-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Ноябрь , 19:53

"Мин дә үҫкәс һалдат булам"

Ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы бынан һуң 27 ноябрҙә Диңгеҙ пехотаһы көнө билдәләнәсәк. Был видеолағы йыр ҙа ошо байрамға тап килеп торған кеүек. Бүләк итеп ҡабул итегеҙ! 

"Мин дә үҫкәс һалдат булам"
"Мин дә үҫкәс һалдат булам"

Кемдәр һуң был әртистәрҙән ҡалышмаған йырсы, бейеүсе малайҙар, тиһегеҙме? Бөрйән районы Брәтәк мәктәбенең Гөлдәр Йәрмөхәмәтова етәкселегендәге йыр ансамбле. 

Буласаҡ һалдаттар, быйыл Сибай ҡалаһында үткән "Атайҙар һәм уландар" асыҡ йыр конкурсында ҡатнашып, III урын яуланы.Төркөмдөң исеме - "Йондоҙсоҡ", эшләй башлауына - ике йыл.

Бөрйән районы Килдеғол ауылында Билалов Сынбулат Рафиҡ улы иҫтәлегенә ойошторолған патриотик йыр конкурсында I урын алғандар. Йәш башҡарыусыларҙың республика интернет конкурсында(«Аврора. Сlassical and folk time music») дипломант булғандар.

 Ауыл сәхнәһендә сығыш яһауҙарын да халыҡ яратып ҡарай. Афарин, егеттәр!

ҺАЛДАТ БУЛАМ
Миләүшә Ғәйфуллина һүҙҙәре.

Вәлит Мәүлитов көйө.

Олатайым матрос булып,
Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән.
Акула менән киттарҙы
Яҡындан ғына күргән.

Ҡушымта:
Мин дә үҫкәс һалдат булам,
Кирза итек кейермен.
Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән,
Тыпырлатып бейермен.

Ә атайым пограничник,
Ватан сиген һаҡлаған.
Ҡара төндә, ел-ямғырҙа
Тау-таш аша атлаған.

Фото: vk.com.

Видео: Г.ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: