-28 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Ғинуар , 09:41

Керәшен һыуыҡтары

Гәзит уҡыусы ижады: Йәмил Ҡотлогилдиндан шиғыр.

Керәшен һыуыҡтары
Керәшен һыуыҡтары

Ҡыштың ҡаты һыуыҡтары,
Айлы аяҙ иртәләр.
Йоҡламай хатта турғайҙар,
Тәҙ(е)рәгә сиртәләр.


Ауылымда ем-ем уттар
Ҡабына бер-бер артлы.
Хоҙайға шөкөр булһын,
Тағы ла таңдар атты.


Изге ғинуар айында
Керәшен һыуыҡтары.
Бик йылы кейенәйек,
Һаҡлайыҡ һаулыҡтарҙы.


Ғинуар тамамланһа,
Февралдең сираты.
Ватан һаҡлау байрамын
Ҡаршы алыр ир-аты.


Уның артынан инде
Көтөп алырбыҙ мартын,
Яҙҙың матур байрамын
Үткәрер барса ҡатын.


Ҡыштың ҡаты һыуығын
Түҙербеҙ беҙ, әлбиттә.
Һөйөнөслө йәшәйек,
Тормош бит дауам итә!



Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН.

 

Фото: yandex.ru.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас