-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
29 Декабрь 2025, 12:11

Гәзит уҡыусы ижады

Дуҫыбыҙ Йәмил Ҡотлогилдиндан Яңы йылға шиғыр.

Гәзит уҡыусы ижады
Гәзит уҡыусы ижады
Яңы йыл теләге

Ниндәй йәмле тыуған яҡтар,
Яуып тора аҡ ҡарҙар.
Ҡыш бабайҙы алып килә
Ҡыңғыраулы толпарҙар.

Ябалаҡлап яуған ҡарҙар,
Аҡ келәм булып ята.
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу
Елдерә ҡыҙыл атта.

Йылан йылын оҙатабыҙ,
Сиратта - Йылҡы йылы.
Төклө булһын тояҡтары,
Ат йылы булһын һыйлы.

...Толпар аттар алып килһен
Аҡ ҡарҙай аҡ бәхеттәр!
Яңы йылда ҡабул булһын
Өмөтләнгән теләктәр!

Һүрәт: Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы Розалина НАГАЕВА.
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас