Мине күрҙе лә:
-Әйҙә, ҡустым, яр буйында торғансы, кәмәлә рәхәтләнеп ҡармаҡларһың, - тине. Төпкәрәк индек. Минең ҡармаҡ ебе ҡыҫҡа, семетә, ләкин балыҡ ҡапмай. Харис ағай кәмә ҡармаҡтары менән балыҡты ишә генә: эре, ялтырап торған сабаҡтар, ҡыҙылғанаттар эсемде ҡыҙҙырып, кәмә төбөндә һикерешеп ята. Бер биҙрәләй балыҡ ҡаптырғас, ул ҡәнәғәт йылмайып:
- Етәр, ҡайтайыҡ инде, - тине. Минең, малай кешенең, уның шулай күп балыҡ эләктергәненә күҙ ҡыҙа. Харис ағай, ишкән арала башын артҡа бороп, ярға ҡарап ала. Кәмәһен үҙ урынына ҡуйыр өсөн инде. Көнләшеү намыҫымды еңгәндер: теге башын борған мәлдә, эре генә бер сабаҡты эләктереп, итегем эсенә тыҡтым. Шунан икенсеһен, өсөнсөһөн...
Һиҙмәне ағай. Балыҡтар итек эсендә шыптырлап ҡуя. Кәмә мороно ярға килеп терәлде. Тороп, уң аяғым менән ярға баҫыуым булды - итек эсенән һикерешеп, балыҡтар төшә башланы. Оятымдан ҡыҙарынып-бүртенеп, илар хәлгә еттем. Эштең айышына төшөнгән Харис ағай ихлас көлөп ебәрҙе.
...Бурҙың бүрке яна, - тейеүҙәре дөрөҫ икән.
Рамай ҠАҺИР.
Һүрәт: yandex.ru.