Ергә Ҡөрьән индергән,
Кешелеккә йәшәр өсөн
Юлын күрһәтеп биргән.
Ҡәҙер кисе Пәйғәмбәргә
Тәүге аяттар килгән,
Егерме өс йыл буйына
Ҡабул ителгән Ҡөрьән.
Бүләк итеп ғүмер биргән
Атай-әсәйҙәр аша,
Әсәйҙе бик хөрмәтләргә
Ҡушҡан китабы аша.
Күрше, туған, дуҫығыҙға
Һәйбәт булығыҙ тигән,
Өҙөлгән туғанлыҡтарҙа
Яҡынлыҡтар юҡ, тигән.
Яҡшылыҡты яманлыҡтан
Ҡушҡан ул айырырға,
Яман эштән йыраҡ тороп
Яҡшы эштәр ҡылырға.
Балалар - Аллаһ бүләге,
Аңлағыҙ шуны, тигән,
Балаға тәрбиә биреп
Үҫтерегеҙ һеҙ, тигән.
Ҡөрьән уҡып табырһығыҙ
Күп һорауға яуапты,
Үҙегеҙгә Аллаһынан
Алырһығыҙ һауапты.
Уҡығыҙ Изге Ҡөрьәнде
Йәшәүгә ул ҡулланма,
Мөхәммәт Рәсүле аша
Аллаһ биргән юлланма.
Ун дүрт быуат юл үтһә лә
Изге Ҡөрьән китабы,
Бер хәреф тә үҙгәрмәгән
Уны һаҡлай Аллабыҙ.
Ҡөрьән китабында ята
Ислам дине нигеҙе,
Әҙәп, тәүфиҡ, иман менән
Үтһен кеше ғүмере!
Фото: интернет селтәренән.
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА - АЛТЫНБИКӘ.