+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
4 Август 2025, 04:53

Шайтан малайы

Мәктәп ҡыйығында Шүрәле малайы ултыра. Уның иң осона менә лә көн һайын балаларҙың мәктәпкә килгәнен күҙәтә. Төрлө-төрлө икән үҙҙәре. Береһе йүгерә, икенсеһе яйлап ҡына атлай. Ҡай­һыныһы ашыҡмай ғына иң аҙаҡтан мәктәпкә килеп етә. Шунан эскә инеп алалар ҙа күмәкләп әллә нимә ҡыланалар. Этешәләр, төртөшәләр, сабалар.

Шайтан малайыШайтан малайы
Шайтан малайы

Шүрәле малайы Шәмәндең дә улар янына инеп шаяр­ғыһы, ҡытыҡлашып уйнағыһы килә. Күптән шулай итер ине, әммә бер һылыу ғына апайҙан шөрләй. Уның тауышы шундай көслө, шүрәле түгел, мәктәп буйлап сабып йөрөгән малайҙар ҙа ҡурҡа үҙенән. Йәшен тип исем ҡушты был апайға. Сөнки ул да матур ғына итеп ялтырай ҙа аҙаҡтан ҡот осҡос итеп күкрәй. Әле анау көнө шулай балаларҙы күҙәтеп ултырғанында ҡояш йылыһына ойоп киткән. Ҡапыл теге матур апай ҡысҡырып ебәргәйне, тертләп саҡ ҡолап төшмәне. Ярай әле ҡулдары оҙон, ҡыйыҡ ситенә йәбешеп ҡалды.
Күңелһеҙ уға урманда. Атаһы һаман былтыр ҡыҫтырған ҡулы менән ыҙалана. Көнө юҡ-барға зарланып үтә. Сана һөйрәп утынға килеүселәр ҙә юҡ хәҙер шаярырға. Нимә менән шөғөлләнергә белмәй үтә ине көндәре. Бер буран ваҡытында өйрөлөп йөрөп мәктәп эргәһенә килеп сыҡты. Шул мәлдән ошонда эйәләшеп алды.
Бына бөгөн дә иртәнсәктән балаларҙы күҙәтеп ултырҙы ла улар ҡайтып бөткәс, урманына китәйем тиһә, мәктәпкә яңынан йыйыла башланылар. Матур ғына кейенешеп алған үҙҙәре. Был нихәл, тип аптырап торһа, Йәшен апай: «Бүләк-бүләк», – тип һөйләнеп, ике ҙур төйөнсөк тотоп мәктәпкә инеп китте. Бүләк нимә була икән? Эй, белгеһе килде инде Шәмәндең. Шуға апайҙан ҡурҡһа ла, ипләп кенә тәҙрә һайын йөрөп ҡарай башланы. Бына матур ғына биҙәлгән бүлмәгә килеп инде теге апай. «Йондоҙсоҡтар байрамына барыһы ла әҙер. Ә бына беҙҙең йондоҙҙарыбыҙ», – тине ул, йылмайып балаларға ҡарап. Йондоҙ? Балалар нишләп йондоҙ булһын? Улар ерҙә йәшәй. Йондоҙ кеүек ялтырамайҙар, яҡтыртмайҙар ҙа. «Бүләк килде, байрамды башлайыҡ инде», – тип ҡыуанып китте унда йыйылыусылар. Йәшен апай башҡа уңайлы урын тапманымы, төйөнсөгөн Шәмән ҡарап торған тәҙрә төбөнә алып килеп һалды. Шүрәле саҡ йәшенеп өлгөрҙө. Ҡыуанып торған балаларҙы күреп йәнә кәйефе төшөп китте. Уларға күңелле. Ә ул көнө буйы бойоғоп ултыра. Шунда башына шәп уй килде бит, әй. Бүләктәрен урларға. Әйҙә, шунан ҡыуанһындар. Уңайы ла сығып тора бит әле. Тәҙрә асыҡ.
Шәмән оҙон бармаҡтары менән төйөнсөктәрҙе эләктереп, йәһәт кенә ҡыйыҡ башына үрмәләне. Балалар байрам иткән бүлмә күренгән ергә ултырҙы ла уларҙы күҙәтә башланы. Унда ҡыҙыҡ. Бейейҙәр, йырлайҙар. Өҫтәл тирәләй ултырып алғандар ҙа ниндәйҙер тәмлекәстәр ашайҙар. Уҫал апай ҙа бөгөн ҡысҡырмай, йылмайып ҡына тора. Бына ул: «Бүләк тапшырыр ваҡыт етте», – тип белдереп, тәҙрә төбөнә килде лә аптырап туҡтап ҡалды. Шунан бүлмәнең һәр мөйөшөн ҡарап сыҡты. Шәмән өҫтән уны рәхәтләнеп, кинәнеп ҡарап ултыра, әйҙә, эҙләһен. Эсен асып ҡараны инде төйөнсөктөң. Бер ҙә ҡыҙыҡ нәмә тапманы. Ниндәйҙер түңәрәк әйберҙәр. Береһе тәгәрәп ергә төшөп тә китте. Нимәһелер текелдәй: тик-так, тик-так, тағы ла күп ҡағыҙҙар. Уларын елгә таратып ебәрәйем, тигәйне лә, урманда осороп уйнармын әле тип, төйөнсөктөң бер нәмәһенә теймәй, ҡыйыҡ ситенә элеп ҡуйҙы. Асыҡ тәҙрәнән, бүләктәрҙе кем күрҙе лә, кем күрҙе, тигән тауыш ишетелде. Шул мәл төйөнсөк елгә бәүелеп тороп, ҡыйыҡҡа бәрелде. «Дың» тигән тауыш ишетелде. Хәҙер инде асыуы килеп уҫалға әйләнгән Йәшен апай башын шул яҡҡа борҙо ла үҙенең төйөнсөктәрен күреп шаҡ ҡатты. Янына башҡаларҙы саҡырып, ҡыйыҡҡа төртөп күрһәтте. «Нисек унда барып эләккән?» – тип ғәжәпкә ҡалдылар. Уларға ҡарап Шүрәле ҡулдарын сәпәкәйләп ҡыуанды. Бейеп алды. Уйламағанда уның йөнлө оҙон ҡулын Йәшен күреп ҡалды. «Ух, һин, Шүрәле, бына кем урлаған беҙҙең бүләкте», – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ул мине ҡайҙан белә икән? Тимәк, минең ҡыйыҡта ултырғанды һиҙеп, күреп йөрөгән. Әллә тылсымсылар нәҫеленән микән? Нисә тап­ҡыр уны ҡурҡытам тип, урмандан ен-пәрейҙәр саҡырып ҡараны. Теге апайға яҡынлау менән борсаҡ кеүек ситкә сәселәләр ҙә китәләр.
Был мәлдә аҫта, бүләкте ҡыйыҡтан нисек менеп алырға, тип баш ваталар ине. Кем батыр ундай бейеккә күтәрелергә? Бүлмәлә гел һәләтле балалар йыйылған да бит. Улар араһында бармы икән ҡыйыуҙар?
– Мин менәм, – тине шунда һомғол кәүҙәле егет.
Белә уны Шәмән, спортсы, тиҙәр үҙен. Йүгереп кенә йөрөй, көслө лә. Шаярғанда иптәштәрен йәһәт кенә йығып һала. Оҡшай ул Шүрәлегә. Исеме лә Батыр икән. Бына ул ҡыйыҡҡа еңел генә үрмәләй башланы. Шәмән иҫе китеп ҡарап тора. Булдыра алырмы? Егет бүләк торған ергә килеп етеп, уны ысҡындырып алды ла яйлап төшә башланы. Ҡыйыҡ хужаһын күрмәне лә, шикелле. Әммә ҡапыл аяғы тайып китте һәм ҡолай башланы. Аҫта торғандар «аһ» итте. Шәмән дә ҡурҡты. Үҙе лә һиҙмәҫтән осоп төшөп барған егетте оҙон ҡулдары менән тотоп алды. Шунан күтәреп ергә төшөрөп ҡуйҙы. Йәшен малайҙы килеп ҡосаҡлап алды. Башҡалар Шүрәленән ҡурҡып ҡасып бөттө. Ә яңынан матурға әйләнгән апай Шүрәлегә әйләнеп күҙен ҡыҫты ла: «Бар, мен ҡыйығыңа. Иртәгә осрашырбыҙ», – тине.
Шүрәле көн дә иртә менән өйрәнгән урынына – ҡыйыҡҡа килеп ултыра. Ә Йәшен уға һәр саҡ йылмайып ҡул болғай.

Гөлнәзирә КӘРИМОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас