+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам
15 Октябрь 2025, 08:04

Яҡын дуҫым "Копилка"

Шулай тип Алмас этен портфеленә һалып алды. Һуңғы дәрестә ул еңеләйеп киткәндәй тойолдо. Китабын алайым тип асып ебәрһә, эте юҡ булған. – Копилка, копилкам ҡайҙа? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Алмас. Уның тауышына синыфташтары йүгереп килеп етте.

Яҡын дуҫым "Копилка"Яҡын дуҫым "Копилка"
Яҡын дуҫым "Копилка"

Ҡыҙыҡ булмаҡсы бөгөнгө дәрес. Уҡытыусы балаларға үҙҙәренең яратҡан йорт хайуаны тураһында һөйләргә әҙерләнеп килергә ҡушҡайны. Һәр береһе үҙенең эте йә бесәйе тураһында фотоларын күрһәтеп һөйләне. Сират Алмасҡа етте.
– Һин нимә тураһында һөйләргә теләйһең? – тине уҡытыусы.
Алмас портфеленән ҙур ғына уйынсыҡ эт һөйрәп сығарҙы ла:
– Бына минең этем, – тип һүҙ башланы.
Уға әйтеп бөтөргә лә бирмәй:
– Бәпәй, һаман тәтәй уйната, – тине синыфты яңғыратып Сәлим. Баш­ҡалар көлөргә тотондо.
– Был ябай уйынсыҡ түгел, аҡса һаҡлағыс.
Алмастың тыуған көнөнә апайҙары бүләк иткәйне был этте. Уйната торған түгел, аҡса йыя тор­ған. Ошоно тултыраһың да үҙеңә нимә теләйһең, шуны һатып алырһың, тинеләр.
– Унда мин аҡса йыям. Тулып бара инде. Йәйге каникул еткәс, ошо аҡсаға Өфөгә барасаҡбыҙ әсәйем менән, – тине Алмас. – Уның аллергия булғас, беҙ эт тә, бесәй ҙә тота алмайбыҙ. Ә был уйынсыҡ минең яҡын дуҫыма әйләнде инде.
– Бик яҡшы әҙерләнгәнһең дәрескә, – тине уҡытыусы, Алмастың күңелен төшөргөһө килмәй. Шунан аҡса йыйылған этте күтәреп ҡарап:
– Был бик ауыр бит, көнө буйы нисек күтәреп йөрөрһөң икән? – тине ул.
– Түҙермен, кәрәк таштың ауыры юҡ, ти әсәйем.
Шулай тип Алмас этен портфеленә һалып алды. Һуңғы дәрестә ул еңеләйеп киткәндәй тойолдо. Китабын алайым тип асып ебәрһә, эте юҡ булған.
– Копилка, копилкам ҡайҙа? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Алмас.
Уның тауышына синыфташтары йүгереп килеп етте.
– Нимә булды? – тинеләр аптырап.
– Этем юҡ, күрмәнегеҙме?
– Юҡсы, портфелеңә һалып алдың бит.
– Шаяртмағыҙ, бирегеҙ инде минең этемде, – тип синыфташтарына ҡараны Алмас.
– Беҙ алманыҡ. Нимәгә беҙгә һинең уйынсығың? – тине Сәлим.
Алмаста дәрестең мәғәнәһе ҡалманы. Уҡытыусы һөйләгәнен дә, тирә-яҡта ниҙәр булғанын да ишетмәне. Шул тиклем ныҡ ҡайғыға ҡалды. Дәрес бөткәс, синыфташы Зөлфиә, этеңде Сәлим алған, тип әйтеп һалды. Бына кем урлаған уйынсығын!
Алмас был хәбәрҙе ишеткәс, уның янына йүгерҙе.
– Минең этемде һин алғанһың, бир! – тине.
– Алманым, нимә итәйем мин һинең уйынсығыңды?
– Ул ниндәй уйынсыҡ булһын? Мин крутой телефон һатып алам, тип һөйләнеп торғанһың да инде.
– Һөйләнһәсе, мин дә аҡса йыйҙым.
– Һин алғанды күргәндәр бит.
– Алһам, нимә була? Копилкаңда күпме аҡса ятҡанын әйтһәң, бирәм. Яңылыш әйтһәң инде, эләкмәй.
– Мин унда күпме аҡса ятҡанын ҡайҙан беләйем. Тулғас, асып ҡарайым да әйтермен.
– Күпме аҡса ята? – тип мыҫҡыллы йылмайҙы ла Сәлим китеп барҙы. Ни эшләргә белмәй тороп ҡалған малай, аптырағас, синыф етәксеһенә барып һөйләне. Уҡытыусы Сәлимде саҡырып, Алмастың копилкаһы һиндә, тине уҡыусылар, бир кеше әйберен, тип ҡараһа ла, уныһы һүҙен бирмәй:
– Юҡ, тинем бит, үҙе маҡтанып күр­һәтеп йөрөһә, онотоп ҡалдырғандыр берәй ерҙә, – тип эре генә китеп барҙы.
Алмастың күҙенә йәш төйөлдө. Әсәһе, егет кеше иламай, ти ҙә ул. Юҡ, был юлы малай түҙмәне. Күңеленә шул тиклем ҡыйын ине. Күпме өмөтләнеп йыйҙы бит ул. Әсәһе, үҙеңә яратҡан кәнфитеңде алып аша, тип биргән аҡсаны ла копилкаға һалды. Хәҙер бына хыялдары селпәрәмә килде.
Был хәлде әсәһенә әйтмәй торорға уйлағайны ла, ләкин ул өйҙә булып сыҡты. Эштән иртәрәк ҡайтҡан икән. Улының күңелһеҙ йөҙөн күргәс, борсолоп, нимә булды, тигәйне, Алмас иланы ла ебәрҙе. Әсәһе ҡурҡып китте. Уға мәктәптәге хәлде һөйләп бирергә тура килде. Сәлим алғанын күргәндәр, тип тә әйтте. Ҡай­ғырма, улым, уларға үҙем барып килермен, әсәһе әйтһә, моғайын, бирер, тип, Фәниә апай арыһа ла, Сәлимдәргә китте.
Әммә өмөтләнеп көткән улына ҡыуаныслы хәбәр әйтмәне:
– Сәлим, алманым да алманым, ти. Әсәһе лә улын яҡлаша, ул кеше әйберенә теймәй, тип үҙемде ғәйепләп сығарҙы.
Өмөттәре өҙөлгән малай диванға барып ауҙы. Быны күреп күңеле әрнеп киткән Фәниә апай: «Ҡайғырма, улым», – тип Алмас янына килеп ултыр­ҙы.
– Мин бит уны, Өфөгә барырбыҙ, тип йыйғайным. Юл хаҡын да үҙем түләрмен, тигәйнем. Баш ҡалала күрергә теләгән бөтә ергә барырға хыялланғайным. Хоккей һарайын да күрә алмайым инде хәҙер,– тип ҡайғыға ҡалған малайын:
– Нишләп бармай ти, барырбыҙ, – тип тынысландырҙы әсәһе. – Мин отпускыға сығайым да.
– Беҙҙең аҡса етмәҫ бит.
– Бушҡа бошонма, туғанһыҙ кеше түгелһең.
Барҙы Алмастар Өфөгә ул йәйҙе. Әсәһе отпуск аҡсаһы алды. Өфөләге апаһы юллыҡ та өҫтәп бирҙе. Поезд менән юл тоттолар баш ҡалаға. Бик оҡшаны малайға. Яратҡан командаһы уйнаған хоккей һарайында ла булдылар, аквапаркка бар­ҙылар, планетарийҙы ҡаранылар. Өфөлә парктар күп икән, һәр береһендә булып, әллә күпме кинәнес алды ул был сәйәхәттән. Тик малайҙың күңелендә генә ғүмерлек төйөн ҡалды.
Яңы уҡыу йылында Сәлимдең йөҙөнә нисек ҡарармын, тип борсолғайны, уныһы, бәхеткә, икенсе мәктәпкә күскән булып сыҡты.
Алмас ҙурайҙы, уҡыуҙы бөттө. Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә урынлашты. Бер йыл отпускыға ҡайтҡанында ҡала урамында уйламағанда Сәлимде осратты. Йөҙө йонсоу, төҫөн юғалтҡан футболка, иҫке генә спорт салбары кейгән, магазиндан сығып килә ине. Алмас уны танымаҫ та ине үҙе туҡтатмаһа.
– Һаумы, синыфташ, әллә танымай­һыңмы? Мин бит был – Сәлим.
Бала саҡта күңеленә уңалмаҫ яра һалған кеше, бер ни булмағандай, йылмайып баҫып тора ҡаршыһында.
– Таныным. Һине онотоу мөмкин түгел. Ярай, хуш, – тине лә эргәһенән йәһәтерәк китергә ашыҡты.
– Ней, ҡара, туҡта әле, – тип уға яйлап хәбәр һөйләргә маташҡан кешене тыңламай юлын дауам итте. – Һин оҙаҡҡамы бында? – тигән һорауын да яуапһыҙ ҡалдырҙы.
Кәйефе төшөп, бараһы еренә лә бармай ҡайтып китте.
– Ни булды, улым, – тип борсолоп һораған әсәһенә, Сәлимде осраттым, тиеү менән сикләнде. Улай икән, тип ул башҡаса төпсөнөп торманы.
Кисен әсәһе, улым, һине саҡыралар, тигәнгә сыҡһа, әлеге лә баяғы Сәлим тора. «Нимә кәрәк икән быға?» – тип уйланы егет йәне көйөп.
– Бая һөйләшеп тә булманы. Ҡорт саҡҡандай ашығып китеп барҙың. Шуға өйөңә килдем, – тине Сәлим. Үҙе, Алмастың һөйләшкеһе килмәүен күрһә лә, һүҙен дауам итте.
– Һиңә ҡарағанда, тормошоң һәйбәт күренә. Ә бына мин уңманым. Уҡыуға индем дә ташланым. Ғаилә тормошом да килеп сыҡманы.
Алмастың уның йөҙөнә ҡарағыһы, һөйләгәнен тыңлағыһы килмәй, нишләп килгән, тигән уй ғына өйрөлә башында.
Уның һаман өндәшмәй тороуын күреп, Сәлим:
– Беләм мине нимәгә яратмағаныңды, копилка өсөн, – тине лә пакетынан Алмастың юғалған копилкаһын һөйрәп сығарҙы. – Бына, ал. – Уны Алмасҡа һондо.
Аптырауҙан бер ни әйтә алманы Алмас. Һаҡ ҡына этте ҡулына алды. Ул ауыр ғына ине. Алмастың үҙенә төбәлгән һораулы ҡарашын күреп:
– Мин бер тинеңде лә тотонманым. Теге ваҡыт һинең маҡтанып ултырғаныңды күрҙем дә йәнем көйөп китте. Шуға алдым да йәшерҙем. Үҙемә текә генә телефон алырға ла уйлағайным, – тине Сәлим.
– Алдыңмы шунан?
– Юҡ. Әйтәм бит, аҡсаңа теймәнем. Һинең күҙ йәшең төштө, күрәһең. Бәхет тигән нәмә мине урап үтте. Ғәфү ит мине, – тине лә башын эйеп сығып китте.
Ни әйтергә белмәгән Алмастың ҡулындағы ауыр копилка ҡапыл ысҡынып ергә төштө лә ярылып китте. Ундағы ваҡ аҡса тирә-яҡҡа һибелде. Ҡарап тора тор­ғас, үҙенең бала саҡта түгелгән күҙ йәштәренә оҡшатты уларҙы Алмас. Шул мәлдә күңелендәге төйөрө лә ярылып киткәндәй тойолдо. Ул да ошо тиндәрҙәй тирә-яҡҡа һибелде. Шундай рәхәт, еңел булып китте.

Гөлнәзирә КӘРИМОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас