+2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Март , 12:09

Тәүге һынау (хикәйә)

– Бына мин әле һеҙҙе уҡытмайым. Дәрестәрен үткәрмәй, тип яҙаһығыҙ – был бер. Минең бөгөн нимәгә күҙем ҡыҙырған, тиһегеҙ? Мин бөгөн эсеп килдем. Дәрестәргә эскән килеш килә, тип яҙаһығыҙ – был ике. Бөгөн төндә мин ауыл йәштәре менән аҙып-туҙып йөрөнөм.Тимәк, ауыл йәштәрен боҙа, насар юлға өйрәтә, тип яҙырһығыҙ, – тине.

Тәүге һынау (хикәйә)
Тәүге һынау (хикәйә)

Билдәле шағирә, яҙыусы, уҡытыусы Земфира Аҡбутинаға – 60 йәш. Шул уңайҙан авторҙың хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Ҡояшлы май айы. Уның ҡояшының шул тиклем сағыу нурҙары, тәҙрә аша төшөп, уҡыусыларҙы иркәләй. Иркәләй ҙә быуындарҙы йомшартып, уҡыуға булған теләкте бөтөрә, уларҙы тышҡа – саф һауаға саҡыра. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә аҙаҡҡы йыл белем алған балаларҙың былай ҙа күңеле иләҫ-миләҫ. Алда – мәктәп менән хушлашыу, дәүләт имтихандары. Шуны белгәнгә ҡояштың ымһындырғыс нур­ҙарына ғына ҡаршы торорлоҡ эске көс, рухтары бар улар­ҙың. Бына әле ҡыңғырау шылтырауы булды, сираттағы дәрескә әҙерләнде уҡыусылар. Хәҙер – алгебра. Уны Ғәле ағалары уҡыта. Институт тамамлап, улар­ҙың мәктәбенә «отработка үтергә» килгән йәш уҡытыусыны балалар ауылса «Ғәле аға» тип йөрөтә. Ул республиканың төньяҡ районында тыу­ған, күберәк «с» хәрефен ҡушып һөйләй, шулай ҙа балалар уны аңлай һәм үҙен тәүге көндәрҙән үк яратты. Өс йыллыҡ «отработка» ваҡытының ике йылы үтеп бара инде. Ошо ваҡыт эсендә балалар – уҡытыусыға, уҡытыусы улар­ға эҫенде. Ғәле ағаларының дәресен яраталар. Бергәләп математика донъяһында гиҙеп йөрөү һәр кемгә оҡшай.
Әле лә дәрескә ҡыңғырау зыңғырлағас, Ғәле ағалары шәп-шәп атлап, бына-бына килеп инер, йылмайып ҡына теманы ла аңлатыр, тип көттө балалар. Тик был юлы ул ниңәлер оҙаҡланы. Ун минуттай ваҡыт үтте. Тиктормаҫ малайҙар, синыф ишеген асып, коридорҙы ҡарай башланы. Күренмәйме, йәнәһе? Бер аҙҙан, ысынлап та:
– Килә! – тигән хәбәр ишетелде.
Синыф шым булды. Парталар шаҡылданы, китаптар парта өҫтөнә менеп ятты. Ғәле ағаларының килеп инеүе элеккесә түгел ине. Ул, ғәҙәттәгесә, шәп-шәп атлап түгел, һалмаҡ ҡына баҫып килеп инде. Ниңәлер күҙҙәре ҡыҙарған һәм сәйер ялтырай ине.
Ул, көндәгесә, таҡтаға тема яҙып, дәрес аңлата башламаны. Балалар быға бик аптыраны. Шуға күрә шымтайып, тик ултырыуын белделәр. Ә Ғәле ағай, сәйер йылмайып, улар ҡаршыһында тора. Дәфтәр- ручкаларын алып яҙырға әҙерләнгән балалар шомланды. Нимә булған ағаларына?
Ниһайәт, ул ауыр көрһөнөп һүҙен башланы:
– Уҡыусылар, бөгөн алгебра уҡымайбыҙ!
– Ә нимә уҡыйбыҙ?– быныһын ҡыйыу малайҙар һораны.
– Бөтөнләй уҡымайбыҙ!
– Ә нимәгә? Ни булды һуң?
Балалар шаулашты. Берәй нәмә бул­ғандыр, ағаларының күҙе лә ҡыҙарған бит...
– Ярай, тынысланығыҙ! Бер нәмә лә булманы. Минең һеҙгә бер ҙур үтенесем бар ине. Тик уны мин бында, синыфта, түгел, ә тышта әйтәсәкмен, – тине уҡытыусы. Үҙе ҡулы менән ҡаршы яҡ тәҙрәгә төртөп күрһәтте. Уның аша яңы һалынған мәктәп бинаһы күренеп тора ине.
– Әйҙәгеҙ, шунда! – тине Ғәле ағай, яҡшы командир һымаҡ. Ул, ысынлап та, синыфты тыңлата белә. Ағаларының әйткәнен, ҡушҡанын, талаптарын балалар, гел үтәй торғайны.
Уҡыусылар шым ғына ишеккә йүнәлде. Һәр кемде: «Ғәле ағай нимә әйтергә уйлай икән? Ғаиләһенән бер-бер хәбәр алдымы икән? Улай тиһәң, ниңә ҡайтмай, бында йөрөй үҙе? Беҙҙән, балаларҙан, һорарлыҡ ниндәй үтенесе бар икән?!» – тигән һорауҙар борсоно. Уларға ун биш йәш бит, күп нәмәне аңлайҙар хәҙер. Егерме дүрт йәшлек уҡытыусылары шуғалыр ҙа үҙҙәрен тиң күреп һөйләшә. Ана бит, хатта уларға үтенесе бар!
Был төпкөл ауылды дүрт яҡтан да тауҙар уратып алған. Тәбиғәт иҫ киткес матур. Яҡында ғына Ағиҙел йылғаһы аға.
Яңы һалынып ятҡан белем усағы янында теҙелеп торған балалар алдында баҫып тора Ғәле ағалары. Ниһайәт, ул һүҙен башланы:
– Уҡыусылар! Минең һеҙгә ҙур бер үтенесем бар! – тип ҡабатланы ул. – Арағыҙҙа яҙышҡан уҡыусылар ҙа бар, – тип Әлфирәгә ҡарап туҡтап торҙо. – Бер хат яҙырға кәрәк ине! РОНО өсөн. Тик һеҙ мине насарлап яҙырға тейешһегеҙ!
Ҡапыл балалар шаулашып китте. Малайҙарҙан кемдер һыҙғырып ебәрҙе, кемдер тел шартлатты. Ҡыҙҙар бер тауыштан:
– Нимәгә?– тип һораны.
– Шаяртмағыҙ әле, ағай! – тине иң аҡыллы ҡыҙыбыҙ Асия.
Ғәле ағайҙың ғына йөҙө шаяртыуға оҡшамаған ине.
– Юҡ, балалар, шаяртмайым. Һеҙ мине насарлап яҙһағыҙ, мине мәктәптән ҡыуасаҡтар. Миңә шул кәрәк!
Бына һиңә мә! Уҡыусылар бөтөнләй аптырауға ҡалды.
– Ни өсөн? – тип хор менән ҡысҡырып ебәргәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Ғәле ағалары тырышып аңлатырға тотондо.
– Мине бында өс йылға ебәрҙеләр. Белеп тораһығыҙ, ике йылы үтте инде. Мин тағы бер йылға ҡала алмайым бында.
Уҡыусылар яратҡан уҡытыусыларына, ҡалығыҙ, тип әйтмәне. Сөнки улар ҙа икенсе уҡыу йылына күрше ауылға урта мәктәпкә уҡырға барасаҡ.
Ағалары һүҙен дауам итте:
– Миңә ҡайтырға кәрәк. Уның ике сәбәбе бар. Беренсенән, атай-әсәйемдәр бик ҡарт. Уларҙы ҡарарға мин кәрәк. Икенсенән, һөйгән ҡыҙым, ике йыл көттөм инде, өсөнсө йылға ҡалһаң, көтмәйем, икенсегә кейәүгә сығам, тине.
Балалар тынып ҡалды. Әәәәә, бына нимәгә ҡыҙарған икән ағаларының күҙе! Илағандыр. Иң телдәр ҡыҙыбыҙ Рәғиҙә:
– Ул ҡыҙ ысынлап яратһа, тағы бер йыл көтөр ине, – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Әйтеүе генә анһат! Былай ҙа ике йыл көттө бит ул. Миңә өйләнергә кәрәк! – тине ағайыбыҙ. – Ҡайтырға кәрәк миңә! Һеҙ ярҙам итһәгеҙ, үҙегеҙгә мәңге рәхмәт уҡыр инем!
– Былай ғына, хат яҙмай ғына ҡайтып булмаймы һуң?
– Булмай шул, балалар! Мин РОНО-ла булдым. Шундай йөкмәткеле хат килтер­һәгеҙ, дүрт яғығыҙ ҡибла, тип белдерҙеләр. Башҡаса, «отработка»ң бөтмәйенсә, бер нисек тә ебәрә алмайбыҙ, тинеләр.
Тағы тынлыҡ урынлашты. Эш бына нимәлә икән?! Шунан файҙаланып, ағалары:
– Уҡыусылар, үҙ-ара кәңәшләшеп алығыҙ ҙа хатты яҙыр­һығыҙ. Миңә ул бөгөн үк кәрәк. Иртәгә РОНО-ға үҙем алып барасаҡмын, – тине.
Ләкин балалар таралышмай, сафта тороу­ҙарын дауам итте.Оҙон буйлы Фәнүр исемле аҡыллы ғына егет:
– Эйе, хат яҙырбыҙ икән дә, ти. Мәктәптән ҡыуырлыҡ итеп, нимә яҙырға тейешбеҙ инде унда? – тине.
Ғәле ағалары уны­һын да уйлаған булып сыҡты.
– Бына мин әле һеҙҙе уҡытмайым. Дәрестәрен үткәрмәй, тип яҙаһығыҙ – был бер. Минең бөгөн нимәгә күҙем ҡыҙырған, тиһегеҙ? Мин бөгөн эсеп килдем. Дәрестәргә эскән килеш килә, тип яҙаһығыҙ – был ике. Бөгөн төндә мин ауыл йәштәре менән аҙып-туҙып йөрөнөм.Тимәк, ауыл йәштәрен боҙа, насар юлға өйрәтә, тип яҙырһығыҙ, – тине.
Балалар яңы һалынып ятҡан мәктәп бинаһы янына килде. Ишек урыны яһалған тишектән эскә үттеләр. Ҡыҙыу бәхәс башланды.
– Ғәле ағай йәл, – тип борсолдо Асия.
– Өйләнергә кәрәк, тине. Икенсе кешегә сығам, тип ҡурҡытҡандыр йөрөгән ҡыҙы, – тине ышанмайыраҡ ҡына Рәғиҙә.
–Улай түгелдер, бәлки, бәпестәре булырға тейештер, шуға өйләнергә кәрәктер, – тип һүҙгә ҡушылды гел «төптән» уйлап һөйләргә яратҡан Зөлфиә.
– Ата-әсәләре лә ҡарт ти бит. Бахыр ғыналар, – тип йәлләүен дауам итте Асия. Ҡыҙҙарҙың күп һөйләүенән ялҡып киткән Фәнүр:
– Хатты хәҙер үк яҙырға, тине бит. Яҙабыҙмы? – тип һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Бөтәһе лә Ғәле ағай «яҙышырға яратҡан» тип әйткән Әлфирәгә боролдо. Уның мәҡәләләре һирәк-һаяҡ гәзит биттәрендә баҫыла башлағайны. Әлфирә, шундай ҙур эшкә яуаплы икәнен иңендә тойоп, телгә килде:
– Тәк, нимәләр яҙырға, тине әле?! Беренсенән, дәрестәрен уҡытмай, тине. Уҡытмаймы ул?
Башҡалар:
– Юҡ! Гел уҡыта!
– Бөгөнгөһө һаналмай!
– Быға тиклем бер дәресте лә үткәрмәй ҡалғаны юҡ! – тип яуапланы.
Әлфирә:
– Тимәк, беҙ улай тип яҙа алмайбыҙ.Быныһы шулай. Йәнә ул, күҙем ҡыҙарған, эсеп килдем, тинеме? – тип һораны.
Ҡыҙҙар:
– Мин илағандыр, тип уйлағайным. Күҙе ҡыҙарған ине шул.
– Эскәне һиҙелмәй бит, беҙҙең алда сайҡалып тормай, һүгенмәй, – тинеләр.
– Шулай булғас, беҙ уны эскән, тип яҙа алмайбыҙ. Шундай сағын да күрмәнек, – тине Әлфирә. – Өсөнсөнән, йәштәр менән аҙып-туҙып йөрөнөм төндә, ти. Беҙ уны күрҙекме? Мин, мәҫәлән, юҡ.
Егеттәрҙән берәү:
– Ысын, ул кисә йәштәр менән эсеп йөрөгән. Ишеттек, – тине.
– Ишеткәнһеңдер ҙә ул. Күрмәгәс, улай яҙа алмайбыҙ. Бәлки, юрамал ҡайтып китер өсөн шулайтып йөрөгәндер?
– Әәәә, ысынлап та, мин дә ишетеп аптырағайным, шуға йөрөгән инде, – тине Рәғиҙә.
Әлфирә:
– Ҡыҙҙар, егеттәр, әле Ғәле ағай нисек тә беҙҙән киткеһе килеп, хат яҙҙырттырырға теләгәндер ҙә... Ул һәйбәт уҡыта. Артабан үҙ яғына ҡайтҡас, балалар уҡытам, тиһә, беҙ яҙасаҡ хат уның тормошона насарлыҡ алып килмәҫме? Был хаҡта үҙ яғында нимә тип һөйләрҙәр?
Ана, тегендә, уҡытҡан ерендә, уға үҙ уҡыусылары ялыу яҙған, тип әйтмәҫтәрме?! Дөрөҫ булһа, бер хәл. Күрәләтә ялғанлап, яратҡан уҡытыусыма мин ялыу яҙа алмайым! – тине.
Башҡалар уға дәррәү ҡушылды.
– Әйҙә, әтеү, яҙмайбыҙ, тип үҙенә әйтәйек!
Ғәле ағай тышта тәмәке тартып тора ине. Быға тиклем йәшенеп кенә балалар күрмәгәндә генә көйрәткән кеше, әле уҡыусылар яҡынлашҡанын күрһә лә, тәмәкеһен ташламаны. Сәйер йылмайып:
– Бына, балалар алдында тәмәке тарта, тип тә өҫтәгеҙ! – тине.
Тынлыҡ урынлашты. Балалар бер-береһенә төрттө.
– Һин башла!
– Әйҙә, Әлфирә, һин!
– Юҡ, мин иң аҙаҡ әйтәм, – тине Әлфирә.
Асия һүҙ башланы:
– Ғәле ағай, һеҙ беҙҙе ике йыл уҡыттығыҙ. Ошо ваҡыт эсендә беҙ һеҙҙе лә, дәрестәрегеҙҙе лә яратып өлгөрҙөк!
Ғәле ағайҙың йөҙө башта ҡыҙарҙы, унан ҡапыл балҡып китте. Һуңғы арала һурылып, йонсоп киткән йөҙөнә нур инде. Асия – ҡап-ҡара күҙле, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып торған ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө, ҡара сәсле, мәктәптә генә түгел, ауылда ла иң сибәр ҡыҙ әйтә ине был һүҙҙәрҙе.Ә Ғәле ағай – һары сәсле, зәңгәр күҙле, оҙонса аҡ йөҙлө, оҙон буйлы йәш егет.
Һүҙҙе Рәғиҙә дауам итте:
– Беҙ – мәктәптә иң шаян синыф. Ун алты балабыҙ, ҡайһы бер уҡытыусылар малайҙарҙы тыңлата алмай. Ә һеҙҙең дәрестәрҙә беҙ шып-шым ултырабыҙ.
Рәғиҙә Әлфирәгә төрттө. Артабан һин дауам ит, йәнәһе! Әлфирә:
– Беҙ уйланыҡ-уйланыҡ та, – тип башланы һүҙен.
Ғәле ағай, өмөтләнеп:
– Хат миңә бик кәрәк! Бөтә өмөт һеҙҙә! Миңә бик ныҡ ҡайтырға кәрәк үҙ яғыма! – тип һаман ныҡышты.
Эйе, алыҫ райондың төпкөл ауылына килеүҙе күптәр Себергә һөрөлөү менән тиңләгән заман – XX быуаттың етмешенсе йылдары бит.
– Ғәле ағай, тыңлағыҙ әле, – тине Әлфирә. Мөһим хәбәрҙе башлар алдынан атаһы гел шулай әйтә. – Ярай, беҙ һеҙҙе насарлап яҙҙыҡ та икән, ти. Ҡайтҡас, үҙ яғығыҙҙа: «Тегендә уҡытҡан уҡыусылары уға ялыу яҙған икән», – тип һөйләйәсәктәр бит. Шул һеҙгә кәрәкме?
– Ул турала уйламайым мин. Миңә нисек тә ҡайтырға кәрәк!
– Уйламайһығыҙ шул! Ә беҙ яратҡан уҡытыусыбыҙ өҫтөнән нахаҡ хат яҙып, артабан нисек йәшәргә тейешбеҙ?Дөрөҫ булһа, ярай, тиер инең. Бында бит дөрөҫ түгелде яҙырға саҡыраһығыҙ. Юҡ, был хатты беҙ яҙмаясаҡбыҙ! – тип һүҙен тамамланы Әлфирә.
– Ысынлап яҙмайһығыҙмы?
– Ысынлап яҙмайбыҙ! – тине ҡыҙ ҡәтғи итеп.
– Мин барыбер ул хатты яҙҙырасаҡмын, һеҙ яҙмаһағыҙ ҙа! – тине ағалары.
– Ярай, уныһы беҙҙең эш түгел!
Балалар еңел һуланы.
– Таралығыҙ! – тине уҡытыусы. Һәм шәп-шәп атлап, йәшәгән фатиры яғына ыңғайланы.
...Май аҙаҡтары еткәйне. Тиҙҙән имтихандар башланды. Башҡаса уҡыусылар Ғәле ағаларын мәктәптә күрмәне. Кемдер, теге хатты ауыл йәштәренән яҙҙыртып алған, тине. Ә уҡыусылар баштарына төшкән тәүге һынауҙы намыҫтарына тап төшөрмәй үтә алыуҙарына ифрат шат ине.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас