Кем тип торам – шаян Яҙ икән.
Күңелкәйем ирене лә ҡуйҙы
Ҡосаҡтары тулы наҙ микән?
Иң башымдан һалдым шәлемде лә
Ҡояшының нуры ҡыҙҙырғас.
Йылы еле һыйпап баштарымдан
Иркәләтеп һуштан яҙҙырғас.
Күҙ ҡыҫышҡас күктә йондоҙҙары,
Төнө лә бик серле тойолдо.
Ай бәүелтеп сәңгелдәген һуҙғас
Түшәгенә аунап ойоном.
...Иртәгеһен Яҙҙы таныманым:
Ҡырыҫ ҡына итеп ҡараны.
Әмер көткән аҡман-тоҡманы ла,
Ҡаплап алды барса донъяны.
Өшөнөм дә, ыжғыр бурандарҙан
Ышыҡланыр урын тапманым.
Ҡар-юрғанға ғына урандым да
Көрттө йырып алға атланым.
Иртә яҙға инде ышанмамын
Тәүге хистәр кеүек ялғанмы?!
Йөрәк тирәм һулҡылдаған булды -
Тәүге һөйөү һалған ярамы?
Римма СОЛТАНОВА.