-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
15 Октябрь 2025, 13:19

Ҡурай (шиғыр)

Дуҫыбыҙ Йәмил Ҡотлогилдиндан шиғри күстәнәс.

Ҡурай (шиғыр)
Ҡурай (шиғыр)

Моңло ҡурай.

Башҡортостан далаһында
Үҫә көпшә-ҡурайҙар.
Шул көпшәгә тишек уйып,
Көй сығарып уйнайҙар.

Моңло ҡурайҙы һыҙҙырып
Уйнай оло-кесеһе.
Нисек уны уйлап тапҡан
Башҡортомдоң кешеһе?

Башҡортостан далалары
Көпшә-ҡурайҙарға бай.
Бар халыҡҡа дәрттәр өҫтәй ,
Булһа ла шундай ябай.

Моңло ҡурай бер ҙә ҡалмай,
Ҡыҫтырылған билемдә.
Ҡурай моңон һүндермәйек 
Башҡортостан илендә!

Фото: https://yandex.ru.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас