ХЫЯЛ
Шиғыр яҙып, көйгә һала инем,
Йырлармын, тип, сәхнә түрендә.
Бала саҡтан ҡалған яҡты хыял
Буйым етмәҫ кеүек күренә.
Йырҙар яҙа инем бала саҡта,
Йондоҙҙарға ҡарап төндәрен.
Йырлай инем бейек ярға баҫып,
Һанай-һанай гармун телдәрен.
Аша алмай ҡалған хыялдарым
Күңелдәрҙе һаман яралай.
Гармун моңо олоғайып барған
Йөрәгемде минең дауалай.
Сәхнәләргә алып барған юлдар
Хыял булып ҡалды мәңгегә.
Ә шулай ҙа ҡулға гармун алһам,
Йондоҙ яна минең күңелдә.
Шиғыр яҙып, көйгә һала инем,
Йырлармын, тип, сәхнә түрендә.
Бала саҡтан ҡалған яҡты хыял
Буйым етмәҫ кеүек күренә.
Йырҙар яҙа инем бала саҡта,
Йондоҙҙарға ҡарап төндәрен.
Йырлай инем бейек ярға баҫып,
Һанай-һанай гармун телдәрен.
Аша алмай ҡалған хыялдарым
Күңелдәрҙе һаман яралай.
Гармун моңо олоғайып барған
Йөрәгемде минең дауалай.
Сәхнәләргә алып барған юлдар
Хыял булып ҡалды мәңгегә.
Ә шулай ҙа ҡулға гармун алһам,
Йондоҙ яна минең күңелдә.
