+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
10 Март 2025, 15:00

Өмөт ебе

Онотоуҙар мөмкин түгел,

Өмөт ебеӨмөт ебе
Өмөт ебе

Мөмкин түгел ҡайтыуҙар.
Үткәндәр менән арала
Хәҙер тик бейек ярҙар.

Арттағы ярым тик һағыш,
Алдағы - өмөт, һағым...
Алдаштырып һаман алға
Әйҙәй яҙмыш һуҡмағым.

Әлдә әле шул өмөт бар,
Өҙөлмәҫ бер еп һымаҡ.
Офоҡтан офоҡҡа әйҙәп
Саҡырып торған маяҡ.


Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.

Баймаҡ районы.

Фото: А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас