-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
14 Декабрь 2025, 22:10

Мин һөйләшһәм – һин тере!

Лилиә ҺАҠМАР Телем, телем, телгенәм,

Мин һөйләшһәм – һин тере!
Мин һөйләшһәм – һин тере!

Әсәм кеүек бергенәм,

Өйрәтә ул гел миңә

Күп нимәне белергә.

Туған телемдә һөйләйем,

Моңло йырҙар көйләйем,

Туған телемдә уйлайым,

Йыһандарҙы буйлайым.

Бәхетлемен – үҙ телем бар,

Бәхетлемен – илем бар,

Үҙем һөйләшкән туған тел

Иң матуры – шуны бел!

Һин – быуатар аша килгән

Хазина һәм аң-белем.

Мин һөйләшһәм – һин тереһең,

Ҡәҙерле туған телем!

ТУҒАН ТЕЛЕМ

Бик серләшкең килһә Ерем менән,

Һыйпап һомғол ҡайын һындарын,

Бик тибрәткең килһә, тәбиғәттең

Мең ауазлы сихри ҡылдарын,

Бының өсөн тәүҙә ишетә бел

Туған телдең серле һүҙҙәрен!

Шул ваҡытта халыҡ гәүһәрҙәре

Күңелеңдә балҡыр үҙҙәре.

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас