-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Ноябрь 2025, 16:14

Уҡытыусы Гөлйөҙөм Күсәкова шиғриәте

Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһан шиғри күстәнәс Тағы килдең   Бына көҙөм тағы килдең Алтын нурға сорнап донъяны. Ҡыҫҡа ғына мәлдәреңдең Хозурлығын күреп туяһы.   Тәбиғәтем, үҙең тектең Аллы-гөллө итеп балаҫты. Келәмдәге биҙәктәрең Килә минең алып ҡалаһы.   Сихри төҫтәр күңелемдең Илһам ҡылдарына ҡағылды. Иҫтәлеген шул мәлдәрҙең Аҡ ҡағыҙға яҙып һалаһы.

Уҡытыусы Гөлйөҙөм Күсәкова шиғриәте
Уҡытыусы Гөлйөҙөм Күсәкова шиғриәте

Һап-һары алтын сағы

Көҙҙөң ,әй,матур сағы:

Һап-һары алтын сағы,

Ҡып -ҡыҙыл ялҡын сағы,

Бик хисле, нурлы сағы.

 

Ҡып-ҡыҙыл мәрйендәрҙән

Муйынсаҡтар теҙәйек!

Һап-һары япраҡтарҙан

 Матур балаҫ тегәйек.

 

Көҙ килеүен белдереп

Япраҡтар ҙа ҡойола

Һары, ҡыҙыл төҫтәр ҙә

Балаҫ булып тойола.

 

Татлы ғына ғүмерҙең

Ҡәҙерҙәрен беләйек.

Ҡайнар хистәребеҙҙең

Ғүмерҙәрен теләйек.

Гөлйөҙөм КҮСӘКОВА.

Ейәнсура районы.

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы.

 

 

Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас