0 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам
22 Ноября 2024, 07:07

Йәнтеш улына

Өфөлә йырсы Азат Исҡужиндың тәүге концерты үтте. Ошо уңайҙан халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың яҡташына арнап яҙған шиғырын уҡыйыҡ әле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәнтеш улынаЙәнтеш улына
Йәнтеш улына

Йәнтеш улына

Яҡташым, һәүәҫкәр композитор, йырсы Азат Исҡужинға

 

Йәнтештә Ай нуры аҫтында

Үтте саф бала саҡ йылдарың.

Йәйғорҙар күтәреп саҡырҙы

Алыҫҡа маҡсатлы йылдарың.

 

Сәмле лә, хәтәр ҙә булғандыр

Һынауҙар аша юл ярыуҙар.

Ялҡын да, һалҡын да өтһә лә,

Ныҡыштың тик алға барырға.

 

Күңелеңә наҙ һипте, моң һалды

Ай нуры ғүмерең башында.

Бөгөн һин шул моңдо халҡыңа

Еткереү бәхете ҡаршыңда!..

 

Йәнтештә Ай нуры йәнеңә

Илаһи моң булып ҡунғайны.

Халҡыңдың рух көсө имләгәс,

Йырҙарың ҡоштарҙай ҡуҙғалды.

 

Шул ҡоштар – йөрәгең моңдары –

Бик теләп ҡуналар күңелгә...

Ышанам: улар йыр-ҡанатта

Илтерҙәр һине тик еңеүгә!

 

Ҡәҙим АРАЛБАЙ.

17.11.2024.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас