Берҙән-бер көндө һулҡылдап илап торған йәнлекте абайлаған Әтәс. “Өйөмдө ҡондоҙ емерҙе...” – тигән ул борсаҡ күҙ йәштәрен ҡойоп. Бахырҡай ҡайғынан тора алмаҫ булып, ергә лыпын тәгәрәгән дә ҡуйған, ти.
“Ки-ки-ри-күк! Өйөңдө һипләгәнсе, миндә йәшәп тооор!” Әтәс уны ҡураһына индерергә риза булып, ҡанаттарын ҡаҡҡан. Өйһөҙ ишек төбөнән урын алған, ти. Үҙе унан-бынан йүгерешкән сысҡандарҙы тотоп уйнатҡан. Емдәрен ашаған ҡомаҡтарҙы ҡырған өйҙәшенә Әтәс ғаиләһе ҡыуанып бөтә алмаған.
Етмәһә, үҙе яғымлы, тыңлаусан, Әтәс ни ҡушһа, шуны башҡарған. Ҡура хужаһы уны егеп ер һөргән, тырматҡан, игенен дә сәскән.
Хатта күк көмбәҙендә нөктәләй генә төйлөгәнде абайлап, әсе итеп һыҙғырып та ебәрә, ти, был. Тауыҡ себештәрен һаҡлаған Ерәнгә рәхмәттәр яуҙырған Әтәс. Улай ғына ла түгел, сай-сой өрөп, уҫал эттән аралаған. Шундай яҡлаусы-һаҡлаусы булғанына ҡыуанып бөтә алмағандар. Ә һеҙ, балалар, кем икәнен аңланығыҙмы?
Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, тамсы ла ямғыр яумаған, бөртөк бойҙай шытмаған. Ҡышын нисек йәшәрҙәр? Әтәскә ҡушылып, өйҙәш тә уйға сумған.
Көҙҙөң бер иртәһендә ҡунаҡ һаҙ ситенә сыҡҡан да: “Шыҡ-шырыҡ, “Ҡарға бутҡаһы” яланында иген тараталар”, – тип һайыҫҡан булып һөйөнсөләгән. Үҙе бесәйҙән дә йомшаҡ баҫып, урынына инә һалып, йоҡлағанға һалышҡан. Терт итеп уянған Әтәс: “Ки-ки-ри-күк! Емгә барайым иртүүүк!” – тип, ғаиләһен аяҡҡа баҫтырған.
Барыһы ла йүгерешә, тик ишек төбөндәге генә уянмай. Ике себеш морононан суҡығас, кирелеп-һуҙылып торған булған. Хужа тиҙ арала тоҡтарын йүнләп, өйҙәшен егә һалып юлға сыҡҡан.
Юл буйында бейек ағастың иң осонда Өкө күҙҙәренә салынған. “Һа, Төлкө менән дуҫлашҡан ҡош бар икән!” – тигән ти, күҙҙәрен йомғолап.
Әтәс: “Мин – Йомробаш!” – тип, артабан елдергән. Етмәһә, һуйылы менән еккеһе арҡаһына һыҙыра тартҡан.
Төлкөгә шул ғына кәрәк. Ул күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, уҡтай алға ынтылған. Саба торғас, ҡапыл ситкә янтайып, арбаны түңкәргән. Әллә ҡайҙа осоп барып төшкән Әтәс аңына килгәнсе, Төлкөнән елдәр иҫкән.
Әтәс, ахырҙа, арбаһына үҙе егелеп, ҡайтыу яғына ҡуҙғалған. Әлеге лә баяғы Өкө: “Оһо-һо, ҡайҙа атың?” – тип ухылдаған.
Әтәс көс-хәлгә ҡайтып етһә, ҡураһы буш. Шунан бирле Әтәс менән Төлкөнөң дуҫлығы бөткән, ти.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Һүрәт: yandex.ru.