+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
27 Декабрь 2024, 08:15

Таныш булығыҙ: "БӨРКӨТ"

Яңыраҡ Өфөләге Көрәш һарайында «Дәрүиш рухы+» тип аталған беренсе башҡорт рок фестивале үтте. Унда башҡорт рогына нигеҙ һалыусы танылған төркөмдәр менән бер рәттән яңылары ла сығыш яһаны.

Таныш булығыҙ: "БӨРКӨТ"Таныш булығыҙ: "БӨРКӨТ"
Таныш булығыҙ: "БӨРКӨТ"

 Шуларҙың иң йәше Хәйбулла районының Аҡъ ярҙағы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенән «Бөркөт» төркөмө ине. Етәксеһе – Байрас Әминев.

– Төркөм беҙҙең сәнғәт мәктәбендә 2017 йылда барлыҡҡа килгәйне. Мәктәпкә Радик Кәрим улы Далхин исемле йәш белгес эшкә урынлашҡайны. Ул башлап ебәрҙе лә инде. Әммә бер йылдан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район мәҙәниәт һарайына эшкә күсте. Әле ул – махсус хәрби операция биләмәһендә. Егеттәрҙең янып торған күҙҙәрен күреп, төркөмдө үҙем алырға булдым. Көндөҙ директор булһам, кистәрен репетицияларҙа инем. Музыканттар сәнғәт мәктәбенең төрлө бүлектәренән һайлап алынды. Яңы йырҙар өйрәнеп, фестивалдәрҙә ҡатнашып торҙоҡ, отчёт концерттары ойошторҙоҡ. 2021 йылда төркөмгә «Бөркөт» тигән исем ҡуштыҡ. Ҡыйыу, ирекле ҡош исемен. Гөлназ Фәрит ҡыҙы Имановаға ҙур рәхмәт, ул йырсыларҙы әҙерләй, – ти Байрас Ғәлим улы.

«Бөркөт»төң әлеге составында кемдәр һуң, тиһегеҙме? Родион Хөсәйенов – барабанда, Вәғит Акилов – гитарала, Радмир Тоҡомбәтов – бас-гитарала, Искәндәр Фәйзуллин – ҡурайҙа, Семён Жильцов – драйф-гитарала, Ләйсән Әхмәрова синтезаторҙа уйнаһа, Арсен Ғәббәсов менән Элина Ҡужагилдина йырлай. Улар барыһы ла Аҡъярҙағы 2-се мәктәптә VI, VII, VIII синыфтарҙа уҡый. Вокал-инструменталь ансамбль тәүҙә легендар «Кино» төркөмө әҫәрҙәрен башҡара. Виктор Цойҙың йырҙарын белмәгән, оҡшатмаған кеше юҡтыр. Артабан «Дәрүишхан», «Рух», «Ант» кеүек үҙебеҙҙең башҡорт төркөмдәре ижадына мөрәжәғәт итәләр. Хәҙер уларҙың сығыштарын көтөп алалар һәм йәш музыканттар тамашасы ышанысын аҡлап, яҡшыраҡ уйнарға, йырларға тырыша.

– Мин өс йыл был төркөмдәмен. Репетицияларға ашҡынып киләбеҙ. Етәксебеҙ менән бергәләп йыр һайлайбыҙ. Үҙем бас- һәм классик гитарала уйнайым. «Бөркөт»тәр һынатмай. Мәҫәлән, Вәғит, музыканан тыш, еңел атлетика менән дә шөғөлләнә, барабансыбыҙ Родион – халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, – ти Радмир Тоҡомбәтов. – Өфөлә «Дәрүиш рухы+» фестивалендә сығыш яһау беҙҙең өсөн ныҡ иҫтәлекле булды. 4 мең тамашасы йыйылған ине бит, күп кенә билдәле артистарҙы күрҙек. Шулай уҡ тамашасылар араһында республика Башлығының булыуы ла ныҡ тәьҫир итте.

Эйе, йәш артистар баш ҡаланан ҡанатланып ҡайтҡан. Тағы ла яңы йырҙар өйрәнергә, фестивалдәрҙә ҡатна! шырға планлаштыралар. Айырым концерт ойоштороп, йыйылған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙамға ебәрергә ҡарар иткәндәр. Хәйбулла ерен башҡорт рок музыкаһы бишеге, тиҙәр. «Дәрүишхан», «Рух» төркөмдәре үткән быуаттың 90-сы йылдарында барлыҡҡа килеп, йыр-моң һөйөүселәрҙең йөрәген яулағайны. Ул заман төркөмдәренең йырҙары бөгөн дә популяр: балалар һәм йәштәр ҙә яратып тыңлай, башҡара. Сөнки мәңгелек темаларға арналған, милли рух, милли аң, тыуған ергә һөйөү сағылыш тапҡан йырҙар һәр кемдең күңеленә үтеп инә.

Республикабыҙҙа яңы ғына танылыу алған «Бөркөт» төркөмө лә башҡорт рок музыкаһы донъяһына үҙ өлөшөн индерер, тарҡалмаҫ, киләсәктә лә сығыштары менән ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ. Район-ҡалаларҙа сәнғәт, йыр-моң тип йөрәге янған балалар күп, бәлки, төрлө мәктәптәрҙә яңы төркөмдәр ҙә барлыҡҡа килер әле. «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок-фестивале йыл һайын үткәреләсәк бит, Алла бирһә. Тимәк, маҡсат та бар. Был йәһәттән, әлбиттә, һәләтле балаларҙы берләштереп, улар менән ихлас эшләгән етәкселәр ихтирамға лайыҡ. Башҡорт сәнғәт донъяһында рок, этно-рок айырым урын алып тора һәм йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.

 «Бөркөт»тәр Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршылай.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас