+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
22 Ғинуар 2025, 09:00

Һағыҙаҡ менән Бал ҡорто

Әкиәт

Һағыҙаҡ менән Бал ҡортоҺағыҙаҡ менән Бал ҡорто
Һағыҙаҡ менән Бал ҡорто

Борон-борон заманда мәңге йәшел аҡланда, кеше аяғы баҫмаған ерҙә йәшәгән, ти, Һағыҙаҡ менән Бал ҡорто.Уларҙың дуҫлығына яландағы сәскәләр ҙә, сылтырап аҡҡан шишмәләр ҙә, һайрап торған йырсы ҡоштар ҙа, урман тулы йәнлектәр ҙә – барыһы ла көнләшкән, ти. Ике күрше шулай гөлдән гөлгә ҡунып, бар донъяны һоҡландырып йәшәгән дә йәшәгән.

Бер мәл ошо кеше аяғы баҫмаған ергә һунарҙан һунарға йөрөгән егет килеп сыҡҡан. Бындай матур урынды ул бер ерҙә лә күрмәгән, ти. Матурлыҡҡа иҫе китеп ҡарап торған да бәләкәс кенә ике йорт янына туҡтаған. Бал ҡортоноң йортона инһә, унда ҡайҙа ҡарама – бал, ти. Егет уны тәмләп ҡараған, татлылығына иҫе киткән, арыған тәненә көс кергән. Шунан Егет икенсе йортҡа ингән. Унда ла шул уҡ хәл икән. Егет ундағы балды тәмләп ҡарайым ғына тиһә, Һағыҙаҡ ҡайтып ингән дә уны тешләгән. Ҡунаҡ иҫе китеп ҡолаған, ти. Ә ул арала ҡайтып еткән Бал ҡорто ҡанаттарын елпеп ярҙамға ташланған. Егет күҙен асҡан да Бал ҡортоноң уның тирәләй зыр әйләнеп осҡанын күргән. Ә Һағыҙаҡ Егет ҡолағас та йәшенгән, ти. Ҡунаҡ тороп ултырған да:

– Һин кем? – тип һораған.

– Мин – Бал ҡорто. Күрше йортта йәшәйем.

– Һинме ни тәмлекәстең хужаһы? Әйҙә минең менән йәшә. Һинең шифалы тәмлекәсеңде кешеләр ҙә ашаһын, – тигән Егет. Әммә Бал ҡортоноң Һағыҙаҡты яңғыҙын ташлап киткеһе килмәгән.

Шул ваҡыттан бирле Егет һәр ваҡыт Бал ҡортона килеп шифалы балын ашап, көс, дауа алып китер булған. Бал ҡортона матур итеп йорт та төҙөп биргән ул. Кеше менән Бал ҡорто дуҫлығы шунан башланған.

Ә Һағыҙаҡ көнләшеп күршеһе менән араны боҙған. Үҙе лә бал йыйыуҙан туҡтаған, бал ҡортоноҡон урлап көн күргән. Шунан бирле асыуынан кешеләрҙе һәр саҡ сағып китә икән.

 

Гүзәлиә БАЙҒАБУЛОВА,

«Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Хәйбулла районы.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас