

Боҙ борсағы менән түбәләне.
Йәйғор йәйәһен дә кирҙе бик йыш,
Эңерҙәре янды - ҡыҙыл йыртыш.
Үлән - уты доноп үҫте генә,
Ерҙе тишкеләгәс көмөш энә.
Күпсеп ятҡан ергә һыуы һеңә -
Йылға йырҙаһынан сыҡмаҫ, тимә.
Сәскәләре иһә бал тәме әйтә,
Безелдәшә, геүләй бөжәк - ҡорто.
Ниндәй сүрәттәрҙә килгәндә лә,
Йәйҙәрҙең бит үҙе йәме - ҡото.
Һаумал һөттәй томан күтәрелә -
Һынамыштар әйтә - яуынғалыр.
Йәйҙәремдә йәйрәп йәйләүҙәрем -
Мең ниғмәтле һыйлы табындамын.
Фото: Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.