+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
14 Июль 2025, 10:00

Йыр-моң – уның юлдашы

Мин күккә ҡарайым, йондоҙҙар һанайым Шул йондоҙҙар араһында юҡ һин, иркә айым... Залдан моң ағыла. Бөтәһе лә — олоһо ла, кесеһе лә шунда ашыға. Унда бит Рәсим Ишмырҙин сығыш яһай. Быйыл Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһын тамамланы был егет. Хәҙер үҙен һағынып бөтөрҙәр инде...

Йыр-моң – уның юлдашыЙыр-моң – уның юлдашы
Йыр-моң – уның юлдашы

Ейәнсура районының таланттарға бай Иҙәш ауылында тыуып үҫкән ул, гимназияла VII синыфтан алып белем ала. Бында уҡырға килгәс тә үҙенең ихласлығы менән башҡалар күңелен арбай. Тырыш, һәләтле егет башкөллө гимназияның йырлы-моңлы мөхитенә сума. Ябай бер ауыл малайы таланты менән таң ҡалдыра. Йыр-моң һөйөүсе Рәсим гимназияла үҙен һәр яҡтан үҫтерә. Төрлө сараларҙың оҫта алып барыусыһы, «Арғымаҡ» медиа үҙәгендә хәбәрсе булып таныла.

Уның актёрлыҡ һәләте режиссёр Радмир Дәүләтбәҡов етәкләгән «Аҫылташ» өлгөлө балалар театрында асыла. Сәхнәлә ролде тойоп, бирелеп уйнай. Рәсим тыуҙырған образдар тамашасыларға ныҡ оҡшай. Рәйес Түләктең «Күпер», Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән видеяҙмала уны күреп, күптәр һоҡланыуын белдерә. Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылында Евгения Йосопованың бөгөнгө үҫмерҙәр араһындағы сетерекле мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләгән «Минең дуҫтарым ғифриттәр» спектаклендә Женя ролендә үҙен оҫта артист итеп күрһәтә алды. Ошо образы менән «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театрҙары фестивалендә «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеп сыҡты. Афарин!

Рәсим сәнғәт юлын һайлар, тип уйлағайныҡ. Тик ул... булырға теләй икән.

 – Әммә йыр-моңдан айырылмаясаҡмын, – ти егет. – Ул – минең ғүмерлек юлдашым.

Үҙе белә инде. Гимназиябыҙҙың аҫыл егетенә, әсәһенең терәге, ышанысы булған туған йәнле Рәсимгә уңыштар теләйбеҙ.

Нурзиә ҠӘҘЕРБӘКОВА,

Ейәнсура районы.

Йыр-моң – уның юлдашы
Йыр-моң – уның юлдашы
Йыр-моң – уның юлдашы
Йыр-моң – уның юлдашы
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас