-25 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Февраль , 23:05

"Биҙәктәр"ҙең исем туйы

Ете биҙәк, етегән йондоҙ, йәйғорҙоң ете төҫө. 4 февралдә "Китап" магазинының әҙәби залында үткән исем туйында "Биҙәктәр" китабы авторҙарын нисек кенә ҙурламанылар?!

"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
"Биҙәктәр"ҙең исем туйы

 "Китап" нәшриәте сығарған был ҡалын ғына йыйынтыҡ ҡәләм оҫталарының үҙҙәре өсөн генә түгел, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә ҙур бүләк булғандыр. Сөнки уҡыусылар эскерһеҙ, саф күңелле кешеләр яҙмыштары, замандаштарыбыҙ тураһында халыҡсан тел менән яҙылған йотлоғоп уҡырлыҡ әҫәрҙәргә һыуһаған. "Биҙәктәр" китабына "Бәйләнештә" селтәрендәге төрлө төркөмдәрҙә халыҡ тарафынан яратып уҡылған яҙыусыларҙың проза әҫәрҙәре баҫылған. Учалынан Сәлиә Ғатауллина, Өфөнән Миләүшә Ғәйфуллина, Хәлиҙә Чембарисова, Харис Шәрипов, Римма Әхмәтйәнова, Нуримандан Хәлисә Мөҙәрисова, Дәүләкәндән Миңзәлә Хәлиловаларҙың исемдәре беҙгә яҡшы таныш. Кемдеңдер бер нисә китабы донъя күргән дә инде, кемдеңдер әҫәрҙәре нәшриәттә беренсегә баҫыла. Ижад емештәренең ошолай матур әҙәби гөлләмә булып сығыуына ла авторҙар бик шат. Уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға дуҫтары, яҡташтары, яҙыусылар, журналистар килгәйне. Бик йылы осрашыу, күҙгә-күҙ ҡарап ихлас аралашыу булды. Кисәне Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Әлиә Саматова матур итеп алып барҙы. Йыр-моңдо авторҙарҙың дуҫтары, Харис Шәрипов бүләк итте.

Ете яҙыусы бер-бер артлы үҙе, нисек әҙәбиәткә килеүе, ғаиләһе менән яҡындан таныштырҙы. Күптәренең ижад юлы бала саҡтан, балалар баҫмаһына мәҡәләләр ебәреүҙән башланған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова әйткәнсә, улар барыһы ла ижадҡа һуңыраҡ булһа ла, шул тиклем тормошто, әҙәбиәтте аңлап, әҙерлекле килгәндәр. Баймаҡ ҡыҙы Миңзәлә Хәлилова хеҙмәт юлын балаларға белем биреүгә бағышлаған, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хәлисә Мөҙәрисованы сәхнәлә 200 тапҡыр ҡуйылған "Бәхет хаҡы" спектакле аша белмәгән кеше юҡтыр. Шағирә, драматург, прозаик. Һигеҙ китабы баҫылып сыҡҡан.
Миләүшә Ғәйфуллина ла оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытҡан, әле журналистика өлкәһендә эшләй, уның әҫәрҙәре радио тулҡындары аша ла яңғырап тора. Бер нисә китап авторы.
Сәлиә Ғатауллина - Белорет ҡыҙы, бала сағынан уҡырға яратҡан. Уның шиғырҙар китабы үҙнәшер менән баҫылып сыҡҡан. Әҫәрҙәре гәзит-журналдарҙа даими сығып тора. Мөхәмәт Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты.
Харис Шәриповты шәп йырсы булараҡ та, ҡәләм оҫтаһы булараҡ та яҡшы беләбеҙ, ул хатта "Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем" тигән юмористик китабын да сығарҙы. Римма Әхмәтйәнова – Салауат районынан, уның да хикәйәләрен яратып уҡыйбыҙ.

Хәлиҙә Чембарисованы айырым билдәләп үтер инек, сөнки ул оҙаҡ йылдар беҙҙең "Йәншишмә" гәзитенең хаттар бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
– Тәүге хикәйәмде хеҙмәт юлым башланған "Китап" нәшриәтендә эшләгәндә яҙҙым. Элек яҙыусылар әҫәрҙәрен хәҙерге кеүек флешкала түгел, ҡулъяҙмала килтерә торғайны, уларҙың матур-матур әҫәрҙәрен баҫып, илһамланып киткәнмендер инде. "Хөсәйен сабынлығы" тигән хикәйә яҙып, ҡурҡа-ҡурҡа ғына Сабир ағай Шәриповҡа уҡырға тәҡдим иттем. Иртәгәһенә ул йылмайып килеп инде лә: "Нисауа", – тине. Шунан, үҙем баш һүҙ яҙырмын, "Йәшлек" гәзитенә бирәйек, тине. Шулай итеп, тәүге хикәйәм баҫылды, – тип хәтирәһе менән уртаҡлашты ул. Элекке хеҙмәттәшебеҙ өсөн бик шатбыҙ. Хәлиҙә апай хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа ныҡлап тотоноп, төрлө конкурстар еңеүсеһе булды. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге VI халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында республика буйынса I урын алыуы - ҙур мәртәбә. Матбуғат баҫмаларында әҫәрҙәре йыш баҫылып тора.
"Биҙәктәр" китабы авторҙары менән осрашыу шулай йәнле аралашыу форматында уҙҙы. Күңелдәргә йән аҙығы булды был исем туйы. Яҙыусылар "Китап" нәшриәтенә, ҡыуаныстарын уртаҡлашырға килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәттәрен белдерҙе. Ә беҙ уларға артабан да ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен,  тип теләйбеҙ. 

 

Автор фотолары.

 

"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
"Биҙәктәр"ҙең исем туйы
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас