Унда авторҙың иң яҡшы 16 эше ҡуйылған. Сәлимә 4-5 йәшенән һүрәт төшөрөү менән мауыға икән. Төрлө алымдарҙы оҫта ҡуллана. Йәш рәссамдың һүрәттәре араһында "Урал батыр" эпосы геройҙары, натюрморттар, ҡала, ауыл күренештәре бар. Етәксеһе - Азамат Ғарипов.
Сәлимәнең эштәренә күренекле рәссамдар юғары баһа бирә. Ҡыҙ киләсәген дә һынлы сәнғәт менән бәйләргә уйлай. Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Cергей Шелепин.