+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам
3 Ғинуар , 15:47

Тимер санам

Дуҫыбыҙ Йәмил Ҡотлогилдиндың ижад емеше.

Тимер санамТимер санам
Тимер санам
Йәмил Ҡотлогилдин

Тимер санам

Яр башынан шау-гөр килеп
Балалар шыуа сана...
Эх, бала саҡ, ҡайҙа ҡалдың?
Иҫләһәм, йөрәк яна!

Тимер санам әле лә бар -
Бала саҡ иҫтәлеге,
Эшһеҙлектән тутыҡһа ла,
Һаман да ныҡлы әле.

Тимер сана - ҙур иҫтәлек,
Аманат атайымдан,
Нимә генә эшләһәм дә,
Төшмәне минең ҡулдан.

Тимер санам тарихҡа бай,
Күп эштәрҙе башҡарҙы:
Һыу ташыны, тиреҫен дә,
Көрттәрҙән юлдар ярҙы.

Утынды ла күп ташыны,
Алып ҡайтты ул һалам,
Ауыр булһа ла эштәрем,
Шул саҡтарҙы һағынам...

... Яр башынан шат балалар-
Рәхәтләнеп шыуалар,
Сана һөйрәп барған инем,
"Бабай, ҡайт," - тип ҡыуалар...

Йәмил Ҡотлогилдин.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас