Ҡасан да бер барып етерһегеҙ.
"Һаҡланғанды һаҡлармын мин",- тигән
Хоҙайымдың һүҙен аңларһығыҙ.
Ашыҡмаһаң, йыраҡ китерһең һин,
Тигән һүҙ бар бит, беләһегеҙ.
Күпме кеше ғүмерҙәрен өҙә,
Һис ҡыҙғанмай, юлдар аяуһыҙ.
Һеҙҙең йәшәү һеҙгә генә түгел,
Күптәргә бик кәрәк, аңлағыҙ!
Балаларҙы, атай-әсәйҙәрҙе
Ҡайғыларға берүк һалмағыҙ.
Атай-әсәй булһаң, аңла шуны:
Һин кәрәкһең ғәзиз балаңа.
Уйланығыҙ: нисек ауыр йәшәү,
Ҡалғандарға сит-ят ҡулдарҙа.
"Балаҡайым, берүк әкрен йөрө,
Ашыҡҡанды юлдар яратмай",-
Тигән һүҙен атай-әсәйҙәрҙең,
Йөрөгөҙ һеҙ берүк онотмай.
Оҙатҡас та ғәзиздәрең өйҙән,
“Килеп еттем “, - тигән һүҙ көтә.
Шул ике һүҙ бары - шул ике һүҙ
Ғүмер өҫтәй һәм дә йәшәтә.
Бер миҙгелдәй генә ғүмереңде
Ҡыл өҫтөнә, зинһар, ҡуйма һин!
Юлдарҙағы кеше ғүмере өсөн
Яуаплыһың аңла шуны һин!
Ашыҡмағыҙ, зинһар, юлдарҙа,
Иҫән йөрөгөҙ берүк юлдарҙа!
Лениза ФӘЙЗРАХМАНОВА.
Сығанаҡ: Минең турала...
Фото: З. ХӘКИМОВА.