Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та был түңәрәктә ихлас шөғөлләнә, үҙенең хис-тойғоға бай тәүге шиғырҙарын ижад итеп кенә ҡалмай, түңәрәктең ҡулъяҙма журналын, гәзит сығарыу эштәрен дә алып бара. Билдәле шағир-яҙыусылар Ғәлим Дәүләди, Фәүзиә Латипова, Рәшит Низамов, Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Мирас Иҙелбаев, Рәмил Йәнбәков, Таңһылыу Ҡарамышева, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Сәрүәр Сурина, Динә Талхина, Рәсимә Ураҡсина, Миңлегөл Хисамова һәм башҡалар ошо әҙәби түңәрәктән ижад донъяһына юл алған. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында түңәрәк «Шишмә тауышы» тип атала башлай. Йомабикә Ильясова, Мирсәйет Юнысов, Юлай Мәҡсүтов, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Артур Дәүләтбәков, Мөнир Ҡунафин, Янис Рамаҙанов, Дилара Зарипова, Зөлфиә Ханнановалар үҙҙәрен ҡәләм оҫтаһы итеп кенә түгел, ижад менән бәйле өл кәлә оҫта ойоштороусылар булараҡ та халыҡ араһында танылыу яуланы.
Йылдар үтеү менән бында шөғөлләнеүселәр һаны кәмемәй. 2004 йылда түңәрәк «Аҡ ҡауырһын» тип атала башлай. Лилиә Сираева, Ғәббәс Дәүләтшин, Эльвира Исҡужина, Урания Вәхитова, Айзирә Шәйхетдинова, Зәриә Моратова, Илүзә Мөхәмәтйәнова, Гөлназ Ишемғужина, Заһиҙә Хәмитова, Алик Ғәлиуллин, Лидиә Динмөхәмәтова һәм башҡалар үҙҙәрен ижади һәләтле итеп танытып, төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яуланы, ҡайһылары «Йәншишмә» гәзитенең, «Аманат» журналының йәш хәбәрсеһе тигән маҡтаулы исемгә, кемдәрелер Рәми Ғарипов премияһына лайыҡ булды.
Әлеге мәлдә лә ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларыбыҙ ижадтары менән ҡыуандырып тора. Дана Шәрәфетдинова, Алһыу Кайбышева, Азалина Бүләкова, Лиана Исхаҡова көндәлек тормошҡа арналған мәҡәләләр, шиғырҙар яҙа. Уларҙан VIII синыф уҡыусылары Иман Ырыҫкилдина, Инйәр Алсынбаев, Наҙгөл Хәсәнова, Гөлфиә Исламетдиновалар ҙа ҡалышмай. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәр араһында егеттәр ҙә бар. «Интернатым – пар ҡанатым» гәзитенең быйылғы һандарында Эрик Садиҡов, Тимерхан Кәбиров, Вилдан Солтанғужиндарҙың ижад емештәре лә донъя күрҙе. Уларҙың, күңелдәрендә булған ижад ҡомарын юғалтмай, һәләттәрен үҫтереп, киләсәктә билдәле шәхестәребеҙгә алмаш булып үҫеүҙәрен теләйем.
Альбина КАЙБЫШЕВА,
«Аҡ ҡауырһын» әҙәби түңәрәге етәксеһе,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.