+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
15 Май 2025, 10:49

"Һауаларҙа торна тауыштары..."

"Ынйыҡай" йыр ансамбле ҡыҙҙары ошо йырҙы ике тауышҡа шундай матур итеп йырлай, тыңлағыҙ әле, дуҫтар!

"Һауаларҙа торна тауыштары...""Һауаларҙа торна тауыштары..."
"Һауаларҙа торна тауыштары..."

Бөрйән районы Исламбай мәктәбендә эшләгән был ансамблдең етәксеһе - Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы Аллабирҙина. "Ынйыҡай" күп кенә конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Балаларҙы сәнғәткә ылыҡтырып, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам иткән педагогтарына рәхмәт. Ауыр ғына йыр һайлаһалар ҙа, ана нисек оҫта башҡаралар!

Ҡайтыу
1. Оло юлдан яуға киткән саҡта,
Таң еленән томан таралды…
Ауыл осондағы ҡуш наратҡа,
Аттар ҙа бит бор(о)лоп ҡараны

Һауаларҙа торна тауыштары,
Ишетелә т ҡанат ҡағыштары.
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,
Сит илдәргә китеп барыштары.

2. Тыуған яҡтың хәбәрҙәрен алдыҡ,
Һыҙандарҙан иҫкән елдәрҙән.
Күптәребеҙ ошо юлдан кире,
Ҡайталманы йыраҡ илдәрҙән.

Һауаларҙа торна тауыштары
Ишетелә т ҡанат ҡағыштары
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары,
Сит илдәрҙән ҡайтып барыштары.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас