Тыуған көнөн быйыл Ғәҙилә иптәштәре менән өйҙә генә үткәрергә булды. Атаһы менән әсәһе лә шатланып ризалашты. Ун биш йәш бит ҡыҙҙарына, ни тиһәң дә. Матур дата.
Көнө килеп еткәс, әсәһе иртән иртүк тороп табын әҙерләй башланы. Аш-һыуға бик оҫта ул. Һый-ниғмәттән өҫтәл һығылып торҙо. Нимәләр генә юҡ?..
– Аллаға шөкөр, иркен йәшәйбеҙ. Элгәре туйға бындай ризыҡ тәтемәне, – тип өҫтәлгә хайран ҡалып ҡарап торҙо өләсәһе лә. Тыуған көндәрен улар ҙа үткәрә торғайны. Тик бындай һый-ниғмәттәр генә булманы. Табынға нимә генә ултырта инеләр? Төп ризыҡтарҙың береһе – бутҡа. Күберәк тары бутҡаһы. Ҙур ғына һауыт менән ул өҫтәлдең уртаһына ҡуйыла. Шуға ян-яҡтан үреләләр. Тағы ла әсәһе күп итеп ҡоймаҡ бешерә. Уның майын ағыҙа-ағыҙа, сыр-сыу килеп, кинәнеп һыйланалар. Аҙаҡ геү килеп урамда туйғансы уйнайҙар. Барыбер күңелле була торғайны.
Зәбирә инәй бер аҙ шулай хәтирәләргә бирелеп торҙо ла төпкә – үҙенең бүлмәһенә инеп китте. Ейәнсәренең тыуған көнөнә тип ап-аҡ ҡына ҡуян мамығынан башлыҡ бәйләп ҡуйғайны, бейәләйҙәргә мамығы бөтөп, һуңғараҡ ҡалды. Береһе әҙер инде, икенсе һыңарын йәһәт кенә ослап ҡуйырға кәрәк.
Бына бер заман шау-гөр килеп балалар йыйыла ла башланы. Күпме генә саҡырһалар ҙа, Зәбирә инәй ҡаршы булды. Эшен дә тамамлайһы бар, унан тауышҡа ла бик эшкинмәй хәҙер. Йәштәр араһында нимә эшләп ултырһын инде. Үҙҙәренсә күңел асһындар әйҙә. Аҙаҡ, улар ҡайтып киткәс, сығыр әле. Иркенләп үҙҙәре генә ултырыр. Бүләген дә шунда тапшырыр.
Дуҫтары байтаҡ икән ейәнсәренең. Ипле генә һөйләшеп ултыралар. Ябылып етмәгән ишек ярығынан тауыштары шул көйө ишетелеп тора. Тик башҡортса бер ауыҙ һүҙ әйтеүсе булманы. Үҙ телдәрен белмәйҙәрме, әллә белеп тә һөйләшмәйҙәрме? Шуныһы ғына әҙерәк эсен бошорҙо. Ғәҙиләһен матур-матур һүҙҙәр әйтеп ҡотланылар, ашанылар, эстеләр, һөйләшеп-көлөшөп алдылар. Шунан бер заман кинәт кенә тынлыҡ урынлашты. Ҡапыл ғына шулай таралыштылармы икән ни? Зәбирә инәй урынынан тороп, ишекте асып ҡарағайны, аптырап китте. Нимә күрһен, барыһы ла телефон экранына төбәлгән дә тынып ҡалған. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, бер кемдә береһенең эше юҡ. Эй-й, замана балалары, бергә йыйылған саҡтарында рәхәтләнеп һөйләшеп йәки тышта уйнап керер урынға, иҫтәре китеп, шуға ҡапланғандар. Ғәҙиләһе күренмәй, моғайын, әсәһенә булышалыр.
– Торт килә, барығыҙ ҙа өҫтәл янына! – тигән тауышҡа ҡунаҡтар һиҫкәнеп киткәндәй булды. Яйлап ҡына урындарына ултырыштылар. Тәмләп сәй эскәндән һуң бер ыңғай ғына йыйынып таралыштылар ҙа.
– И-и-и, бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ? Харап бит. – Өләсәһе өйөлөп ятҡан ялтыр ҡумталарҙы тотоп-тотоп ҡараны. Өҫтәл уйындары, матур тышлы ҡалын энциклопедиялар – барыһы ла бар.
– Ҡайһылай ҙурлағандар минең ҡыҙымды, – тип ейәнсәренең башынан һыйпап яратып алды ла бүлмәһенә инеп китте. Бер аҙҙан ап-аҡ башлыҡ менән бейәләйҙәр тотоп кире килеп сыҡты.
– Мә әле, ҡыҙым, кейеп ҡара, – тип уларҙы Ғәҙиләгә һуҙҙы.
– Уй, өләсәй, ҡайһылай матурҙар, йомшаҡҡайҙар, йылыҡайҙар. Рәхмәт, – тип Ғәҙилә өләсәһен ҡосаҡлап алды. – Килешеп тора, ивет, – тип көҙгө тирәһендә әйләнде.
– Килешә, йылы тәнеңдә туҙһын, балам. – Ейәнсәрен уның үҙенә оҡшаталар. Ысынлап та, хас та үҙенең йәш сағы. Шуғалырмы, әллә бергә йәшәгәнгәме, Ғәҙиләһен бигерәк яҡын күрә. Үҙе лә яғымлы, эс-бауырға инеп барған бала шул. Бәхетле генә була күрһен. Шунан ҡапыл ғына нимәлер иҫенә төшкәндәй, йылы кофтаһының кеҫәһенә тығылды. Унан «Красная Москва» тип яҙылған хушбуй килтереп сығарҙы. Тегеләр, бер нәмә лә аңламайбыҙ, тигәндәй, бер-береһенә ҡарап, яурындарын ғына һикертеп ҡуйҙы.
– Уны минең ун йәшемә бүләк иткәйнеләр. Һинең һымаҡ, ошолай иптәштәремде саҡырғайным. Ул ваҡытта ни бүләктәр ниндәй генә була торғайны: һабын, таҫма, буяу ҡәләмдәр, тинлек аҡса. Егерме тин булһа – ҙур бүләк. Ҡотларға үҙеңдең сиратың еткәнсе уларҙы йәшереп кенә тотоп ултырған булаһың әле ул. Ҡайһы берҙә ҡулыңдан өҫтәл аҫтына шыуып төшөп китә. Йәшен тиҙлегендә уны күтәреп алғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ниндәй бүләк алып килгәнеңде берәйһе алдан күреп ҡала күрмәһен, йәнәһе.
Был духи – бала саҡтағы иң иҫтәлекле бүләктәрҙең береһе. Әлфиә исемле әхирәтем килтергәйне. Ул ваҡытта бик затлы әйбер һаналғандыр инде, шулай булмаһа, өҫтәл буйлатып йөрөтөп, барыһы еҫкәп ҡарамаҫ ине. Ҡыйыуыраҡтары бармаҡ остарына ғына тамыҙып, ҡолаҡ арттарына, муйын тирәләренә һөртөп тә алды. Ә еҫе-е-е, һуш китмәле. Ҡайҙан тапты икән Әлфиә? Был турала урамға уйнарға сыҡҡас, үҙенән һорамай булдыра алманым.
– Эй, ҡыҙыҡ булып бөттө инде ул, – тип башлап ебәрҙе һүҙен әхирәтем. – Белгең килһә, уны баш ҡала магазиндарында ла табыуы ҡыйын икән. Сәлимә апайым шулай тине. Ул Өфөлә врачлыҡҡа уҡып йөрөй. Әле ялға ҡайтҡан. Мин тыуған көнгә барам, тигәс, күмәкләп бүләк тураһында уйлаша башланыҡ. Әсәйем әллә нисә тапҡыр шкаф ишеген бер асып, бер ябып нимәлер ҡараштыра ла бер нәмә тапмайынса кире ябып ҡуя. Бер заман ошо Сәлимә апайым сумкаһынан ҡыҙыл ғына тышлы ҡупшы хушбуй шешәһе килтереп сығарҙы. «Был бик ҡиммәтле духи, тик тулы түгел, яртыһы ғына ҡалған», – тип апайым бер духиға, бер миңә ҡарай. – Былай биреп булмай бит инде кешегә. Оҙаҡ аптырай торғандарҙан түгел инде ул минең апайым. Трюмо өҫтөндә әллә ҡасандан бирле «Кармен» тигән одеколон тора. Шуны алып ҡапҡасын асты ла ипләп кенә тегеһенең өҫтөнә ҡойҙо ла ебәрҙе. Шешә тулды. Ә еҫе ишеү ҙә тәмлерәк килеп сыҡты. Тәмле лә инде, ивет.
– Ныҡ тәмле. Минең быға тиклем бер ҙә духи һөрткәнем юҡ ине. Ярай, кәрәк саҡта үҙеңә лә биреп торормон.
Бына шулай, Әлфиәм бүләгенең серен ярып һалып һөйләне лә бирҙе. Эй, эскерһеҙ бала саҡ йылдары. Мин үҙем дә уның ике духиҙы бергә ҡушып бүләк итеүенә бөтөнләй иғтибар бирмәнем. Ул ваҡытта ундай-бындай уй башҡа ла инеп сыҡмағандыр инде. Бүләк шәп бит! Бер кемдә лә булмаған әйбер. Бик оҙаҡҡа етте үҙе. Әҙләп кенә, берәй ергә барыр булһам ғына һөрттөм. Еҫе әле лә танауымдың осонда ғына торған кеүек. Хәҙер ундай хушбуйҙар магазиндарҙа юҡтыр ҙа инде.
– Өләсәй, әле лә буш түгел бит флаконың?
– Мин уны бер ваҡытта ла буш тотмайым. Бөтһә, тултыра һалып ҡуям. Тулы торһон.
– Ул әхирәтең үҙе ҡайҙа һуң хәҙер? Уның тураһында бер ҙә һөйләгәнең булманы. Беҙгә килгәне лә юҡ. Башҡа әхирәттәрең килеп торалар бит.
– Ул йыраҡта шул. Һөйләгәнем булғандыр, иҫәпкә алмағанһыңдыр. Мәктәпте бөткән йылды Үзбәкстанда йәшәгән апаһы килеп алып киткәйне. Шунан бирле хәбәре юҡ. Инде ярты быуат ваҡыт үтте. Исмаһам, адресы йә иһә телефоны булһасы. Ауылда туғандары ла ҡалманы. Атаһы менән әсәһе лә иртә киттеләр. Үҫкән саҡта дуҫ, татыу булдыҡ. Шуға бүләген һаҡлайым, бер ҙә ташлағым килмәй. Бала саҡтың, бала саҡ дуҫымдың иҫтәлеге. Инде һөйләргә генә ҡалды, – тип ейәнсәренең арҡаһынан тупылдатып яратып алды.
– Өләсәй, һин һөйләгәндән һуң минең үҙемдең дә шул әхирәтеңде күргем килә башланы.
– Кем белә, насип булһа, бәлки, күрешербеҙ ҙә. Киләһе йыл мәктәпте тамамлағанға илле биш йыл була. Осрашыу ойоштороп, үҙен саҡырырға ине. Ныҡ итеп тотонһаҡ, бәлки, телефонын йәки адресын табырбыҙ.
– Бәлки... – Ғәҙилә уйға ҡалды.
ххх
Баҡса тирәһен тәртипкә килтереп, бер аҙ эш менән булып алғас:
– Туғандар менән бер йыйылып алырға булдыҡ әле, ҡәйнәм, – тип хәбәр һалды бер көндө килене. – Еләк-емеш бешкән саҡ, рәхәтләнеп ял да итерҙәр.
Һәр ваҡыт балаларының үҙ-ара татыу, ҡатышып йәшәүҙәрен теләп кенә йөрөгән Зәбирә инәй быға ҡуш ҡуллап риза булды.
– Ҡалай һәйбәт ниәт менән йөрөйҙәр. Бик яҡшы. Шулай аралашып, ейәндәре бер-береһен, туғандарын белеп үҫһендәр инде.
Әйтелгән көндө балалары иртә менән килеп тә етте. Табынды, ни өсөндөр, оҙон өҫтәл ҡуйып, урамда әҙерләнеләр. Өйҙә урын етмәҫ, тинеләрме икән?
Яйлап ҡунаҡтар йыйыла ла башланы. Зәбирә инәйҙең әхирәттәре, синыфташтары ла килде. Уларҙы күреп, инәй ҡыуанһа ла, бер аҙ аптырашта ҡалды. Туғандарҙы ғына йыябыҙ, тиҙәр ине, юғиһә. Бер юлы саҡырып, әсәйҙәренең күңелен күрергә булғандарҙыр инде. Һай, рәхмәт төшкөрҙәре.
Көн матур, аяҙ. Барыһының да кәйефе күтәренке. Ғәҙиләһе йүгереп йөрөгән була. Серле генә йылмайып, өләсәһенә ҡарап-ҡарап ала. Ярата ул ҡәҙерлеһен. Ҡунаҡтар яйлап ултырышып бөтөүгә генә ҡапҡа янына ҙур автобус килеп туҡтаны.
– Килделәр! – тине лә улы тиҙерәк ҡапҡа асырға ашыҡты.
– Кемдәр икән тағы?
Күп тә үтмәй, машинанан аппаратуралар, тағы әллә ниндәй тимер-томорҙар төшөрә башланылар. Урамға ят әҙәмдәр килеп тулды. Улы барыһы менән дә йылмайып иҫәнләшә.
Тегеләр оҙаҡ һөйләнеп тормай, шарт та шорт килеп эш ҡоралдарын урынлаштырҙылар ҙа урам тирәһен, ҡунаҡтарҙы фотоға төшөрә лә башланылар.
– Нимә төшөрөргә килгән һуң былар?
Бер аҙҙан машинанан яйлап ҡына оло йәштәге бер ханым килеп сыҡты. Бик матур кейенгән үҙе. Ҡапҡанан ингәс, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла туп-тура Зәбирәгә табан атланы.
– Зәбирә, хаумы, мин хине шунда ук таныным, – тип телде боҙа-боҙа килеп уны ҡосаҡлап та алды, үкһеп илап та ебәрҙе.
Бер нәмә лә аңламаған инәй нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Ят ҡунаҡтың ҡосағынан саҡ ысҡынып, ниһайәт, уның йөҙөнә ҡарай алды. Оҙаҡ текләп торҙо. Таный алмай бер булды. Бер аҙҙан ғына:
– Әлфиә! – тип шыбырлай алды. –Ҡайҙан килеп төштөң ул һин?
– Ана, бәләкәй Зәбирә һөйләр, – тип Ғәҙилә яғына күрһәтте. – Ул бит «Көт мине» тапшырыуына яҙған. Шуның буйынса эҙләп таптылар. Беҙ «Останкино»ла булып, шунан киләбеҙ. Тапшырыуҙың дауамын бында төшөрәсәктәр. Һеҙҙекеләргә хәбәр иттеләр. Һиңә әйтмәй торғандар, ахырыһы.
– Аптырайым шул, ниңә был тиклем ҙур табын әҙерләйҙәр икән, тип. Ғәҙилә лә өндәшмәй бит әле. Әйтәм, ҡыҙ фамилияңды, туғандарыңды төпсөнөп һораша ине. Барыһы ла белгән, тимәк.
– Сюрприз эшләргә булғандар.
– Ярай, бөгөн барыһы менән рәхәтләнеп һөйләш, аралаш, ә беҙ иртәгә иркенләп ултырырбыҙ, – тип Зәбирә инәй ҡунаҡтарға кем килгәнен әйткәс, барыһы ла «аһ» итте. Таңға тиклем ултырһалар ҙа һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ишек алды геү килеп торҙо.
Иртәгәһен Мәскәү телевидениеһынан килгән журналистар, операторҙар үҙ эштәре менән булды. Өйҙәгеләрҙең барыһы менән дә аралаштылар. Инәйҙәрҙе бергә ултыртып ҡуйып, оҙаҡ ҡына әңгәмә ҡорҙолар. Өйҙә лә, урамда ла, ауыл буйлап йөрөтөп тә видеояҙма эшләнеләр.
Үҙҙәре генә ҡалғас, Әлфиә инәй Үзбәкстандан алып килгән бүләктәрен өләште. Һинең тыуған көнөң ошо ваҡыттараҡ бит әле, тип Зәбирәгә ялтлап торған туҡыманан күлдәк килтереп тотторҙо.
– Бигерәк затлы бүләк. Рәхмәт. Ул тиклем ҙурламаһаң да булыр ине.
– Бар әле, кейеп күрһәт. Ҡарайыҡ, килешәме икән?
– Үлсәп теккән кеүек, әхирәткәйем. Матурлығы-ы, йәне генә юҡ. Һин бүләк һайлай беләһең инде ул, – тине лә Зәбирә инәй йәнә бүлмәһенә инеп китте. Унан йөҙө айҙай балҡып, теге хушбуйҙы тотоп килеп сыҡты. Шунан серле генә итеп әхирәтенә ҡарап торҙо. Тегеһе бер ни ҙә аңламайынса:
– Миңә бүләк итергә уйлайһыңмы? – тип аптыраңҡырап Зәбирәгә төбәлде.
– Юҡ, һинең үҙеңдең бүләгең ул. Иҫләмәйһеңме? Ни бары алтмыш йыллап ҡына ваҡыт үткән. Минең ун йәште байрам иттек. Сәлимә апайың...
Ҡунаҡ бер аҙ ғына уйланып торҙо ла:
–Ә-ә-ә, ҡапыл ғына иҫләй алмай торамсы. Хәтеремдә, барыһы ла хәтеремдә, – тип әхирәтен ҡосаҡлап алды. – Апайымдың йүгереп йөрөп бүләк әҙерләшкәне бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ул духиҙың тарихы бигерәк үҙенсәлекле инде, – тип кеткелдәп көлөп тә алды. Уға башҡалар ҙа ҡушылды. – Шуны һаҡлағанһың бит әле, рәхмәт төшкөрө.
– Башта ырғытырға йәлләнем. Аҙаҡ ни, үҙең киттең дә юғалдың бит. Ә был духи һауыты һине һәр ваҡыт хәтерләтеп торҙо. Улай оҙаҡҡа юғалма инде хәҙер. Исмаһам, телефон аша хәбәрләшеп торайыҡ. Ҡайтыр кешебеҙ юҡ, тип тә ҡайғырма, туп-тура үҙебеҙгә кил.
– Инде юғалмабыҙ, Аллаһ бирһә. Бына Ғәҙилә ҡыҙыма рәхмәт, осраштырҙы, – тине лә уны янына саҡырҙы. – Бына, балам, һиңә лә бүләк бар, – тип көмөш биҙәүестәр тотторҙо.
– Шул тиклем матурҙар. Рәхмәт, инәй. Өләсәйем кеүек, мин дә бүләгегеҙҙе һаҡлармын. Килеп шул тиклем һәйбәт иттегеҙ. Синыфташтарығыҙ, ана, нисек һағынған үҙегеҙҙе. Өләсәйемдең дә хыялы тормошҡа ашты. Осрашыу уҙғарабыҙ, тип һөйләнә ине, бына бер юлы үтте лә китте. Инде йышыраҡ ҡайтырға тырышығыҙ.
– Тырышырмын, балам.
– Өләсәй, теге ваҡыт шул «Красная Москва»ңды сығармаһаң, был осрашыуға йыйылмаҫтар ине. Ысынлап та, шәп бүләк булған бит, ә!
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.