– Рәхмәт, әсәһе, сәйең бик тәмле булды.
– Тамағыңа аш булып һеңһен!
Өҫтәл артынан торғас, Сәмирхандың атаһы кейенә башланы. Малай йәһәт кенә бутҡаһын ашап бөттө лә уның янына барып баҫты.
– Атай, һин ҡайҙа бараһың?
– Эшкә.
– Ә ниңә?
– Аҡса эшләргә.
– Аҡса нимәгә кәрәк ул?
– Нисек инде нимәгә? Улының һорауы атаһын аптыратты. Ул бер килке уйланып торғас ҡына яуапланы:
– Һине ашатырға.
– Бармаһаң да ярай, мин ашаным инде, – тине Сәмирхан иренен ялап.
– Төшкөлөккә ашағың килһә? Кискелеккә... – тине атаһы шаяртып.
Малай ҙа аптыраманы:
– Әсәйем бешерер әле.
Сәмирхан залға үтте. Уйынға әүрәне. Ул хәҙер балалар баҡсаһына йөрөмәй, өйҙә ултыра. Әсәһе уға ҡусты алып ҡайтырға йыйына. «Тәтәйҙәреңде ватма, ҡустыңа бирерһең», – ти. Шуға күрә уйынсыҡтарын тегендә-бында ташламай, әсәһе хәстәрләгән тартмала тота, ипләп кенә уйнай.
Уйын менән мауыҡҡан малай әсәһенең һүҙҙәренә башын күтәрҙе.
– Улым, мин тиҙ генә магазинға барып әйләнәм. Өйҙә һин хужа булып ҡалаһың. Ишекте бер кемгә лә асма.
– Ярар, әсәй.
Сәмирхандың фатирҙа яңғыҙ ҡалыуы тәүге мәртәбә түгел, шуға ҡурҡмай. Әсәһе лә борсолмай.
– Бер үҙеңә күңелһеҙ булһа, йәнһүрәт ҡара.
Әсәһе китеп, күп тә үтмәне, ишек ҡыңғырауы зыңғырланы. Малай урынынан ҡуҙғалманы: «Ҡыңғырауға баҫырҙар-баҫырҙар ҙа китерҙәр әле». Ләкин ишек артындағы кеше уға ҡарағанда ла ныҡыш булып сыҡты: өҙлөкһөҙ зыңғырлатты. Хатта башы ауырта башланы. Сәмирхан үҙ һүҙле бәндәне ҡыуып ебәрер өсөн ишек янына барҙы.
– Кем бар унда?
– Был мин – Йәмиға инәйең. Балаҡайым, ас!
«Әһә, әсәһенең апаһы. Булһа ни, бер кемгә лә асмаҫҡа ҡушылған. Әсәһе өйҙә саҡта килһен».
– Әсәйем ишекте асмаҫҡа ҡушты.
– Мин сит кеше түгелмен, Йәмиға инәйең. Әллә танымайһыңмы? Миңә асырға ярай.
– Әсәйем бер кемде лә индерергә ҡушманы.
– Мине шулай ишек төбөндә тотаһыңмы ни? Аяҡтарым талды. Үҙеңә күстәнәс тә алғайным. – Йәмиға апай үҙен йәлләтмәксе булды: «Бәлки, тыңлар?»
Инәһенең күстәнәскә нимә алып килгәнен бик белгеһе килһә лә, Сәмирхан әсәһенең һүҙенән сыҡманы. Тәмләр әле, кире алып китмәҫ. Шулай ҙа инәһен ҡыҙғанды. Ишекте асып, үҙенең бәләкәй ултырғысын сығарҙы. Инәһе иҙәндәге сумкаһына эйелгән арала ишекте шартлатып ябып та ҡуйҙы. Тыштан «Рәхмәт!» тигән тауыш ишетелде. Ҡабат борсоманылар.
Әсәһе ҡайтҡас әрләр, тип шөрләгәйне Сәмирхан, әммә ул да, Йәмиға инәһе лә маҡтаны:
– Шулай үҙ һүҙеңдән ҡайтма. Бер ваҡытта ла!
Бер көн йоҡонан уянғанда, әсәһе өйҙә юҡ ине.
– Ул дауаханала, – тине атаһы.
Бөгөн иһә атаһы ҡустыһын алып ҡайтырға юлланды. Күрше Шифа әбейгә фатирға һәм улына күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡушты.
Өйҙә яңғыҙы ғына ҡалғас, Сәмирхан уйға талды: «Ҡустыһы ниндәйерәк малай икән? Минең менән уйнармы? Һаран булып сыҡһа? Уйынсыҡтарына хужа булһа? Ана, үткән аҙнала балалар баҡсаһында дуҫлашҡан Гизәрҙең тыуған көнөнә барғайны. Уның да ҡустыһы бар. Йүнләп атлай алмаһа ла, шул ҡәҙәр еңмеш! Ағаһының бөтә уйынсыҡтарына хужа булып алған. Береһен дә бирмәй. Ала башлаһаң, ауыҙын күтәреп иларға тотона. Минең ҡустым да шулай булып сыҡһа?..»
Ул уйынсыҡтарын йәшереп ҡуйырға уйланы. Тартманы бер аш-һыу бүлмәһенә алып барҙы, бер залға килтерҙе. Йоҡо бүлмәһенә лә күҙ һалды. «Өйҙән барыбер табасаҡтар. Шифа әбейгә индереп торғанда?..»
– Бер үҙең ҡурҡаһыңмы әллә? – тип һораны Сәмирхандан Шифа әбей, ишекте асҡас.
– Юҡ! – Малай башын һелкте. – Әбей, уйынсыҡтарым һиндә тороп торһон әле.
– Ниңә?
– Атайымдар әллә ниндәй малай алып ҡайта бит әле. Йә миңә уйнарға бирмәҫ...
Шифа әбей көлөмһөрәне лә малайҙың ҡулындағы тартмаға үрелде. Сәмирхан иһә ҡустыһын алып ҡайтҡандарын көтөргә фатирҙарына инеп китте.
Факил Мырҙаҡаев.