙә Самира Ҡоланбаева уйнай. Әммә белем усағын алмаштырыу сәбәпле, уға баш тартырға тура килә. Әлеге ваҡытта Өфөләге 45-се мәктәптең VIII “Д” синыфынан Әминә Сәлмәнова башҡара. Улар барыһы ла актёр булараҡ үҙҙәрен беренсе тапҡыр ҙур сәхнәлә һынап ҡараған. Өсөһөнә лә ҙур, татыу коллектив менән сығыш яһау ныҡ оҡшай.
– Игеҙәктең һыңарына кеше эҙләгәндә, үткән йыл йәрминкәлә Рамаҙандың әсәһе мине күреп ҡалған. Театрға барғас, репетиция мәлендә бергә уйнатып ҡаранылар һәм оҡшаттылар. Шул көндән минең өсөн театр тигән серле, мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс донъя асылды. Актёрлыҡ тәжрибәһе алыу менән бергә башҡорт телендәге өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ итеп әйтергә лә өйрәндем. Бының өсөн сәхнәләге атай-әсәйем Римма апай Ҡаһарманова менән Фәнис ағай Рәхмәтовтарға рәхмәтлемен. Спектаклде алып барыусы Әлфирә апай Ҡоланбаева иһә беҙҙе ҡурсалап ҡына тора, – ти Алтынай. Һүрәт төшөрөргә яратҡан ҡыҙ художестволы гимнастика менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба.
– Театр минең өсөн быға тиклем дә ят түгел ине. Атайым Руслан Ирек улы егерме йылға яҡын сәхнәлә уйнай. Минең геройым үҙенсәлекле яҙмышлы. Ихсанбай – шуҡ, шаян малай. Күршелә йәшәгән Гөлбаныу менән бергә уҡый, дуҫтар. Әсәһенең ҡушыуы буйынса уға мәктәпкә барғанда аҙыҡ ташый. Игеҙәгенең һыңары икәнлеген икеһе лә белмәй, – ти Рамаҙан. Сәнғәткә, спортҡа ғашиҡ ул. Ҡурай, каратэ түңәрәктәренә йөрөй.
Әминәнең ата-әсәһе – сәхнә кешеләре. Әсәһе Римма Ҡаһарманова – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, атаһы Рәмзил Сәлмәнов иһә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёрҙары. “Бөйрәкәй”ҙә уйнау минең өсөн бигерәк ныҡ уңышлы булды. Сығышымды кастинг директоры Катрина Дүшәнбаева күргән һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата режиссёр Булат Йосопов төшөргән “Фәрзәнә көнбайышҡа табан бара” тип аталған фильмда төп ролде башҡарырға саҡырҙы. Йәйге каникулымда, шулай итеп, үҙемде кино актрисаһы итеп һынап ҡарау бәхете лә тейҙе. Икеһен сағыштырып ҡарап, театрҙа уйнау ауырыраҡ икән, тигән һығымтаға килдем. Сөнки унда дублдәр юҡ. Барыһы ла тамашасының күҙ алдында һәм ныҡлы әҙерлек кәрәк. Әммә спекталь аҙағындағы көслө алҡыштарға күмеүҙәре артабан да дәртләнеп, күңел биреп уйнарға көс бирә”, – ти Әминә театр һәм кино сәнғәте араһындағы нескәлектәр менән бүлешеп.
“Бөйрәкәй” спектакле гастролдәрҙә лә булып өлгөрҙө. Иң тәүҙә Таңсулпан Ғарипованың юбилей кисәһендә Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһанылар. Сентябрь айында Чечняның баш ҡалаһында милли театрҙарҙың Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаштылар. Илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған тәнҡитселәр ҙә был сәхнә әҫәре һәм унда уйнаған актёрҙар менән ҡәнәғәт ҡалыуҙары хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте.
Уҡыусы артистарҙы сәхнәләге тәүге уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа, халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булыуҙарын, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яратыуҙарын, үҙ юлдарын табыуҙарын теләйбеҙ.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.