

Яҡуп Ҡолмой яҙған "Билдәһеҙ һалдат" шиғырын һөйләне ул. Конкурсҡа килгән видеояҙмаһы ла бик матур ине, бөгөнгө сығышын да төшөрөп алдыҡ.
Өфөләге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының I синыфын тамамлаған ул. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында үткән бүләкләү тантанаһы ла, музей буйлап сәйәхәт тә Илназҡа бик оҡшаған.
Ә беҙгә уның нисек тасуири итеп һөйләүе, микрофон менән дә оҫта эш итеүе оҡшаны. Бына ошондай конкурстар республикабыҙҙың һәләтле балаларын аса ла инде.
Киләсәктә лә гредакция ойошторған бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашығыҙ, балалар!