Һағындырып ҡыш миҙгеле килә,
Көйләп килә Ергә үҙ моңон.
Ҡарҙың сафлығына мөкиббән ҡыш
Йөкмәп килә, ана, аҡ тоғон.
Ҡарҙың сафлығына мөкиббән ҡыш
Бүләк итер сихри биҙәктәр.
Ҡыштың мең биҙәге араһынан
Беҙ тапмабыҙ биҙәк-иг(е)ҙәктәр.
Ҡыштың мең биҙәге араһынан
Һайлап алыр күңел бер биҙәк.
Беҙ табырбыҙ мең биҙәктең парын —
Күңелдәргә булыр игеҙәк.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.