Әгәр әсәй ҡайтҡан, тиһәләр –
Ергә ятып, рәхмәт әйтер инем.
Күктәргә мин ҡулдарымды һоноп,
Ҡөрьән асып, доға ҡылыр инем...
Яндарына уның йүгереп барып,
Өркөтөүҙән ҡурҡып, һаҡ ҡына,
Тауыш-тынһыҙ мин өндәшер инем...
Тик булмай шул – хатта саҡ ҡына...
Бер мәл генә икән: ҡолонсаҡбыҙ,
Бер мәл генә кеше һулышы.
Барыбыҙ ҙа яҙылғанды күрә –
Шундай булған инде яҙмышы...