Ҡайсаҡ йәшенеп торҙо,
Ҡапҡа артына ҡасып.
Таң атҡас, ел баҫылды,
Туйғандыр ул шаярып.
"Өф" тигән әҫәре юҡ,
Баҡсала йоҡлай арып.
Сеү-сеү, шым ғына йөрө,
Уятып ҡуйма елде.
Әгәр уятһаң елде,
Тағы көн булыр елле.
СӨЛӘЙМӘН МУЛЛАБАЕВ.
Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.