Бәйге дүрт номинацияла үтте: "Йылдар эҙенән" тигән интернет-викторина, "Беҙҙең өйҙөң йәме" квиз уйыны, "Минең Мостай" ижади эштәр һәм "Юлдарым һиңә бара" экскурсия маршруттары конкурстары.
29 октябрҙә ике конкурстың йомғаҡлау туры, йәғни проекттарҙы яҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Абруйлы жюри ағзалары ла билдәләүенсә, "Мостай уҡыуҙары" - Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһының визит карточкаһы ул. Быйыл да конкурсты белем усағы Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала мәғариф идаралығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә матур итеп ойошторҙо. Гимназия етәкселегенә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт.
Сара тураһында тулыраҡ материал гәзитебеҙҙең алдағы һанында баҫылып сығасаҡ.