

Кис менән ҡапҡа төбөндәге ултырғысҡа ултырып күктәге айҙы күҙәттеләр. Ул тулған, түп-түңәрәк булған. Ауылда, ундай саҡта балыҡ тик иртә таңда ғына һәйбәт ҡаба, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Ҡайҙан беләһең, бәлки, дөрөҫтөр ҙә?.. Малайҙар, уртаҡ фекергә килеп, ҡояш сыҡҡансы уҡ тороп китергә һөйләште. Каникул бит, гел өйҙә ятып буламы ни? Ағиҙелгә тиклем ара йыраҡ ҡына – велосипед менән барырға килештеләр.
Ауыл башындағы Кеүәш йылғаһының күперенән сыҡҡас, болон аша үтергә кәрәк. Ә унда нефтселәр ҡороп ҡуйған станок-бәүелсәктәр бихисап. Улар йәйен дә, ҡышын да туҡтамай, йыл әйләнәһе ер аҫтынан нефть – ҡара алтын һурҙыра.
Бәүелсәктәр тирә-яҡтан дамба–балсыҡ өйөмө менән уратып алынған. Яҙғы ташҡын ваҡытында Ағиҙелдә һыу күтәрелгәс, ул нефть ҡоролмаларын һыу баҫыуҙан һаҡлай.
Ана теге яҡта бер станок-бәүелсәкте ремонтҡа туҡтатҡандар. Уны кисә үк һүтә башлағандар:ерҙә төрлө оҙонлоҡтағы, йыуанлыҡтағы торбалар, штангалар, башҡа кәрәк-яраҡтар таралып ята. Ваҡыт иртә булыу сәбәпле, эшселәр-төҙөкләндереүселәр әлегә килеп етмәгән.
Ағиҙелгә өс саҡырым тирәһе ара ҡалды. Бына һиңә мә! Яңғыҙ ҡайындан йыраҡ булмаған ерҙә ултырған станок-бәүелсәккә нимә булған? Малайҙар балсыҡ өйөмө аша үтеп, уның янына яҡыныраҡ барҙы. Электр двигателе ғыжылдап әйләнә, ә нефть һурҙырыусы яйланма хәрәкәтләнмәй. Ерҙә ашалып, ышҡылып өҙөлгән ҡайыш ята.
– Атаҡ, атаҡ, – тине Фәнил Хәлиткә ҡарап. – Бының бит ҡайышы өҙөлгән!
– Шулай шул...
– Теге һүтелгән бәүелсәк янына барып көтөп торайыҡ, оҙаҡламай нефтселәр килеп етер ул.
– Ә балыҡ?
–Уныһы һуңғараҡ...
Малайҙар кире боролдо. Улар килеп еткәндә бәүелсәк янында «Жигули» машинаһы тора ине.Фәнил уның янында йөрөгән ағай янына барып хәбәрен еткерҙе.
–Мин ошо участоктың өлкән операторы Илһам ағайығыҙ булам. Хәҙер автобус менән ремонт эшләүселәр килә, уларҙы ҡаршы алам да барып етермен, шунда көтөгөҙ!
– Ярай...
Күп тә үтмәне, Илһам ағай машинаһына ултырып үҙе лә килеп етте. Башта ситтә торған тимер шкафҡа барып утты һүндерҙе, унан эш ҡоралдарын алып бәүелсәк янына килде.
– Була торған хәл! – тине ул ерҙә ятҡан резина билбауҙы алып ентекләп тикшергәндән һуң. –Яңыһын ҡуйырға кәрәк!
Оператор ағай һөйләнә-һөйләнә эшкә тотондо.
– Мин дә – һәүәҫкәр балыҡсы! –тине ул, малайҙарҙың велосипед рамаларына бәйләнгән ҡармаҡ һаптарына ымлап. –Ял көндәрендә буш ваҡытым булһа, Ағиҙелгә йә Шәмшәҙе күленә барам. Һай, балыҡ тотоу, ҡармаҡлау бик мауыҡтырғыс шөғөл бит ул!
– Бәләкәй сағығыҙҙа ла балыҡҡа йөрөнөгөҙмө?
– Әй, йөрөмәй буламы һуң?
– Ә ҡармаҡтар ҡайҙан ала инегеҙ? Олатайым, үҙебеҙ тимерсыбыҡтан бөгөп яһай инек, тип һөйләгәйне.
– Элегерәк булғандыр, атайымдың: «Ҡалҡыуыстар һәм батырғыстарҙы яндырылған балсыҡтан яһай инек», – тип әйткәне хәтеремдә. Ә беҙ ауылға килгән ҡырҡтартмасы Әсһәр ағайҙан кәрәк-яраҡтарҙы ала инек. Уның арбаһында ятҡан ҙур сумаҙандағы ҡармаҡ-ырғаҡтарҙы, нескә капрон еп, ҡалҡыуыстарҙы тауыҡ йомортҡаһына, иҫке туҙған сепрәк-сапраҡҡа, кипкән һөйәктәргә алыштырып ала торғайныҡ. Тал ағасынан ҡармаҡ һабы эшләүҙәр, селәү эҙләп соҡоноуҙар... Барыһы ла иҫтә...
Илһам ағай ер аҫтынан сығып торған торбаның кранын борғосланы, кеҫәһенән сепрәк алып уның ялғанған урындарын һөртөп ҡараны. Бәүелсәккә трос – тимер арҡан менән бәйләнгән штанганың торба эсенә кереп киткән ерен ныҡлап тикшерҙе.
– Бына, күрәһегеҙме, майлы нефть шыйыҡсаһы буялған, тимәк, ундағы сальниктың ҡулсаһы иҙелгән, – тине ул малайҙарға ҡарап. – Төштән һуң килеп уныһын да алыштырырға тура киләсәк.
Ағай тимер шкафҡа барып утты ҡабыҙҙы. Двигатель тауышы ишетелде. Бәүелсәктең әйләнгән өлөшө хәрәкәткә килеп, аҫҡа, юғары күтәрелеп, яй ғына тирбәлә башланы.
– Тәртип! – тине оператор ағай йылмайып. – Һеҙ күреп, килеп әйтмәһәгеҙ, күпме зыян килер ине...
Илһам ағай машинаһына барып багажнигын асты.
– Минең арҡала балыҡҡа һуңға ҡалдығыҙ, –тине ул, ғәфү үтенгәндәй һәм пакет алып Фәнилгә тотторҙо. –Был – минән һеҙгә бүләк! Унда бер нисә төрлө ҡалҡыуыс һәм батырғыстар, эреле-ваҡлы ҡармаҡтар, капрон ептәр бар.
– Ә үҙегеҙгә нимә ҡала? –тине Фәнил, ағайҙың йомартлығына шаҡ ҡатып.
– Һеҙҙең өсөн шатланам! –тине Илһам ағай, һүҙҙе икенсегә бороп. – Бөгөн һеҙ, ирекһеҙҙән нефтсе малайҙарға әйләнеп, күпме файҙа килтерҙегеҙ!
Фәнил менән Хәлит йылмайып бер-береһенә ҡараны. «Беҙ – нефтсе малайҙар, ҡыҙыҡ?!»
– Бынан һуң да балыҡҡа йөрөгәндә беҙҙең бәүелсәктәргә күҙ һалырға онотмағыҙ!
Илһам ағай ҡулын биреп һаубуллашты ла машинаһына ултырып китеп барҙы.
Малайҙар йәнә бер-береһенә ҡарап йылмайҙы ла Шәмшәҙе күле яғына юл алды.
Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН.
Дүртөйлө ҡалаһы.