-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
12 Ғинуар , 14:30

Буялған тырнаҡтар (әкиәт)

...Был мәлдә Ҡыш бабай Яңы йыл биҙәктәре өҫтәргә яҡындағы урманға киткәйне. Ҡар­һылыу ауыл осондағы теге өйгә йүнәлде. Барып инһә, әлеге ҡатын, ҡыҙым хәҙер ҡайта, ултырып тор, тип ҡаршыланы. Үҙе, ҡана ҡайһы ерең ауырта, тине лә Ҡарһылыуҙың ҡулынан тотоп алды. Шул саҡ ул йәмһеҙ әбейгә әйләнмәһенме! 

Буялған тырнаҡтар (әкиәт)
Буялған тырнаҡтар (әкиәт)

Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына
Килер инем йәшлегемдән
Тик һине алып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына...
Ҡыш бабай Ҡарһылыу эргәһенә йырлап килеп инде. Үҙе ныҡ ашыға ине.
– Ҡыҙым, балалар янына барырға әҙер­һеңме? – тип һораны ул.
– Әҙер, олатай. Тик хәҙерге балалар нимә менән ҡыҙыҡһына икән? Улар икенсерәк бит. Бына бер ҡыҙыҡай, миңә матур оҙон тырнаҡтар кәрәк, тип ниндәйҙер тырнаҡ буяуы һорағансы. Ул нисек була икән? Мәскәй әбейҙеке кеүек оҙон, төҫлө тырнаҡтар ҡурҡыныс түгелме?
– Әлләсе, Ҡарһылыу. Ҡана, мин тылсымлы шарымдан ҡарайым әле. Нимә икән ул? – тип Ҡыш бабай шыршы тәтәйенә оҡшаған түңәрәк шарҙы өйрөлтөп ебәрҙе. – Ҡара әле, ҡыҙым. Ана, бер ҡыҙ тырнаҡтарын буятып ултыра. Мәскәйҙеке кеүек ҡара, ҡурҡыныс түгел, матур ғына төҫтәр менән.
– Эйе, ысынлап та, һоҡланғыс килеп сыға икән. Олатай, әллә мин дә балалар янына тырнаҡтарымды шулай буятып барайыммы? Тик быны ҡайҙа эшләйҙәр?
– Аптырама бушҡа. Байрамға ваҡыт бар әле. Юлға иртәрәк сығайыҡ. Бәлки, ундай матур буяуҙар булған ерҙе табырбыҙ, – тине Ҡыш бабай.
Шулай итеп, улар бүләктәрен санаға тейәп, пар аттарҙа елдереп сығып та китте. Тау-урмандар, яландар үтеп бара торғас, ҙур булмаған ҡалаға килеп инделәр. Бында Яңы йылға әҙерлек нисек бара икән, тип йөрөп ятҡанда улар «Матурлыҡ салоны» тигән яҙыуҙы күреп ҡалды.
– Бар, инеп ҡара әле. Бәлки, матур тырнаҡтар шундалыр, – тине Ҡыш бабай.
Ҡарһылыуҙы унда мөләйем генә ҡыҙҙар ҡаршыланы.
– Һеҙгә ниндәй хеҙмәт күрһәтәйек? Ҡашығыҙҙы, керпектәрегеҙҙе матурлайыҡмы? – тип һоранылар унан.
Ҡарһылыу оялып ҡына:
– Тырнаҡтарымды, – тигән булды.
Уның һөйләп бөткәнен дә көтмәй, мөғжизә тыуҙырып, ҡар бөртөктәрен ҡушып, тырнаҡтарын ал, ҡыҙыл төҫтәргә буяп та ҡуйҙылар. Ҡалай матур! Ҡарһылыу ҡыуанып бөтә алманы.
Шундай яҡшы кәйеф менән артабан киттеләр. Бәләкәй генә ауылға ине юлдары. Унда бер малай ауырып ята. Ул Ҡыш бабайҙан бүләк һораған, шуны илтеп бирергә кәрәк.
Малайҙы ҡыуандырып сығып бар­ғанда Ҡарһылыу тайып ҡолап китте. Ауырт­ҡан ҡулдарына ҡараһа, ни күрһен: тырнаҡтары һынған. Ул ҡайғыға ҡалды. Хәҙер ни эшләр инде? Шул саҡ ҡаршыһына мөләйем генә бер апай килеп сыҡты.
– Ниңә бойоға­һың? – тип төпсөндө ул.
Ҡарһылыу бөтәһен дә һөйләп биргәс, был апай:
– Ҡайғырма буш­ҡа. Минең ҡыҙым хәҙер матурайтып бирер һынған тырнаҡтарыңды. Өйөм ауыл осонда ғына. Ҡурҡ­ма, беҙгә кил. Мин ҡайта торам, – тип ҡапыл юҡ булды.
Был мәлдә Ҡыш бабай Яңы йыл биҙәктәре өҫтәргә яҡындағы урманға киткәйне. Ҡар­һылыу ауыл осондағы теге өйгә йүнәлде. Барып инһә, әлеге ҡатын, ҡыҙым хәҙер ҡайта, ултырып тор, тип ҡаршыланы. Үҙе, ҡана ҡайһы ерең ауырта, тине лә Ҡарһылыуҙың ҡулынан тотоп алды. Шул саҡ ул йәмһеҙ әбейгә әйләнмәһенме! Шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә:
– Яңы йыл байрамына, ҡурҡынысһың, тип быйыл саҡырмағайнығыҙ, үҙегеҙ ҙә бармағыҙ. Һин дә хәҙер миңә оҡшашһың, йәмһеҙһең, – тип Ҡарһылыуҙан ҡулын ысҡындырҙы.
Ҡыҙ ҡурҡып ҡолап китә яҙҙы. Тырнаҡтары оҙон, ҡот осҡос кәкре, ҡара төҫкә ингәйне. Ҡарһылыу иҫе китеп торған арала әбей ҙә, өй ҙә юҡҡа сыҡты. Ул ялан уртаһында бер үҙе тороп ҡалды. Ярай әле Ҡыш бабай яҡын булған, атында елдереп килеп етте.
– Мәскәйҙең ҡойроғон ғына күреп ҡалдым, берәй насарлыҡ эшләмәһен тип, боҙ һарайына бикләп тормаҡсы инем, өлгөрмәнем, – тип үкенде ул.
– Ә ул өлгөрҙө, – тине Ҡар­һылыу, тырнаҡтарын күр­һәтеп. Үҙе илап ебәрҙе. – Ҡурҡыныс тырнаҡтар менән нисек барам инде балалар янына...
– Ҡайғырма, ҡыҙым. Хәҙер мин бөтә хайуандарға хәбәр ебәрәм. Улар Мәскәйҙе, моғайын, күргәндер.
Әммә берәүһе лә уны бөгөн осратмаған икән.
– Бәлки, ул Ҡарһылыу булып байрамға киткәндер? – тине ситтә генә әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыштан ҡалтыранып торған Ҡуян.
– Ҡарһылыуҙың туны юҡ бит, – тине Төлкө.
Ысынлап та, ул ҡайҙа булған? Ҡарһылыу шунда ғына үҙенең алам-һолам кейемдә тор­ғанын белеп ҡалды. Хәҙер ни эшләргә? Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғы ярҙам итмәне. Шулай аптырашып торғанда ағас башынан Тейен һикереп төштө.
– Мин беләм, мин беләм ни эшләргә, – тине ул. – Ниндәйҙер бер урманда тылсымсы ҡыҙ йәшәй. Ул мөғжизәләр тыуҙыра икән. Шунда барығыҙ. Ҡар­һылыуҙы тиҙ арала матурайтып ҡуйыр. Беҙҙең ҡайһы бер йәнлектәр ҙә шунда йөрөй тун алмаштырырға. Тик мин был ҡыҙҙың ҡайҙа йәшәгәнен белмәйем. Һуҡыр сысҡандан һорағыҙ, ул ҡыш етер алдынан ғына тунын алмаштырып ҡайтты.
– Ҡыш уртаһында уны нисек табаһың, ул өңөндә инде, ҡар аҫтында, – тип аптырашта ҡалды башҡалар.
Хатта Ҡуян да ярҙам итә алманы.
– Мин былтырғы иҫке тунымды кейҙем, – тип яуапланы ҡылый.
Шул сағында Ҡыш бабай тылсымлы таяғы менән ергә һуҡҡайны, был урында ҡар иреп, ҡара ер күренде. «Кем борсой мине?» – тип һөйләнеп Һуҡыр сысҡан үҙе килеп сыҡты. Ҙур йыйынды күреп, аптырап китте. Тылсымсы ҡыҙ йәшәгән йортто һорағас, беләм, беләм, тип юлды өйрәтеп ебәрҙе ул.
Ҡарһылыу был урынды тиҙ тапты. Тик тылсым эйәһе, мин Мәскәйгә ярҙам итмәйем, тип әйтмәһенме?! Ҡыш бабай һөйләп биргәс кенә үҙгәреп китте ул.
Нимә генә юҡ ине был тылсымлы өйҙә! Матур күлдәктәр, йыл­ҡылдап торған тундар, төрлө-төрлө бүректәр, биҙәүестәр... Һоҡланып ҡарап торҙолар. Тиҙ арала Ҡарһылыуға элеккеһенән дә сағыуыраҡ күлдәк, яңы тун табылды. Кәкре тырнаҡтарын да төҙәтте тылсымсы. Йондоҙҙай емелдәп, ҡар бөртөктәреләй ялтырап китте улар.
Бына хәҙер байрамға барырға ла була. Әммә ваҡыт бик аҙ ҡалған. Өлгөрөрҙәрме? Әлбиттә! Яңы йылда бит мөғжизәне Ҡыш бабай үҙе тыуҙыра. Ҡыңғырауҙарын зыңлатып, пар аттарҙа осоп тигәндәй барып еттеләр балалар йыйылған ергә. Ә улары шау-гөр килеп икенсе Ҡарһылыу менән уйнап йөрөй. Килеп ингән ҡунаҡтарҙы күрмәнеләр ҙә. Ҡыш бабай шыршының уттарын яндырып ебәрҙе. Шул мәлдә генә балалар ҡыуанышып ҡысҡырыша башланы. Ҡарһылыу башын юғары күтәреп, ғорур ғына торған алдаҡ Ҡарһылыуҙың янына килеп ҡулына ҡағылғайны, уныһы Мәскәй әбейгә әйләнде лә ҡуйҙы. Яман эше өсөн ҡурҡмай ҙа, оялмай ҙа, яғымлы йылмайып тора бит әле үҙе. Шул ваҡытта ул ялбарыулы ҡарашын Ҡыш бабайға йүнәлтеп алды. Балалар менән уйнағыһы килгәне күренеп тора. Йәлләне уны Ҡыш бабай, урманға ҡыуып ебәрмәне.
Яңы йылда ниндәй генә мөғжизәләр булмай. Бәлки, Мәскәй ҙә һәйбәт әбейгә әйләнеп китер. Әйҙә, байрам итһен балалар менән. Үҙенә яҡшылыҡ эшләгәс, ул да башҡаларға насарлыҡ ҡылмаҫ, тип ышанды Ҡыш бабай.
Эйе, ошондай мажаралар булмаһа, Яңы йыл да ҡыҙыҡ булмаҫ ине.


Гөлнәзирә ҠАШҠАРОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас