+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
23 Июнь 2025, 14:57

Лермонтов ижады – башҡортса

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 3-сө полилингваль мәктәптән урыҫ теле уҡытыусыһы Йәзилә Рафаил ҡыҙы Латипованан хат килеп төштө.

“Беҙҙең мәктәптең билингваль йүнәлештәге эштәрен дауам итеп, һеҙгә бер эш тәҡдим итәм. Уҡыусыларым менән бергә шағир Михаил Лермонтовтың шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән инек.

Кеше үҙен, ғәҙәттә, берәй маҡсатына өлгәшкәндә, йәнә лә халыҡҡа кәрәкле булғанда бәхетле һанай. Урыҫ әҙәбиәте классикаһына тос өлөш индергән, үзенең фекерен ҡыйыу әйтә белгән, йәшлек дәрте менән янған Михаил Лермонтовты, hис шикһеҙ, шундай шәхес тип әйтергә була. 27 йәшендә генә яҡты донъянан киткән әҙип ижадын әҙәбиәт һөйөүселәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары ла онотмай. Иртә һүнгән йондоҙҙоң саялығы, үткерлеге, ҡыйыулығы, кешелеклеге һәр кемдең йөрәгендә урын алһын ине”, – тип яҙған ул. Әйҙәгеҙ, уҡып ҡарайыҡ әле!

 

Күрәм: күҙҙәреңдә юҡ ялҡын,
Бәхетлемен! Йәшерен ағыу аға,
Миндә лә юҡ тәүге тулҡындар.
Ауыр көндәр... Барыһы ла
Уҙған, ахыры,
Елдәй иҫкән, ахыры, ул көндәр.
Юныс Әбделмәнов.

 

Аҡ томандар араһында
Яңғыҙ елкән ағара.
Нимә эҙләй ул алыҫ илдәрҙә?
Нимә юғалтҡан ул үҙ ерендә?
Тулҡын уйнай – ел һыҙғыра,
Елкән бөгөлә һәм шығырлай.
Бәхет эҙләмәй ул,
Әммә ҡасмай бәхеттән!!!
Аҫта - яҡшы ағым, зәңгәр күк йөҙө,
Ә өҫтә – ҡояштың алтын нурҙары!
Тик ул боларып һаман дауыл һорай,
Дауылда тыныслыҡ бар, тип уйлай.
Дилә Кәримова.

 

Бәхетлемен! Йәшерен ағыу аға минең ҡанымда...
Ҡәһәрле сир үлем менән янай!..
Эй, Аллам! Шулай ғына булһын!.. Мөхәббәтте,
Үлем михнәттәрен белмәй;
Алты аршин ергә ул һыйынған,
Бер ни белмәй, ҡалған, онотолған,
Дан-шөһрәт тә, һинең тауышың да
Боҙмаҫ минең ышаныслы тынлыҡты!
Ләйсән Мәмбәтова.

 

Ҡайғы-хәсрәт ҡотҡоһолай,

Күңелемде алдың ҡосаҡҡа,
Мөмкин түгелме ни
Уны минән тартып алырға?
Минең күңел – мәңгелек йорт,
Аллам кеүек һинең һын унда;
Куктән түгел, бары унан ғына
Ҡотолоуҙы көтәм үҙемә.
Әлиә Бикбова.

 

Юҡ, һине янып һөймәйем мин,
Минең өсөн түгел гүзәллегең.
Һөйәм һиндәге үткән яныуҙарҙы
Һәм дә һәләк булған йәшлекте.
Һиңә бер саҡ текләп баҡҡанда,
Күҙҙәреңә инеп батҡанда,
Ҡорам шундай сихри әңгәмә.
Һинең менән түгел, әйтәм йөрәккә.
Һөйләшәмен йәш саҡтағы һөйгән менән,
Башҡа һыҙаттар эҙләйем йөҙөңдән.
Тик өндәшмәй хәҙер ирендәр,
Осҡон сәсеп баҡмай күҙҙәр.
Гөлфиә Ҡоҙабаева.

 

Яңғыҙ елкән әйләнә
Күк томанлы йылғала.
Алыҫ яҡтарҙа ниҙер эҙләй,
Нимә юғалтҡан икән унда?
Тулҡын уйнай – елдәр иҫә,
Карап серей, һыҙғыра,
Ләкин ул бәхет эҙләмәй,
Тик бәхеттән дә ҡасмай.
Аҫтында уның – яҡтылыҡ, зәңгәр таштар.
Алтын ҡояш нурҙары.
Ә ул, тынғыһыҙ, дауыл һорай,
Әйтерһең дә, шул дауылда тынғы бар?
Линара Байғабулова.

 

Лермонтов ижады – башҡортса
Лермонтов ижады – башҡортса
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас