Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Февраль , 11:39

Яҙ килә (Хисмәт Юлдашев.)

Яҙҙы көтөп талсыҡҡанмы, Һынып ята талсыбыҡ.

Сыбыҡ ҡабып алған ҡарға
Ҡышты ҡыумаҡсы булып.


Сыбыҡтан ҡурҡып китергә
Бармай шул ҡыш ашығып.
Ҡарғаға оя ҡорорға -
Ҡарҙа ятҡан талсыбыҡ.


Ҡар өҫтөнә ямғыр яуа,
Ҡыш ҡыуыла ҡамсылап.
Хәҙер һыуҙар ташып инде -
Тормаҫ улар тамсылап.


Ҡаҙҙар ҡыуа бер ҡыҙыҡай,
Тотоп алып талсыбыҡ.
Яҙ килә, яҙ! Ҡояшлы яҙ!
Яҙға юҡ бер ҡаршылыҡ!
(Хисмәт Юлдашев.)

Фото: fotobank02.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас