+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
6 Июль 2025, 13:00

Күңелде ҡырау һуҡмаһын

Көтмәгәндә ҡаты ҡырау төштө,

Күңелде ҡырау һуҡмаһынКүңелде ҡырау һуҡмаһын
Күңелде ҡырау һуҡмаһын

Бөгөлөп төштө сәскә-гөлдәрем.
Йылы эҙләгәндәй һырынышҡан
Бер-береһенә терәп иңдәрен.

Мин уларға ҡарап уйға ҡалдым,
Гөлдәр, ахыры, кеше шикелле.
Ауыр саҡта беҙ ҙә эҙләйбеҙ бит,
Таянырҙай яҡын кешеңде.

Сәскә ғүмере бары бер йәй генә,
Кеше ғүмере лә бер һулыш.
Бизмәндәргә һалып үлсәп булмай,
Алыш-биреш түгел шул яҙмыш.

Бер-береңдең йәнен үртәмәйсә,
Йәшәй алһаң икән донъяла.
Күңел ҡылы шундай нескә бит ул,
Йә өҙөлә, яна, ыуала.

Тормош һынауҙары, ай-һай, ҡаты,
Утҡа ла ул һала, һыуға ла.
Кеше яҙмыштары гөлдәр кеүек,
Ҡаты ҡырауҙарҙа һына ла.


Р. ИБРАҺИМОВА.

Фото: Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас