Түҙәлмәҫлек ауыр күренһә.
Тауҙар төшкән кеүек була иңдән,
Бер ҡағылһа әсәй еңелсә.
Әсәй кәрәк тиҙерәк бүлешергә,
Бәхет күңелдәргә һыймаһа.
Бер йүнәлеш ала кеүек тормош
Серҙәреңде әсәй тыңлаһа.
Бармы тағын шундай берәр кешең,
Бала, тиеп шулай йән атҡан?!
Иң кәрәкле кеше итеп ергә
Әсәйҙәрҙе Хоҙай яратҡан.
Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
Сығанаҡ: "Минең турала" төркөмө.
Фото: З. ХӘКИМОВА.
Фотола: Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан мәрхүмә Фәүзиә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.