-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
17 Ноябрь 2025, 21:36

Рауил Шаммас ижадына арналды

 9 ноябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына 95 йыл тулды. Ошо айҡанлы уның иҫтәлегенә республикабыҙҙа кисәләр, осрашыуҙар ойошторолдо.

Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды

Өфө ҡалаһының 26-сы моделле китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың шиғырҙарын төрлө телдәрҙә яттан һөйләүселәр конкурсында 6 йәштән алып 75 йәшкә тиклем 70-тән ашыу шиғыр һөйөүсе ҡатнашты.
Бәйгене асып, шағирҙың тормош иптәше Гөлсөм апай, улы, Башҡортостан Башлығының өлкән референты, шағир, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Алмас Шаммасов сығыш яһап, уңыштар теләне. Өфө ҡала округының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Заһиҙуллин Робет Рәшит улы шулай уҡ йылы теләктәрен еткерҙе.
Еңеүселәрҙе Алмас Шаммасов етәкселегендәге мәртәбәле жюри - республикабыҙҙың билдәле журналистары, шағирә Фәниә Рауил ҡыҙы Ғәбиҙуллина, йәш яҙыусы Рәзинә Ғилман ҡыҙы Урманшина, Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова билдәләне. 

Конкурсҡа йыраҡ араларҙы яҡын итеп Сибай ҡалаһының «Ҡурай» балалар баҡсаһынан Ралина Һөйәрғолова ла килгән. Етәксеһе Хәсәйева Гөлшат Зияитдин ҡыҙы әйтеүенсә, Ралинаның әсәһе Рауил Шаммас шиғырҙарын бик ярата, уның уҡығанын ҡыҙыҡай гел тыңлай икән. Ҡыҙҙың күҙҙәре лә, конкурсҡа тәҡдим иткән «Һөйөү һүҙе» шиғырындағыса, күк төҫлө. 254-се балалар баҡсаһынан 6 йәшлек Агата Колупанованың әсәһе Елизаветта Петровна «Ҡыҙыбыҙ башҡорт группаһына теләп, яратып йөрөй. Бөгөнгө бәйгегә лә башҡортса матур итеп шиғыр ятлап һөйләргә әҙерләнде», - ти.

Өфө ҡалаһының 46-сы лицейынан Мәликә Кәримова «Тыуған яғым»ды үҙенсәлекле итеп һөйләне.
136-се башҡорт лицейы уҡыусыһы «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Гөлбикә Ғүмәрова ла килгән икән! Үҙе генә түгел, әсәһе Гүзәл Таһир ҡыҙы һәм ҡустыһы менән.Ҡустыһы Рәшит тап Рауил ағайҙың бәләкәй сағындағы кеүек кейенеп сығыш яһаны. Гөлсөм апай «Был кейемдәге малай - тап Рауил ағайығыҙҙың бәләкәй сағы бит!» - тип уны һөйҙө. Ҡурайҙа, гитарала матур итеп уйнап сығыш яһаусылар бар ине. Афарин!
Әҙиптең шиғырҙарын рус телендә лә яттан һөйләүселәр күп булды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһынан Әхмәтова Рәсилә Раил ҡыҙы рус телендә һөйләүсе алты уҡыусыны алып килгән.

Жюри ағзалары кәңәшләшкән ваҡытта, балалар Шаммасовтар ғаиләһе күстәнәстәре менән сәй эсеп алды. Гөлсөм апай Рауил ағай тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, фәһемле кәңәштәрен бирҙе.
Жюри рәйесе Алмас Рауил улы һәр балаға махсус бүләген - үҙенең автографлы «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабын тапшырҙы. Ул атаһы тураһында һөйләне. «Атайым тормошто, беҙҙе яратты. Мине бик күп нәмәгә өйрәтте", - ти ул. Иң тулҡынландырғаны - шағирҙың шиғырҙар һөйләп төшкән видеояҙманы ҡарау булды. Уға 92 йәш булған.
Еңеүселәрҙе лә әйтеп үтәйек: беренсе төркөмдә - I урын - Ғүмәрова Гөлбикә (Өфө), Һөйәрғолова Ралина (Сибай), II, III урындарҙа - Хөснөтдинова Әмирә, Зәйнуллина Самира, Зарипов Илдар (Нуғай мәктәбе, етәксеһе Үтәйева Мәүзилә Фәйзулла ҡыҙы).
Икенсе төркөм - Фәрхәт Исламов (Илеш районы, Түбән Йәркәй Лицейы, етәксеһе - Сәхибгәрәева Лариса Рәмил ҡыҙы).
Өсөнсө төркөм - Һөйәрғолова Нирилә Юлай ҡыҙы (Сибай ҡалаһы).
Шулай уҡ махсус призға лайыҡ булыусылар Өфө ҡалаһы театрҙарына билеттар менән бүләкләнде.

Сараны тыуған яҡты өйрәнеү секторы мөдире Гүзәл Миңлеәхмәт ҡыҙы Сабирова матур итеп алып барҙы.
Китапхана мөдире Гөлнара Мансаф ҡыҙы Иштихатова (Иждигатова) әйтеүенсә, Рауил Шаммастың шиғырҙарын яратып уҡыйҙар, китаптарын йыш ҡына алалар. «Куренекле шағирыбыҙ беҙҙең китапхана менән тығыҙ элемтәлә булды», - тине ул. Рауил Шаммастың ижады мәңгелек.
"Был матур конкурсты үткәрергә 26-сы китапхана коллективы һәм шәхсән мөдире Гөлнара Мансаф ҡыҙы Ижтиһатова тәҡдим итте. Улар тулыһынса ойоштороу сараларын үҙ өҫтәренә алды. Атайыма, уның мираҫына бик ихтирамлы һоҡланғыс кешеләр. Был сараны үткәреүгә бик күп көс һалдылар. Уларға ысын күңелдән рәхмәт әйтәм!" - тине Алмас Шаммасов.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы.

 

Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Рауил Шаммас ижадына арналды
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас